Би-би-си

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Би-би-си»
Тапшырыу мөмкинлеге киң булған Британия корпорацияһы
Лого BBC
Ил

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Тапшырыу зонаһы

Ер Ер

Эшләй башлаған ваҡыт

1922

Сайт

bbc.com

Онлайн-тапшырыу

ғәмәлдә

«Би-би-си» (ингл. British Broadcasting Corporation, ҡыҫҡаса BBC) — Бөйөк Британияның тапшырыу мөмкинлеге киң булған корпорацияһы, милли ижтимағи радиотапшырыуҙар ойошмаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

BBC иң беренсе радиотапшырыу станцияларының береһе[1]. 1922 йылда нигеҙләнә[2]. Шул уҡ йылдың 14 ноябрендә Бөйөк Британияла дөйөм милли радиоканал оҙон тулҡындарҙа тапшыра башлай һәм төбәк радиоселтәрҙәрен төҙөй. 1930 йылдың 9 мартында Би-би-си (BBC National Programme и BBC Regional Programme) исемен ала. 1932 йылда BBC Empire Service халаҡ-ара радиоканалы эшләй башлай[3].

Лондонда Би-би-си телевышкаһы. 1936 йылдан файҙаланыла
Лого BBC (1997-2021)

1929 йылдан Лондондағы радиотапшырғыс файҙаланыла. 1932 йылдың 2 августынан телевизион тапшырыуҙар эшләү башлана. 1934 йылда телевизион тапшырыуҙар сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан даими эфирға сыға[4]. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тапшырыуҙар әҙерләү туҡтап тора. Был ваҡытта каналдың аудиторияһы 25-40 мең йорт иҫәпләнә. Бомба ташлаусы самолеттар өсөн УКВ-тапшырғыс пеленг булып тора һәм станцияны хеҙмәтләндереүсе инженер һәм техниктар һуҡышта кәрәк була, радиоканалды туҡтатыу ошо сәбәптәр менән бәйле.

1945 йылда BBC Light Programme каналы эшләй башлай. Телевизион тапшырыуҙар 1946 йылда тергеҙелә. Радиокомитеттың 1962 йылғы докладында Би-би-си ыңғай баһалама алыуы билдәләп үтелә, ә конкурент ITV программалары тәнҡит ителә[5].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1930 йылдың 18 апрелендә ВВС радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынана радионан көнөн буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. BBC History – The BBC takes to the Airwaves, BBC News. 19 июль 2007 тикшерелгән.
  2. 1920s (ингл.). The BBC Story. BBC. Дата обращения: 31 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года. 2012 йыл 2 июль архивланған.
  3. Bush House Inside Out: Celebrating our 80th birthday live on air (ингл.). BBC (1 March, 2012). Дата обращения: 30 май 2015.
  4. Norman, Bruce. Here's Looking at You: The Story of British Television 1908–1939. — 1984. — P. 99. — ISBN 978-0-563-20102-1.
  5. Committees of Enquiry: Pilkington Committee (PDF) 4 (1 июнь 1962). Дата обращения: 30 сентябрь 2006. Архивировано 12 октябрь 2006 года.
  6. http://oblako-media.ru/novosti/interesnye-fakty-o-smi/ 2016 йыл 5 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.