Эстәлеккә күсергә

Бобрик Борис Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бобрик Борис Фёдорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 11 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Аксёнов ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 июль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (80 йәш)
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Бобрик Борис Фёдорович (11 июль 1933 йыл21 июль 2013 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).

Борис Фёдорович Бобрик 1933 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Аксенов ауылында тыуған. 1952 йылда Өфө коммуналь-төҙөлөш техникумын, 1983 йылда — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда «Востокнефтепроводстрой» тресы төҙөлөш идараһында башлаған: техник, участка башлығы, идаралыҡ башлығы, төҙөлөш идаралығы башлығы.

  • 1979—1994 йылдарҙа — трест идарасыһы,
  • 1994—2003 йылдарҙа — «Востокнефтепроводстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры.

«Урта Азия — Үҙәк», «Уренгой — Үҙәк», «Уренгой — Помара — Ужгород», «Бохара — Урал», «Ямбург — Волга буйы» магистраль торба үткәргестәрен төҙөүҙә һәм Башҡортостан Республикаһының 36 районына газ үткәреүҙә ҡатнаша.

СССР халыҡ депутаты итеп һайланған (1989—1991), СССР Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, техника һәм технологияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы була; 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • миҙалдар
  • «СССР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәте министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре»
  • «СССР-ҙың нефть газ төҙөлөш министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре»
  • «Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ-энергетика сәнәғәте министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре»
  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе»
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы