Блищенко Игорь Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БлищенкоИгорь Павлович битенән йүнәлтелде)
Блищенко Игорь Павлович
Тыуған көнө

10 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Вафат көнө

9 август 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (70 йәш)

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Блищенко Игорь Павлович (10 апрель 1930 йыл, Баҡы — 9 август 2000 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса белгес; юридик фәндәр докторы (1964), Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире һәм профессоры (1981); РФ-тың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм РУДН почетлы профессоры. РУДН уның иҫтәлегенә «проф. И. П. Блищенко исемендәге стипендия» булдырған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Павлович Блищенко Баҡы ҡалаһында 1930 йылдың 10 апрелендә тыуған; 1953 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай. Дүрт йылдан һуң ул профессор Всеволод Дурденевский етәкселегендә «Халыҡ-ара һәм милли хоҡуҡ» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә эйә була.

1954 йылда ТАСС мәғлүмәт агентлығында референт булып эшләй башлай; 1955—1956 йылдарҙа Госюриздат нәшриәтендә (бөгөн — «Юридик әҙәбиәт» нәшриәте) хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса мөхәррире булып эшләй. 1956 йылдан 1960 йылғаса «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» нәшриәтенең (1957 йылға тиклем — Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының нәшриәте) мөхәррире, өлкән мөхәррире һәм баш мөхәррире була.

Игорь Блищенко 1960 йылдан СССР Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик юғары мәктәбендә доцент, ғилми һәм уҡыу эштәре буйынса проректор вазифаһын биләй — 1966 йылдарға тиклем был вазифала ҡала. 1964 йылда «Правовая организация внешних сношений государств» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ике йылдан һуң СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире урынбаҫары һәм профессоры була; 1978 йылға тиклем был юғары уҡыу йортонда эшләй. БМО эксперты булараҡ, Блищенко 1973 йылда — американ коллегаһы Ричард Вахтер менән хеҙмәттәшлектә БМО Генераль Секретары өсөн «Обзор существующих принципов и норм международного права, запрещающих и ограничивающих применение отдельных видов оружия» темаһына берлектәге монографик тикшеренеүҙәрен әҙерләй.

1978 йылдан алып 1981 йылдар осоронда Блищенко СССР Фәндәр академияһының донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында (ИМЭМО) әйҙәүсе алдынғы тикшеренеүсе булып тора. 1981 йылда ул Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире булып тора. «Московский журнал международного права» баҫмаһының ғилми мөхәрририәт коллегияһына инә; «Международное право — International Law» журналының мөхәрририәт советы рәйесе булып тора; шулай уҡ бер нисә махсус уҡыу йорттарының,шул иҫәптән РУДН һәм МГИМО, ғилми советы ағзаһы булып тора. Швейцария, Австрия, Бөйөк британия, Франция, Италия, Германия (ГФР), Голландия, Венгрия, АҠШ, Куба, Япония, Мысыр, Иордания һәм Ливанда төрлө университеттарҙа һәм ғилми-тикшеренеү институттарында айырым курстар буйынса лекциялар курсы һәм лекциялар уҡый.

1998 йылда Блищенко БМО-ның химик һәм бактериологик ҡорал тураһындағы конвенцияһы проектын төҙөүҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылда Лондонда Бәхәстәрҙе тыныс хәл итеү буйынса БМО өсөн тәҡдимдәрҙе төҙөүҙә ҡатнаша. РФ Дәүләт думаһы эшендә, Рәсәй Совет Федерация , Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының эштәрендә ҡатнаша.

Эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Блищенко дүрт йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора, шул иҫәптән ике тиҫтә монография яҙған:

  • «Международное и внутригосударственное право» (М., 1960);
  • «Дипломатическое и консульское право» (М., 1962) (в соавт.);
  • «Обычное оружие и международное право» (М., 1984);
  • «Международное гуманитарное право» (М., 1986);
  • «Мировая политика и международное право» (М., 1991) (в соавт.);
  • «Международный уголовный суд». 2-е изд. (М., 1998) (в соавт.).

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәҙерге рәсәй юристар : Кем кем булған юридик фән һәм практиканы : Белешмә / Сост. В. Н. Додонов һ. б. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 б.
  • Халыҡ-ара енәйәт судына Хоҡуҡи режим Богуш г. и. Игорь Блищенко профессор исеменән эссе (1930—2000), 2009. 1122. с. / / хоҡуҡ һәм дәүләттең. — 2010. — № 12. — С. 115—117.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]