Бихач төрбә-мавзолейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бихач төрбә-мавзолейы
Рәсем
Дәүләт  Босния һәм Герцеговина
Административ-территориаль берәмек Бихач[d]
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы
Мираҫ статусы Босния һәм Герцеговинаның милли ҡомартҡыһы[d]
Карта
 Бихач төрбә-мавзолейы Викимилектә

Төрбә-мавзолей һәм Капитан башняһы

Бихач төрбә-мавзолейы (босн. Turbe – mauzolej) — Босния һәм Герцеговинаның Бихач ҡалаһындағы төрбә (ислам мавзолейының төрө). Австро-Венгрия тарафынан Босния һәм Герцеговинаны оккупациялау осоронда, 1878 йылда Австро-Венгрия ғәскәрҙәре менән көрәштә һәләк булған ҡала һаҡсыларына хөрмәт йөҙөнән төҙөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берлин конгресы ҡарарына ярашлы, 1878 йылдың июнендә Австро-Венгрия Босния һәм Герцеговинаны аннексиялау хоҡуғын ала. Австро-Венгрия армияһы уны ғәмәлгә ашыра башлағас, уға бигерәк тә мосолман халҡы яғынан ҡаршылыҡты баҫтырыу өсөн бер нисә ай кәрәк булған. Бихач диуарҙары янында алыштар 7 сентябрҙә башлана, һәм 12 көндән һуң ғына ҡаланы һаҡлаусылар уны биреүгә мәжбүр була. Бихачтың ҡолауы Босния Краинаһының башҡа ҡалаларын һаҡлаусыларға күңелһеҙ йоғонто яһай, шуға күрә улар, бер ниндәй етди ҡаршылыҡһыҙ, баш тарта. Тик Велика-Кладуша һәм Печиград ҡына 1878 йылдың октябренә тиклем оккупанттарға ҡаршы көрәшкән[1].

Төрбә-мавзолей Австро-Венгрия ғәскәрҙәре менән көрәштә һәләк булған ҡала һаҡсыларына хөрмәт йөҙөнән төҙөлә. Башта ул ағастан яһалған, әммә 1890 йылда уның урынында сиркәү төҙөлгән, һәм Австро-Венгрия властары, Бихачтың мосолман халҡының хуплауын алырға теләп, хәҙерге төрбәне үҙ иҫәбенә төҙөгән. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был мавзолей Ғосман империяһы хакимлығы дәүерендә төҙөлгән тип раҫлана[1].

Был изге ҡомартҡы 1990-сы йылдарҙағы Босния һуғышы ваҡытында ныҡ зыян күрә, әммә һуңынан ремонтлана. Хәҙер был төбәктәге босний мәҙәни мираҫының мөһим символы булып тора[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрбә бинаһы һигеҙ мөйөшлө нигеҙгә эйә, ә уның түбәһендә көмбәҙен ҡоролған. Стеналарҙың ҡырҙары тигеҙ, уларҙың һәр береһенең оҙонлоғо 2,6 метр тәшкил итә. Стеналар таш һәм кирбес ҡатнашмаһынан тора, ә төрбәнең бөтә тышҡы фасады бихацит (бик йомшаҡ һәм еңел урындағы эзбизташ) ташы менән биҙәлгән. Төрбә стенанан 35 сантиметрға сығып торған горизонталь профилле таш кәрниз уратып алған, уға тәҙрәнең аҫҡы яҡтары таяна. Кәрниз өҫтөндәге зона түбән урынлашҡан зонанан бер аҙ ҙурыраҡ һәм көмбәҙһеҙ бинаның 2/3 бейеклеген тәшкил итә[1].

Төрбәнең йыйылмалы көмбәҙе бар, ул цинкланған металл табаҡтар менән ҡапланған. Көмбәҙҙең өҫкө өлөшө тигеҙ итеп һалынған һәм теүәл уйып эшләнгән бихацит ташының квадрат блоктарынан тора. Ә аҫҡы зона дүрт горизонталь рәт итеп урынлашҡан, күренеп торған екле һәм тупаҫ эшкәртелгән таш блоктарҙан тора[1].

Интерьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бихач төрбәһе интерьеры

Төрбә эсендә ике ағас кәшәнә урынлашҡан, уларҙың һәр береһе ҡәбер ташы менән саркофагтан тора. Төрбәлә лә, ҡәбер таштарында ла яҙыуҙар юҡ, уларҙы үрелеп торған таҫмалар рәүешендәге күп һанлы орнаменттар биҙәй[1].

Милли ҡомартҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Босния һәм Герцеговинаның милли ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса комиссия тарафынан Бихачтағы төрбә-мавзолей тарихи бинаһы милли ҡомартҡы тип иғлан ителә[1].

Библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Radoslav Lopašić, Bihać i Bihaćka krajina, Zagreb, 1890.
  • Ćiro Truhelka, Sredovječni spomenici Bosanske Hrvatske, «Hrvatsko kolo» XXIII, Zagreb, 1942.
  • Branka Raunig, Fikreta Butić, Branko Bokan, Bihać i okolina, Turističko društvo «Una», Bihać, 1963.
  • Dr Ekrem Hakki Ayverdi, AVRUPA 'DA OSMANLY MIMARI ESERLERI, II f.3 kitab, Baha Matabaasi, Istanbul, 1981.
  • Mehmed Mujezinović, Islamska epigrafika Bosne i Hercegovine, knjiga 3, 3. izdanje, biblioteka «Kulturno naslijeđe», Sarajevo — Publishing, str. 61 — 65, 1998.
  • Nikola Radić, Bihać sa starih razglednica, Bihać, 2000.
  • Abdulah Talundžić, Turbe i toranj crkve u Bihaću, Mostar 2005: Most — časopis za obrazovanje, nauku i kulturu, 193 (104 — nova serija), str. 72.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Turbe-mauzolej iz Bihaća. Commission to Preserve National Monuments of Bosnia and Herzegovina. Дата обращения: 26 май 2022. Архивировано 15 ғинуар 2022 года.