Битум

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нефттән алынған битум

Би́ту́м (лат. bitumen — тау ыҫмалаһы, нефть) — ыҫмалаланып торған углеводородлы йәбешкәк, тәбиғи һәм яһалма матдәләрҙең дөйөм исеме[1]. «Битум» атамаһы өс мәғәнәлә йөрөй:

  • генетик атама — нефть һәм нафтоидтар рәтендәге каустоболиттар (нефть, асфальттар һ.б.). Сығыштары үҙҙәрен һыйҙырыусы тоҡомдарға ҡарата икенсел. Улар өсөн эреүсәнлек мәжбүри билдә түгел;
  • аналитик атама — битумоидтар — органик эреткестәр ярҙамында, тоҡомонан йә иһә хәҙерге ултырмаларҙан алына торған тәбиғи органик матдәләр тупланмаһы;
  • техник атама — тәбиғи асфальттар, нефть, торф, күмер эшкәртеү продуктлары, техник сеймал булараҡ ҡулланыла.

Тәбиғи һәм яһалма (техник) битумдарға бүленә.

Тәбиғи битумдар — беренсел углеводородтарҙан торған тәбиғи органик ҡушылмалар; ҡаты, балауыҙ һамаҡ йә иһә аҙ ағышлы үҙле хәлдә булалар. 6 төп классҡа бүленә: мальталар, асфальт, асфальтит, керит, антраксолит һәм озокериттар. Ғәмәлдә, физик-химик процесстар һөҙөмтәһендә, нефть ятҡылыҡтарының тарҡалыу һәм яңыса формалашыу продукттарын тәбиғи битумға керетәләр. Тығыҙлығы 965-тән 1500 кг/м³ -ға тиклем. Тәбиғи асфальт битумдарының ҡайһы бер төрҙәре көкөрткә (10-15 % тан да артыҡ), металдарға (V, Ni, U, Co, Mo, Rb һ.б.) бай. Ванадийлы, уранлы һ.б. сәнәғәт битум сығанаҡтары билдәле. СССР-ҙа асфальт битумдары 1930-70 йылдарҙа Волга буйында, Көнбайыш Ҡаҙағстанда, Грузия, Коми Республикаһында, Карпат буйында һәм Урта Азияла сығарыла. Тәбиғи битум тупланмаһының стратиграфик ҡоласы бик киң — кембрийғаса осорҙан алып хәҙерге ултырмаларға тиклем таралған. Тәбиғи битум боронғо замандарҙан башлап ҡулланыла. Б.Э.Т. 3 мең йылдар элек Вавилонда һәм Мысырҙа тәбиғи битум ҡулланып эшләнгән ҡоролмалар булғаны билдәле. Һуңыраҡ тәбиғи битумды күп илдәрҙә төҙөлөштә, медицинала, лактар сифатында һ.б. маҡсаттарҙа ҡулланыу осраҡтары була. 18 быуат аҙағында Канадала тәбиғи битум сығанаҡтарын сауҙа ихтияждарынан сығып эшкәртергә тырышып ҡарағандар. 19 быуат уртаһында һәм АҠШ-та беренсе асфальт тротуарҙар һалына. Айырым ятҡылыҡтарҙағы запастар йөҙҙәрсә млн. тоннаға, битум тупланыу зоналарында — бер нисә млрд. тоннаға етә. Сәнәғәт үҫеше алға киткән һәм үҫеп килеүсе илдәрҙә битумдың иҫәпләнгән һәм перспектив запастары 580 млрд. тонна тәшкил итә (шуның 71%ы – Канадаға, 27%ы Венесуэлаға тура килә). Ер шарында йылына 100 млн. тоннанан артыҡ битум сығарыла. Рәсәйҙә уның төп ресурстары (90% самаһы) Көнсығыш Себерҙә. Аҙ күләмдә тәбиғи битумдар Һамар, Ульянов өлкәләрендә, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Әзәрбайжанда осорай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь технических терминов (А.Н.Кусеев, 2003)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]