Бикмәтов Сәлим Түрйән улы
| Бикмәтов Сәлим Түрйән улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1902 |
| Тыуған урыны | Боҙаяҙ ауылы |
| Вафат булған көнө | 10 июль 1942 |
| Ерләнгән урыны | Озёрки (Тербун районы) |
| Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
| Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] һәм политрук[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Бикмәтов Сәлим Түрйән улы (рус. Бикметов Салим Турьянович) (1902 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы политругы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлим Түрйән улы (атаһының исеме Гурьян тип хаталы яҙылған[1]) Бикмәтов 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында[2] тыуған. БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында политрук булып хеҙмәт итә. Курск өлкәһе Озерки ауылы тирәһендәге ҡаты алыштар барышында батырҙарса һәләк була, башта Озерки ауылы эргәһендәге урманда ерләнә, һуңынан Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә[2]. Документтарҙа ҡатыны Бикмәтова Сәлифә (Зәлифә?) Таһир ҡыҙы күрһәтелгән[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикмәтов Сәлим Түрйән улының исеме Рәсәй Федерацияһы Липецк өлкәһе Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлеге обелискыһында яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БИКМЕТОВ Салим Г(Т)урьянович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Память народа. Донесения о потерях. Приказ Главного управления кадров ВС СССР от 16 апреля 1947 г. (№ 0865) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)