Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (102 йәш)
Тыуған урыны Әхмөр, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Бирҙеғолов Миңнеғол Ишемғол улы (рус. Бирдегулов Миннигул Ишемгулович; 10 ғинуар 1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе лейтенанты. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры[1]. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1945) кавалеры[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңнеғол Ишемғол улы Бирҙеғолов 1922 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙер Ишембай) районы Әхмәр ауылында[1] тыуған.

1941 йылдың 7 июлендә БАССР-ҙың Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән алып 16-сы гвардия Чернигов) хеҙмәт итә, 60-сы гвардия кавалерия полкының ҡылыссылар взводы командиры була[1] тыуған. Һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби наградаларға лайыҡ була.

Демобилизацияланған, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, Ишембай районының «Улар Еңеү менән ҡайттылар» һәм «Хәтер китабы» проекттарында уның исеме күрһәтелмәгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (4 май 1945)[3]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18 октябрь 1943)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]