Бик (Бикмурзин) Анатолий Иванович
| Бик | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Псевдоним | Анатолий Бик |
| Тыуған көнө | 19 декабрь 1915[1][2] |
| Тыуған урыны | Бөрөбаш, Яңы Троицкий ауыл советы, Мишкә районы |
| Вафат булған көнө | 20 декабрь 1980 (65 йәш) |
| Вафат булған урыны | Йошкар-Ола, РСФСР, СССР |
| Яҙма әҫәрҙәр теле | Мари теле |
| Һөнәр төрө | журналист, мәктәп уҡытыусыһы, мөхәррир, яҙыусы, шағир, тәржемәсе |
| Уҡыу йорто | Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты |
| Әүҙемлек урыны | Марийское книжное издательство[d] һәм Марий Эл (газета)[d] |
| Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1980 |
| Жанр | повествовательная поэзия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бик (Бикмурзин) Анатолий Иванович (19 декабрь 1915 йыл—20 декабрь 1980 йыл), Мари Республикаһы яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Айырыуса билдәле әҫәре — «Тул-вӱд вошт» («Ут һәм һыуҙар аша») романы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташ мариҙарҙың батырлығына арнала.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолий Иванович Бик (ысын фамилияһы Бикмурзин) хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Бөрөбаш ауылында мари крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Пекмырза — умартасы, әсәһе Аймалче — өй хужабикәһе була. Буласаҡ шағирҙың фамилияһы атаһының исеменән барлыҡҡа килә: ул Бикмурзин булып китә. Крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлағас, Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты эргәһендәге рабфакта уҡый[3].
1937—1939 йылдарҙа Горький ҡалаһында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафында, штаб писары булып хеҙмәт итә. Фронтҡа саҡырылғанға тиклем «Ямде лий» пионер гәзите редакцияһында эшләй, тулы булмаған урта мәктәп өсөн уҡытыусылар әҙерләү буйынса курстарҙа уҡый, мари телен һәм әҙәбиәтен уҡыта, Мари АССР-ы Сотнур район «Большевик» гәзитенең яуаплы секретары вазифаһын башҡара.
1942 йылдың мартында ҡабаттан ЭКҠА-ға (РККА) саҡырыла. Иваново өлкәһендә Калинин хәрби-техник училищеһын тамамлай, 21-се гвардия Невельск уҡсылар дивизияһының 69-сы гвардия уҡсылар полкы взводы командиры була, Латвия территорияһында фашистар менән һуғыша, кесе техник-лейтенант. 1944 йылдың авгусында ауыр контузия ала. Оҙайлы дауаланыуҙан һуң 1945 йылдың апрелендә Йошкар-Олаға ҡайта[4].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республика гәзите «Мари коммунаһы» редакцияһында, Мари китап нәшриәтендә эшләй. 1952 йылда Н. К. крупская исемендәге мари педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай, артабан профессиональ яҙыусы[3].
1980 йылдың 20 декабрендә Йошкар-Олала вафат була[5].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғырҙары 1933 йылда баҫыла башлай, Яныш Ялкайн ижадын ярата. 1937 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығын «Илыш муро» («Песня жизни») сығара. «Мыйын шӱдырем» («Минең йондоҙым») шиғыры 1940 йылғы ошо исемдәге шиғырҙар йыйынтығына инә. Ул бер нисә тапҡыр мәктәп хрестоматияларына, поэтик антологияларға индерелә, башҡа телдәргә тәржемә ителә[4].
1947 йылдан — СССР яҙыусылар союзы ағзаһы. Бик шиғриәте нескә лиризм менән һуғарылған. Күп әҫәрҙәрендә Башҡортостан мариҙары тормошон һүрәтләй. Айырыуса билдәле әҫәре — «Тул-вӱд вошт» («Сквозь огонь и воды») (1976; мари телендә) романы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташ мариҙарҙың батырлығына арналған. «Тыуған яҡ» (1945) шиғыры һәм «Пекпай ҡурғаны» (1975) поэмаһы тыуған яҡтың матурлығына дан йырлай. Бик шиғырҙарына композиторҙар 50-нән ашыу йыр яҙған[5].
Төрлө йылдарҙа «Опанасын рвезе жапше» («Опанастың йәшлеге»), «Чодыра патыр» («Урман батыры»), «Кинде верч» («Икмәк өсөн»), «Пекпай арка» («Пекпаева горка») һ. б. поэмаларын яҙа. Уның бер нисә китабы балаларға, шул иҫәптән «Модыш прт» («Уйынсыҡ өй»), «Аршаш» («Букет») һәм «Те тулык огыдал» (Нет, вы не сиротки) пьесаһы арналған[4].
Шағирҙың әҫәрҙәре урыҫ, татар, башҡорт, сыуаш һәм мордва телдәренә тәржемә ителә. Үҙе А. Пушкиндың «Сиғандар», М. Лермонтовтың «Мцыри» һәм «Беглец», сыуаш классигы К. Ивановатың «Нарспи», Ершовтың «Конёк-горбунок», Н. Некрасовтың, М. Исаковскийҙың, А. Твардовскийҙың, Т. Шевченко, М. Йәлилдең һәм башҡа шағирҙарҙарҙың әҫәрҙәрен туған теленә тәржемә итә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://libmap.bashnl.ru/node/827
- ↑ http://aboutmari.com/wiki/%D0%90%D0%BD%D0%B0%D1%82%D0%BE%D0%BB%D0%B8%D0%B9_%D0%91%D0%B8%D0%BA
- 1 2 3 Бик Анатолий, Национальная библиотека имени З. Валиди РБ (27 август 2013).
- 1 2 3 Литературный юбилей. «Он пел о счастливой звезде…» (к 105-летию Анатолия Бика), Национальная библиотека имени С.Г. Чавайна Республики Марий Эл (19.12.2020). 26 май 2025 тикшерелгән.
- 1 2 Зәйниев Г.А., Ибулаев Г. И. Бик (Бикмурзин) Анатолий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәйниев Г.А., Ибулаев Г. И. Бик (Бикмурзин) Анатолий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Литературный юбилей. «Он пел о счастливой звезде…» (к 105-летию Анатолия Бика)
- Анатолий Бик Йошкар-Ола. Поэты Марийского Края
- 19 декабрҙә тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Мишкә районында тыуғандар
- 20 декабрҙә вафат булғандар
- 1980 йылда вафат булғандар
- Йошкар-Олала вафат булғандар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр