Блог

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Блог (ҡыҫҡ. «влог» ингл. blog — web log йәғни «интернет селтәрендәге көндәлектәр, онлайн-көндәлектәр» һүҙҙәренән булдырылған неологизм) — даими рәүештә билдәле ваҡыт айырмаһы менән өҫтәлә барған яҙмалар: текст, рәсем, видео йәки башҡа мультимедиа мәғлүмәте.

Блог алып барыусыларҙы «блогер» тип атайҙар[1][2]. Интернет селтәрендәге блогтарҙың йәмғеһен «блогосфера» тиҙәр.

Блогтар, ғәҙәттәге веб-форум һәм чаттарҙан айырмалы рәүештә: — авторҙың шәхси фекерен, ҡараштарын белдерә; — комментарийҙар ҡалдырыу мөмкинселеген авторҙың ихтыярына бәйләй.

Беренсе блог тип 1992-се йылдан башлап алып барылған Тим Бернерс-Ли сәхифәһе һанала. 1996-сы йылда блогтар киң тарала башлай. 1999 йылының августында Сан-Франциско ҡалаһындағы Pyra Labs компанияһы түләүһеҙ блог алып барыу өсөн Blogger.com сайтын аса.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]