Биләл ибн Рабах

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биләл ибн Рабах
ғәр. بلال بن رباح
Зат ир-ат[1]
Рәсем
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 580
Тыуған урыны Аксум батшалығы
Вафат булған көнө 642 или 641[2]
Вафат булған урыны Дамаск, Хаҡ хәлифәт
Ерләнгән урыны Баб ас-Сагир[d]
Һөнәр төрө Сәхәбәләр
Социаль синыф Мәзин
Һуғыш/алыш Бәҙер һуғышы һәм Мәккәне яулау
 Биләл ибн Рабах Викимилектә

Биләл ибне Рабах әл-Хәбәши (ғәр. بلال بن رباحة الحبشي;рус. Билал ибн Рабах ? — һ. 20/641 йыл) — Мөхәммәт ғаләйһиссәләмдең билдәле сәхәбәһе, беренсе мәзин. Иң беренсе ислам ҡабул итеүселәрҙең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләл Хәбәшстанда тыуған. Атаһының исеме — Рабах, әсәһе — Хәмәмә. Билал ҡорайыш башлыҡтарының береһе Үмәйә бин Хәләфтең ҡоло була[3]. Биләл ислам ҡабул иткәс, хужаһы уны бик ҡаты йәберләй башлай. Әбү Бәкер әс-Ситдиҡи уны һатып алып, Үмәйәнән ҡотҡара һәм иреккә ебәрә.

Биләл башҡа мосолмандар менән Мәҙинәгә һижрәт ҡыла[4]. Ул унда исламдың беренсе мәзиненә әйләнә. Был вазифаны уға Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе йөкмәтә. Биләл Мәҙинә осоронда мосолмандарҙың барлыҡ ғазауаттарында ла ҡатнаша.

Пәйғәмбәрҙең үлеменән һуң, Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара иткән осорҙа Сүриәлә йәшәй, византиялыларға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Ҡотдосто (Иерусалим) алғас, хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб менән ҡалаға инә[4].

Вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләл ғүмеренең ахырына тиклем Сүриәлә йәшәй. 60 йәшендә вафат була. Үлер алдынан ул Мәҙинәгә бара, унда Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәндәре — Хәсән һәм Хөсәйен һәм башҡа дуҫтары менән осраша[4]. Дамаскылағы Баб әс-Саһир зыяратында ерләнгән.

Аҙан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләл ибн Рабах бик матур тауышлы булғанға, Мөхәммәт Пәйғәмбәр уға мосолмандарҙы намаҙға саҡырыу бурысын йөкмәткән. Риүәйәткә ярашлы, Биләл иртәнге аҙан саҡырыуына: «Әс-сәләтү хәйрүн мин ән-нәүм» (ғәр. الصلاة خير من النوم‎, намаҙ йоҡонан яҡшыраҡ), тип өҫтәгән, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәр, быны белгәс, хуплаған. Мәккәне яулап алған көндө Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡәғбәгә ингәс, унда булған бөтә поттарҙы емергәс, Биләл, Ҡәғбәнең ҡыйығына менеп, аҙан ҡысҡырған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң, ул ни бары ике тапҡыр аҙан ҡысҡырған (мосолмандар Иерусалимды алғанда һәм Мәҙинәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡәберенә барғанда)[4]

Сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинематографта:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. [164 Билал аль-Хабаши] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Bilāl b. Rabāḥ / ʿArafat W. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Curtis, Edward E. Islam in Black America: identity, liberation, and difference in African-American Islamic thought. — SUNY Press, 2002. — P. 119. — ISBN 0-7914-5370-7. (инг.)
  • H.M. Ashtiyani. Bilâl d’Afrique, le muezzin du Prophète, Montréal, Abbas Ahmad al-Bostani, la Cité du Savoir. — 1999. — ISBN 2-9804196-4-8. (фр.)