Биктәр (һырт)
Биктәр Биктәр? | |
54°30′35″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо | 17 км |
Киңлеге | 6 км |
Юғары нөктәһе | 677 м |
Биктәр — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Урынлашҡан урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ишембай районы буйлап Ерекле йылғаһы башынан Рәүҙәк йылғаһы тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 17 км, киңлеге 6 км, абс. бейеклеге 677 м. Һыртта көнсығышта ҡапыл өҙөлгән ҡая һымаҡ 6 түбә асыҡ айырылып тора. Рельефы ҡатмарлы, битләүҙәре уйһыулыҡтар, диам. яҡынса 400 м еткән тау араһы соҡорҙары менән йырғыланған. Венд ҡомташы, алевролиты, аргиллиты һәм конгломератынан, көнбайыш битләүҙәре девон эзбизташы һәм ҡомташынан тора. Битләүҙәрендә үрге ағымда ер аҫты аҡмаһы булған Рәүҙәк, Упай, Ерекле (Егән й. басс.) йй. башлана.
Ландшафы йыла, саған, имән ҡатыш йүкә урмандарынан тора. Көнбайыш битләүҙәрен уҫаҡ-ҡайын урмандары, үрге битләүҙәрен йәйелеп үҫкән имән урмандары биләй.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биктарь. Ишимбайская энциклопедия.-Уфа:«Башкирская энциклопедия»,2015.111 б.— ISBN 978-5-88185-205-4
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров Биктәр (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.