Бисәләр батшалығы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бисәләр батшалығы
Нигеҙләү датаһы 1894
Рәсем
Атамаһы Бабье царство
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1894
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Бисәләр батшалығы  — хикәйә. Антон Павлович Чехов яҙған.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Бисәләр батшалығы» хикәйәһе 1894 йылда яҙыла һәм шул уҡ йылда «Русская мысль» журналының 1-се һанында «Хикәйә» атамаһы һәм Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, ошо уҡ йылда «Повести и рассказы» йыйынтығында, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән баҫмала донъя күрә.

Чехов тере саҡта хикәйә немец, венгр һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

П. С. Попов хикәйә авторҙың 18831887 йылдарҙа Воскресенск ҡалаһында күргән фабрика эшселәренең көнкүреше хәтирәләренән сығып яҙылған, ти[1]. Буҫтау фабрикаһы хужабикәһе, Анна Сергеевна Цурикова[2], ире, Павел Григорьевич Цуриков, вафат булғандан һуң фабриканың хужаһы булып ҡала. Анна Сергеевна мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге менән булыша һәм яҙыусының ҡустыһы И. П. Чехов уҡыған мәктәптең бағыусыһы була. Байрамдарҙа Анна Сергеевна урындағы руханиҙарҙы, сиркәү хорында йырлаусыларҙы һәм фабрика мастерҙарын үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Чехов фабрикала йәшәгән уҡытыусы С. В. Соловьёв менән таныш була һәм йыш ҡына уға барып йөрөй.

Чехов ҡараламалары буйынса был әҫәр бик ҙур масштаблы булырға, ундағы ваҡиға бер тәүлек эсендә барырға тейеш була. Автор тарафынан Анна Акимовнаның компаньоны Сливаның роле булырға тейеш, тик баҫылып сыҡҡан хикәйәлә был образ юҡ һәм шулай уҡ Сливаның Лысевич һәм лакей Мишенька менән мөнәсәбәттәре шулай уҡ һыҙатланмаған.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Замандаштарының хикәйә тураһындағы фекерҙәре ҡапма-ҡаршылыҡлы була. В. В. Билибин Н. М. Ежовҡа һоҡланыу менән былай тип яҙа: «Бисәләр батшалығы» миңә бик ныҡ оҡшай. Был тәрән уйланып, ҙур оҫталыҡ менән яҙылған әйбер…"[3]. «Бисәләр батшалығы» хикәйәһен тәнҡитсе И. И. Горбунов-Посадов та: «…бик шәп яҙылған»; «Ундағы<хикәйләге> кешеләрҙең һәр береһе минең алдымда тере кешеләр кеүек баҫып тора һәм мине күңелһеҙ һәм етди уйланыуҙарға килтерә. Бигерәк тә эшселәр донъяһы, уларҙың йәберләнгән, баҫтырып тотолған көсө алыҫта тора, сәхнәгә сыҡмай, ләкин ул һәр саҡ һиҙелә».

Шул уҡ ваҡытта Чехов заманында яҙыусының ҡайһы бер хикәйәләре, айырым алғанда «Бисәләр батшалығы» бары тик эскиз рәүешендә генә күрһәтелеп, яҙылып бөтмәгән әҫәр булып тора, тип иҫәпләүсе тәнҡитселәр ҙә була. В. П. Буренин «Бисәләр батшалығы» Чехов башлаған «ҙур романдың», яҙылып бөтмәй ҡалған бер киҫәге, ә «уҡыусылар унан был ҡыҙыҡлы башланған әйберҙең дауамын үҫтергәнде көтә»- тип яҙа[4]. «Русское обозрение» журналының W. ҡултамғаһы аҫтында рецензия яҙыусыһы Чехов ниндәйҙер повестың йәки романдың башын яҙып ҡуйған, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, дан ҡаҙанған яҙыусылар, ғәҙәттә, «үҙҙәренең портфелендә баҫылмай ятып ҡалған эскиз, этюдтарҙы һәм әҫәрҙәрҙән йыртып алған киҫәктәрҙе алып» уларҙы «төрлө журналдарҙа бөтөн хикәйә итеп яҙҙырып сығырға тырышалар».[5].

Хикәйә тураһында үҙ фекерҙәрен тәнҡитсе В. К. Петерсен[6], Е. А. Ляцкий[7], А. Г. Горнфельд, В. Альбов[8] һәм башҡалар ҙа яҙа.

