Эстәлеккә күсергә

Биғлов Йыһандар Ирғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биғлов Йыһандар Ирғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, РСФСР
Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Иҫке Абзан, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы
Вафат булған көнө 28 ноябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме математик
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18 декабрь 1918 йыл — 28 ноябрь 2001 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955).

Йыһандар Ирғәле улы Биғлов 1918 йылдың 18 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Абзан ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) тыуған. Күсәрбай мәктәбендә ете класс белем ала. Артабан Өфөлә рабфакта уҡый[1].

1941 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Яҡшы уҡыуы һәм әүҙем йәмғиәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостанда беренсе Сталин стипендиаты була. Юғары белем алғандан һуң институттың математика кафедраһында эшкә ҡалдырыла[1].

Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем ҡатнаша, төрлө хәрби вазифалар биләй: рота батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, рота парторгы, дивизияның сәйәси бүлеге начальнигының комсомол эше буйынса урынбаҫары[1].

Демобилизациянан һуң, 1946 йылда, педагогия инстиутының математик анализы кафедраһында ассистент булып эшләй башлай. Аспирантурала Мәскәүҙә, билдәле профессор М. А. Наймарк етәкселегендә, уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын (1955) уңышлы яҡлай. Артабан, 1986 йылға тиклем, Башҡорт дәүләт университетының анализ һәм дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһында — уҡытыусы, артабан доцент булып эшләй. 1956—1962 йылдарҙа — математик анализ кафедраһы мөдире. 1972 йылдан асылған математика факультетының тәүге деканы (1972—1982)[1].

2001 йылдың 28 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль операторҙарҙы өйрәнеүгә арналған. Уның ғилми хеҙмәттәре Башҡортсоан Республикаһында математика үҫешенә булышлыҡ итә. 20-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Төп ғилми хеҙмәте

  • Разложение по собственным функциям систем дифференциальных уравнений II порядка //Доклады Академии наук СССР. 1957. Т.112. № 5.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]