Эстәлеккә күсергә

Благонравов Анатолий Аркадьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Благонравов Анатолий Аркадьевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 май (1 июнь) 1894
Тыуған урыны Аньково[d], Ильинский район[d], СССР
Вафат булған көнө 4 февраль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][4] (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][5]
Һөнәр төрө физик, ғалим
Эшмәкәрлек төрө механика
Эш урыны Военная академия РВСН имени Петра Великого[d]
Институт машиноведения им. А. А. Благонравова РАН[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Владимирская лингвистическая гимназия имени А. Г. Столетова[d]
Михайловское артиллерийское училище[d]
Михайловская военная артиллерийская академия[d]
Ғилми исеме профессор[d] һәм академик АН СССР[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание бригинженер[d] һәм дивинженер[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Благонравов Анатолий Аркадьевич (20 май (1 июнь) 1894 йыл4 февраль 1975 йыл) — СССР-ҙың механика өлкәһендә эшләгән ғалимы, хәрби хеҙмәткәр. СССР Фәндәр академияһы академигы (1943), артиллерия генерал-лейтенанты, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964, 1974), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1940).

Аркадий Благонравов Владимир губернаһының Аньково ауылында тыуған. Владимир гимназияһында уҡый. 1916 йылда Петроград политехника институтының 4 курсын, шул уҡ йылды Михайлов артиллерия училищеһының тиҙләтелгән курсын, 1924 йылда комсоставтың юғары артиллерия мәктәбен һәм 1929 йылда хәрби — техник академияны тамамлай.

1916 йылдан хәрби хеҙмәттә, 1918 йылдан -Ҡыҙыл Армияла. Рәсәйҙә Беренсе бөтә донъя һуғышы һәм граждандар һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң артиллерия частарында хеҙмәт итә. 1929 йылдан-хәрби — техник академияла, 1932 йылдан Ф.Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһында уҡытыусы булып эшләй (уҡытыусы, атыу ҡоралдары факультеты башлығы, академия башлығы вазифаларын башҡарыусы, академия башлығының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары).

1946 йылда — СССР Юғары белем биреү министры урынбаҫары. 1946—1950 йылдарҙа — президент, 1950—1953 йылдарҙа-артиллерия фәндәре академияһының вице-президенты. 1953 йылдан отставкала.

1953 йылдан СССР Фәндәр академияһының машина белеме институты директоры. 1957—1963 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының техник фәндәр бүлеге академигы-секретары. 1940 йылдар аҙағы — 1950 йылдар башында ракета ярҙамында атмосфераның өҫкө ҡатламдарын тикшереү буйынса ғилми-ойоштороу эше алып бара; 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһының Космик киңлекте тикшереү һәм ҡулланыу комиссияһы рәйесе. 1959 йылда халыҡ-ара фәнни берлектәр Советы ҡарамағындағы космик тикшеренеүҙәр Комитетының вице-президенты. Халыҡ-ара Астронавтика Академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

1956 йылда теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР Милли комитетының беренсе составына инә. (1956)

С.П.Королев вафат йылында башланған Т.Э. Циолковский иҫтәлегенә фәнни уҡыуҙарҙы ойоштороусы булып тора. А. А. Благонравов уҡыуҙары менән оҙаҡ ваҡыт етәкселек итә, ул йыл һайын уҙа.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратына ерләнгән.

Бүләктәре һәм исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. А. Благонравов исемендәге РФА машина белеме институты; Владимирҙа Благонравов урамы бар. "Академик Благонравов" 15941 проекты судноһы (балкер, углеродовоз, һыу биреү 66 000 т)
  • Боеприпасы стрелкового вооружений. Патроны, ручные и ружейный гранаты. Их устройство. Л., 1932 (В соавт. с М. В. Гуревич.)
  • Дольные тормоза. Л., Булыуы 1933
  • Действие выстрела на оружейные стволы. Л., Булыуы 1933
  • Атлас конструкций автоматического оружия. Л., Булыуы 1933 (В соавт. с-А. Гнатенко, М. В. Гуревич, А. Сидоренко.)
  • Основания проектирования автоматического оружия. М.: Воениздат, 1940
  • Материальная часть автоматического стрелкового оружия. Часть 1. М.:Государственное военное издательство НКО СССР, 1940 (редактор)
  • Материальная часть автоматического стрелкового оружия. Часть 2. М.:Государственное военное издательство НКО СССР, 1940 (редактор)
  • Материальная часть стрелкового оружия. Книга 1(недоступная ссылка)Калып:Недоступная ссылка. М.:Обороне ҠАП, 1945 (редактор)
  • Материальная часть стрелкового оружия. Книга 2(недоступная ссылка)Калып:Недоступная ссылка. М.:Обороне ҠАП, 1946 (редактор)
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1057562025 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Anatoly Arkadievich Blagonravov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Anatolij Arkadjewitsch Blagonrawow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Anatolij A. Blagonrawow // Munzinger Personen (нем.)
  5. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Научные Чтения памяти К. Э. Циолковского. ГМИК. — Заглавная страница официального сайта чтений. Дата обращения: 4 ғинуар 2012.
  • Фролов Т. В., Пархоменко А. А., Усков М. Т. Анатолий Аркадьевич Благонравов. М., 1982 («Научно-биографическом серия»)
  • Павлов. И.Н. Они поставили Железную дивизию. Краткий биографическом справочник (1918-1998). М., 1998, с.32
  • «Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения» / Министерство обороны России.; Гл.ред.: И. Д. Сергеев, Яковлев Владимир Николаевич (военачальник), Н. Е. Соловцов. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.52-53.