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Анна Акимовна, 26 йәштә, фабрика хужабикәһе.
  • Чаликов, губерна сәркәтибеь, уның ҡатыны үпкә сирле, кесе йәштәге биш ҡыҙҙары бар.
  • Пименов, утыҙ йәштәр самһында, фабрика эшсеһе.
  • Виктор Николаич Лысевич, 42 йәштә, ышаныслы присяжный.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә дүрт : Накануне, Утро, Обед, Вечер — бүлектәренән тора. Унда фабрика хужабикәһе Анна Акимовнаның бер көнө һүрәтләнә. Анна Акимовна «люстралы һәм картиналы» ҙур йортта йәшәй. Хикәйә Анна Акимовнаның киләсәк көнгә хәстәрҙәрен һүрәтләүҙән башланып китә. Ул документтарын тикшерә һәм шул арала ярлылыҡта үткән бала сағын иҫенә төшөрә. Фабрикалағы үҙе булышҡан эштәрҙе ул йүнләп аңламай ҙа, яратмай ҙа… Приказчиктан ул суд барышында отоп алынған мең дә биш йөҙ һум аҡса ала һәм уны нимәгә тотонорға ла белмәй аптырай. Кискеһен ул чиновник Василий Никитич Чаликовтарға барырға һәм уға был аҡсаны бирергә уйлай. Чаликовтарға барып ингәс, ул Чаликов ҡатыны менән һөйләшеп ултыра һәм аҡсаны быларға бирергәме-бирмәҫкәме тип уйланып ултыра. Чаликовҡа ул бары 25 һум һәм ҡатынын дауаларға «ике ҡыҙыл ҡағыҙ аҡса» (ике 10-ар һумлыҡты) бирергә итә[9]. Чаликов йортона фабрика эшсеһе Пименов килеп инә. Анна Акимовна менән Пименов һөйләшә һәм улар Чаликов кеүек кешеләргә аҡса биреү файҙаһыҙ — улар аҡсаны барыбер эсеп бөтөрәсәктәр тигән һығымта яһай. Анна Акимовнаның башына: «Теге мең ярым һумды бына кемгә, Пименовҡа, бирергә кәрәк!»-тигән уй килә.

Иртәгеһен иртәнсәк Анна Акимовнаны Христос Раштыуаһы менән лакей Мишенька ҡотлай. Хужабикә уға биш һум бирә. Һуңынан ул дауахананан уны байрам менән ҡотларға килгән батюшка менән дьякты, общиналағы монах ҡатын-ҡыҙҙарҙы, приют балаларын, заводтың егерме хеҙмәткәрен, үҙе бағыусы булған мәктәптең уҡыусыларын үҙ йортонда ҡабул итә. Уға килеүселәрҙең барыһын да ул һыйлап сығара. Ҡотлаусылар араһында Пименов та була… Анна Акимовна үҙенең ҡатын-ҡыҙ булараҡ Пименовҡа оҡшауын аңлай. Ул: «Бына ғашиҡ булырға ла,. заводтан ҡотолорға ине…»- тип хыяллана башлай. Әгәр уның мәрхүм атаһы тере булһа, моғайын, уға Пименовҡа кейәүгә сығырға ҡушҡан булыр ине һәм вәссәләм. Ул саҡта завод ысын ирҙәр ҡулына күсер ине.

Визит менән хужабикәғә иң аҙаҡ действительный статский советник Крылин һәм адвокат Лысевич килә. Виктор Николаич Лысевич Анна Акимовнаға ғашиҡ булыуын белдерә, Тургенев менән Мопассанды маҡтап, ҡатынды аҙҙырырға булыша.. Уны тыңлап ултырған Анна Акимовна адвокат ҡулына теге мең ярым һум аҡсаны тоттора. Тәмле төшкө аштан, фабрика һәм әҙәбиәт тураһындағы әңгәмәләрҙән, араҡы эсеп алғандан һуң, визит яһаусылар үҙҙәренә ҡайтып китә.

Кис көнө Анна Акимовна өйҙәге яҡындары менән киске аш ашап ултыра. Уның тағы ла «иргә сыҡҡыһы килә, ирле булыу өсөн ярты ғүмерен һәм булған бар байлығын бирергә лә әҙер икәнен, өйҙөң өҫкө ҡатында уның өсөн йән атҡан, үҙе өсөн иң яҡын кеше ултырғаны, уны һөйгәне һәм уны ҡайғыртҡаны өсөн генә лә ул барыһына ла риза икәнлеге тураһында уйлана». Өйөнә килеп ингән хоҙайға табыныусы Жужелица уны Пименовҡа яусыларға тәҡдим итә. Өйҙәгеләр Жужелицаның һүҙҙәрен уйын итеп ҡабул итә, ә лакей Мишенька Пименовтың ашағанда ҡулына хатта сәнске тота белмәүе тураһында әйтә. Анна Акимовна үҙенең Пименов һәм уның менән тормош көтөү тураһындағы хыялын бары тик — «буш нимә, аҡылһыҙлыҡ һәм башбаштаҡлыҡ» ҡына тип иҫәпләй.

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылда Ленинград телевидениһында А. П. Чеховтың «Бисәләр батшалығы» хикәйәһе буйынса шул исемдәге телеспектакль төшөрөлә. Режиссеры: Ю. Маляцкий. Ролдәрҙә артистар Н. Тенякова, Л. Неведомский, О. Басилашвили, П. Панков, Е. Каменецкий, А. Федеряева, Т. Иванова, А. Романцов, Г. Тейх, М. Пичикова, И. Соколова, К. Фадеевалар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Бабье царство // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 253, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Un royaume de femmes, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.
  • Peter Urban (Hrsg.): Über Čechov. 487 Seiten. Diogenes, Zürich 1988 (Diogenes-Taschenbuch 21244). ISBN 3-257-21244-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В творческой лаборатории Чехова. М., 1974
  2. Учетная карточка
  3. «Вопросы литературы», 1960, № 1, стр. 105
  4. «Новое время», 1895, № 6794, 27 января
  5. «Русское обозрение». 1894, № 10, стр. 899
  6. В. П. Литературные заметки. — «Семья», 1894, № 8, стр. 4
  7. «А. П. Чехов и его рассказы…» — «Вестник Европы», 1904, № 1, стр. 153
  8. «Вестник Европы», 1904, № 1, стр. 153
  9. Государственная ассигнация и кредитный билет. Бумажные деньги от 1769 до 1917 года