Богоров Вениамин Григорьевич
Богоров Вениамин Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 (24) декабрь 1904 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 15 апрель 1971 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | океанолог |
Эшмәкәрлек төрө | Океанология һәм Гидробиология |
Эш урыны | Институт океанологии имени П. П. Ширшова РАН[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның биология факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Богоров Вениамин Григорьевич Викимилектә |
Богоров Вениамин Григорьевичв (11 (24) декабрь 1904, Мәскәү — 15 апрель 1971 йыл, Кишинёв) — СССР океанологы һәм гидробиологы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1958).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе гильдия сауҙагәре (1908 йылдан), «Г. В. Богоров һәм Ко урман сәнәғәте ширҡәте» рәйесе Григорий Вениаминович (Евзель-Гирш Бениаминович) Богоров (1875—1923) һәм Фани Львовна (Фейга Лейбовна) Богорова (1878—1953) ғаиләһендә тыуған[2][3]. Уның апайҙары Сара (Александра, 1903—1988) һәм Эсфирь (1907—1996) була. Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының биология бүлегендә юғары белем ала. Уҡыуын 1926 йылда тамамлай. Уҡыуын тамамланғанға тиклем үк Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтының «Персей» экпедиция судноһында фәнни эштәр башҡара (1924).
1930 йылдан Бөтә Союз балыҡ хужалығы һәм океанография институтында эшләй. 1940 йылда «Биологические сезоны в планктоне полярных морей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1941 йылда СССР Фәндәр академияһының Океанология институты директорының фән буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. Шулай уҡ 1946 йылдан ул Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры булып эшләй.
1961 йылда Океанология институтында планктон лабораторияһы мөдире вазифаһына күсә. 1964 йылдан Мәскәү дәүләт университетының гидробиология кафедраһы мөдире.
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Эсфирь Львовна Минц (1904—1988), юрист, «Экспортхлеб» хеҙмәткәре.
- Улы — Богоров Григорий Вениаминович (1938—1997), океанолог, геоморфолог, СССР Фәндәр академияһының А. Н. Андреев исемендәге Акустика институты ғилми хеҙмәткәре; химик В. А. Каргиндың кейәүе.
- Улы — Лев Вениаминович Богоров (1944 йылда тыуған), микробиолог, рәссам (1994 йылдан — АҠШ-та)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945)
- миҙалдар
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — океанология өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Япон диңгеҙенең һыу төбөндә һыу аҫты һырты (Богоров һырты, координаталары: 42°40′ с. ш. 136°20′ в. д.HGЯO), «Витязь» фәнни-тикшеренеү судноһының 6-сы рейсында табылған (1951 й.)[5] һәм СССР Фәндәр академияһының фәнни-тикшеренеү судноһы («Профессор Богоров») В. Г. Богоров хөрмәтенә аталған.
- 1979 йылда СССР Почтаһы В. Г. Богоровтың тыуыуының 75-йыллығына арналған почта конверты сығара.
Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙҙәр һәм океандар планктонын, океандың биологик етештереүсәнлеге проблемаларын, унда географик зоналарға бүлеүҙе өйрәнә. Л. А. Зенкевич менән бергә океандың биологик төҙөлөшөн өйрәнеү өҫтөндә эшләй.
«Витязь» судноһында экспедиция начальнигы була.
Хеҙмәттәре исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вертикальное распределение зоопланктона и вертикальное расчленение вод океана // Труды института океанологии АН СССР. 1948. Т. 2.
- Жизнь моря. М., 1954.
- Продукция планктона и характеристика биогеографических областей океана // Доклады АН СССР. 1958. Т. 118. № 5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Богоров Вениамин Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Список купцов Санкт-Петербурга
- ↑ Надгробный памятник на Востряковском еврейском кладбище
- ↑ Lev Bogorov
- ↑ Алехина Г. Н., Ушакова М. Г., Агапова Г. В. Имена ученых и научных судов Института океанологии на карте Мирового океана // Природа. — 2016. — № 8. — С. 6—14.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. И. Кан, Г. В. Богоров, Л. В. Богоров. Вениамин Григорьевич Богоров, 1904—1971. — Москва: Наука, 1989.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богоров Вениамин Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Богоров Вениамин Григорьевич // Участники рейсов «Витязя». Музей мирового океана.
- Биографические сведения на сайте «Летопись Московского университета»
- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 15 апрелдә вафат булғандар
- 1971 йылда вафат булғандар
- Кишинёвта вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- XX быуат биологтары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Биология фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр