Бобылёва Евдокия Фёдоровна
Бобылёва Евдокия Фёдоровна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 18 август 1919 |
Тыуған урыны | Одоевский район[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 29 август 2017 (98 йәш) |
Вафат булған урыны | Тула, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Тула дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бобылёва Евдокия Фёдоровна (18 август 1919 йыл — 29 август 2017 йыл) — педагог, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1990)[1], РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың халыҡ депутаты, СССР Юғары Советының халыҡ мәғарифы буйынса комитеты ағзаһы. Одоев районының һәм Тула өлкәһенең почётлы гражданы[2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Евдокия Фёдоровна Бобылёва Тула өлкәһенең Одоев районы Анастасово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Одоев урта мәктәбен тамамлағандан һуң ете йыллыҡ һәм урта мәктәптәрҙә уҡыта. Тула педагогия институтын тамамлай. Одоев урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусмыһы булып эшләй. Иван Александрович Бобылёвҡа кейәүгә сыға. Евдокия Фёдоровна Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, зенит батареяһында һуғыша, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2]. Евдокия Фёдоровнаның тәүге ире, Иван Александрович Мәскәү янында һуғыша, Еңеүгә ике аҙна ҡалғас, һәләк була. Евдокия Фёдоровнаның икенсе ире йәшлек дуҫы - Гавриил Андреевич Серёгин, район мәғарифы мөдире була
1966 йылдан Советтар Союзы Геройы А.д. Виноградов исемен йөрөткән «Одоев урта дөйөм белем биреү мәктәбенең»директоры булып эшләй[2]. Уның мәктәбендә уҡыусылар өлгөргәнлек аттестаты менән бергә тракторсы йәки шофёр, механик һәм машина менән һауыу оҫтаһы танытмаһы ала.
Евдокия Фёдоровна мәғариф профсоюзы өлкә комитеты ағзаһы була, тыныслыҡ һәм ҡоралһыҙланыу өсөн Бөтә Донъя конгресында ҡатнаша (1962), СССР профсоюздарының XIV съезына делегат итеп һайлана (1968)[2]. 1989—1991 йылдарҙа — СССР Халыҡ депутаты, 1991 йылдан — халыҡ мәғариф буйынса СССР-ҙың Юғары Советы комитеты ағзаһы[3].
Бобылева Евдокия Федоровна Н. И. Рыжков, В.И. Матвиенко, Е. М. Примаков, В А. Стародубцев, Тула өлкәһе губернаторы һәм башҡа бик күп күренекле кешеләр менән таныш була[4].
Одоев мәктәбендә эшләгән уҡытыусылар, райондың күп кенә кешеләре — Евдокия Федоровнаның уҡыусылары тәрбиәлә. Яҙыусы Владимир Успенский, Бобылеваның уҡыусыһы, уның тураһында «Евдокия свет Фёдоровна» китабын яҙа [5].
Бобылева Федоровна Евдокия 2017 йылдың 29 авгусында вафат була.
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Н.К. Крупская миҙалы
- СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы,
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы,
- «Тула өлкәһе үҫешенә айырым өлөш индергәне өсөн» миҙалы
- Изгелек ордены,
- «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» иҫтәлекле миҙалы,
- Одоев һәм Тула өлкәһенең почетлы гражданы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Правовая Россия. Указ Президента СССР от 10.05.1990 N 139 2018 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Портал правительства Тульской области. Бобылёва Евдокия Фёдоровна 2018 йылдың 22 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Бобылёва, Евдокия Фёдоровна. ББЭ
- ↑ Сегодня ушла из жизни Евдокия Фёдоровна Бобылёва 2020 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Успенский, Владимир Дмитриевич — Евдокия свет Федоровна. РГБ
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 18 августа тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 29 августа вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Тулала вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Н. К. Крупская миҙалы менән наградланғандар
- СССР-ҙың халыҡ уҡытыусылары
- РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусылары
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары