Бикташева Тәлиғә Миннивәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бикташева Тәлиғә Миннивәли ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 28 июль (10 август) 1911
Вафат булыу көнө 14 октябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (84 йәш)
Һөнәр төрө актёр
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Бикташева Тәлиғә Миннивәли ҡыҙы (28 июль 1911 йыл, Арыҫлан ауылы Ҡара Яҡуп волосы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы — 14 октябрь 1995 йыл, Мәскәү) — совет артисы. БАССР-ҙың халыҡ (1955) һәм атҡаҙанған (1940) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1929 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (В. Г. Мортазин-Иманский һәм М. А. Мәһәҙиев класы) тамамлай. 1930 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Бикташева сәнғәтендә сағыу драматизм һәм тәрән лиризм бергә тура килгән. Студент сағында М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» мелодрамаһында төп ролде башҡара. Бөтәһе 100-ҙән ашыу сәхнә образын ижад итә. Тәлиғә Бикташева үҙе уйнаған ролдәрен һәр саҡ милли һыҙаттар менән үреп алып бара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң мөһим ролдәре: Ҡарлуғас («Ҡарлуғас», Б. Бикбай), Айһылыу («Һаҡмар» — «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов), Ғәйнәүәл («Ташҡын», Т. Ғиззәт), Ксения («Борис Годунов», А. Пушкин), Көнбикә («Ҡатынҡайым», А. Мөбәрәков), Ульяна Громова һәм Елена Кошевая («Йәш гвардия», А. Фадеев — В. Ғәлимов), Мәрзиә, Илбикә («Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», Ә. Атнабаев), Мәстүрә («Йырланмаған йыр», М. Кәрим). Иң яҡшы роле — Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актрисаның тормош юлдашы — билдәле актер, режиссер Тимербулат Имашев. Ҡыҙҙары Эльмира Недосеева Мәскәүҙә йәшәй, әле хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың халыҡ артисы 1955 йыл БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы 1940 йыл Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) "Почет Билдәһе ордены (1968)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бикташева Тәлиғә Миннивәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9. http://башкортостанкызы.рф/archives/87-tli-biktasheva.html