Эстәлеккә күсергә

Боголепов Дмитрий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боголепов Дмитрий Петрович
рус. Дмитрий Петрович Боголепов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 30 июнь (12 июль) 1885
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө иҡтисадсы, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө иҡтисад
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
юридический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә магистр[d] (1913)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d]
Ойошма ағзаһы Общество старых большевиков[d]

Боголепов Дмитрий Петрович (12 июль 1885 йыл — 8 май 1941 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР иҡтисадсыһы һәм сәйәси эшмәкәре, Мәскәү дәүләт университетының Ваҡытлы президиумы рәйесе. 19201921 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты ректоры.

Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Боголепов ҡәбере

Дмитрий Петрович Боголепов 1885 йылдың 12 июлендә почётлы граждан нәҫеленән Тверь губернаһы училищелар инспекторы һәм уҡытыусыһы Петр Андреевич Боголепов Андреевич (ул ауыл руханийы улы)ғаиләһендә Мәскәүҙә тыуған.

1904 йылда Мәскәүҙең 7-се гимназияһын алтын миҙал менән тамамла, Санкт-Петербург политехник институтына уҡырға инә. Унда бер йыл уҡығандан һуң, Мәскәү университетының юридик факультеты күсә. 1909 йылда уны 1-се дәрәжә диплом менән тамамлай һәм финанс хоҡуҡтары кафедраһында профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдырыла. 1913 йылда сәйәси экономия финанс хоҡуҡтары буйынса магистрлыҡ имтихандарын тапшыра һәм приват-доцент вазифаһына раҫлана. Мәскәү университетының юридик факультетындағы эше менән бергә Мәскәү шәхси юридик институтында «Банк эше» курсы буйынса лкциялар уҡый.

Сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1907 йылда марксистик түңәрәктә башҡа ҡатнашыусылар менән бергә Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһенә инә. Улар араһында В. В. Оболенский, Смирнов В. М., Фирсов В. М. була. 1914-1915 йылдарҙа IV дәүләт думаһы социал-демократик фракцияһында эшләй, артабан социал-демократик периодик баҫмалары менән хеҙмәттәшлек итә. 1917 йылда «Социал-Демократта», "Правда һ. б. гәзиттәрҙә эшләй. 1917 йылда Апрель конференцияһын үткәргән ваҡытта В. И. Ленин менән шәхсән таныша. Бында Боголепов тезис сығарыу буйынса комиссия эшендә ҡатнаша. РСДРП(б) VI съезд делегаты була.

Октябрь революцияһына совет финанс эштәре органдарында әүҙем эш алып бара: 1917 йылдың 17 ноябрендәге Совнарком ҡарары менән Дәүләт ҡаҙна департаменты Халыҡ комиссарының финанс ярҙамсыһы һәм директоы булып тәғәйенләнә. Конституцион комиссия эшендә ҡатнашып, 1918 йылдың июль айында сығарылған Беренсе Совет Конституцияның эш төркөмөнә инә. 1919-1920 йылдарҙа тәүҙә Украинаның финанс халыҡ комиссариатына, аҙаҡ Төркөстан республикаһына банк-финанс структураһы эшен ойошторорға ебәрелә.

Мәскәү дәүләт университеты ректоры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Совет хөкүмәте юғары белем биреү системаһын дәүләт ҡарамағы күҙәтеүе аҫтына ҡуйыу маҡсаты менән етди реформалау менән шөғөлләнә. Дмитрий Петрович был сарала әүҙем ҡатнаша.

Мәғариф халыҡ комиссариатының университет реформаһы планы университет Советтары һәм улар һайлаған ректорҙар аша юғары уҡыу йорттары менән идара итеүҙең традицион системаһын юғары уҡыу йорттарының ваҡытлы президиумының академик, шулай уҡ белем биреү һәм иҡтисади һәм административ тормошо менән етәкселек иткән яңы коллегиаль органдарға алмаштырыу була. Боголепов Мәскәү университетының Ваҡытлы президиумы (йәки ректоры) рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Юғары уҡыу йортоноң яңы етәксеһе В. И. Лениндың 1920 йыл аҙағындағы шәхси әңгәмә барышында биргән директиваларына таяна. Дмитрий Петровичтың мемуарҙарында был директивалар өс пунктта нигеҙләнә: 1) фән тик фәҡирҙәр өсөн;; 2) «уҡытыу азатлығын» юҡҡа сығарыу, «беҙҙең күрһәтмәләр буйынса» уҡытыу; 3) МДУ хеҙмәткәрҙәренең финанс хәлен яҡшыртыу.

Мәғариф халыҡ комиссариатының күпселек вазифалар буйынса пландары юғары уҡыу йорто профессорҙарының һәм уҡытыусыларының ҡаршылығын тыуҙыра. Яңы принциптарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Ваҡытлы президиум үҙенең рәйесе өсөн артыҡ консерватив булыуын иҫбатлай һәм тиҙҙән уның нигеҙендә үҙенең төп вәкәләттәрен үҙ ҡулына туплаған Кесе президиум ойоштора. Факультет ултырыштары менән көрәштә Боголепов үҙе ойошторған уҡыу-ғилми комиссияһын профессор А. К. Тимирязев етәкселегендә файҙалана. Административ-хужалыҡ комиссияһын профессор К. П. Яковлев етәкләй.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Дмитрий Петрович һәм Ваҡытлы президиум түбәндәге башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшә: 1920 йылдың көҙөндә Мәскәү университетында беренсе партия мәктәбе асыла, был партия белем биреүҙең ойошҡан системаһына башланғыс булып тора; шул уҡ йылдың ноябрендә ғалимдарҙы бүләкләү тураһындағы Положение раҫлана һәм «Ғалимдарҙың, профессорҙарҙың һәм уҡытыусыларҙың тормош һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса комиссия» ойошторола; 1921 йыл башында Халыҡ комиссарҙары Советының «Ижтимағи фәндәр факультеттарын ойоштороу планы тураһында» указы нигеҙендә Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты яңы үҫеш ала, унда 7 кафедра барлыҡҡа килә: социаль-педагогик, хоҡуҡи, иҡтисади, тышҡы бәйләнештәр, статистик, әҙәби-художестволы, этнолог-лингвистика. Төркөстан университетын интернациональ ярҙам күрһәтелә. РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1921 йылдың 10 мартындағы указы менән Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағында «төньяҡ диңгеҙҙәрҙе комплекслы һәм системалы өйрәнеү өсөн» Йөҙөүсе диңгеҙ институты ойошторола, уның эшендә Мәскәү университетының зоологтары әүҙем ҡатнаша. Әммә артыҡ идара итеү алымдары профессорҙарҙың ҡаршылығын тыуҙырып ҡына ҡалмай, ә Боголеповтың фәнде юҡҡа сығарыусы булараҡ абруйын да төшөрә, тиҙҙән ул ректор вазифаһынан китә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабан 1931 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетында профессор булып эшләй, һуңынан Совет хоҡуҡ институтына күсә һәм 1933 йылға тиклем шунда ҡала. Артабан ғилми эштәрен СССР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы Милләттәр институтында һәм Финанс халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Ғилми-тикшеренеү финанс институтында Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институтында педагогик эштәр менән берләштерә. Юғары аттестация комиссияһының эксперт комиссияһы ағзаһы була

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте ҡарамаһындағы Финанс университетының беренсе ректоры була (МФЭИ).[1]

1941 йылдың 8 майында Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

  1. Финансовая академия при Правительстве Российской Федерации: история и современность. Колл. авт. / под общ. ред. ректора Финансовой академии М. А. Эскиндарова. — М.: Финансы и статистика, 2009. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-279-03406-2.