Бодрова Екатерина Сергеевна
Бодрова Екатерина Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 3 декабрь 1926 |
Тыуған урыны | Рязанский уезд[d], Рязань губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 октябрь 2012 (85 йәш) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бодрова Екатерина Сергеевна (3 декабрь 1926 йыл — 4 октябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Тамбов өлкәһе Рязань районы «Красное Знамя» колхозы зоотехнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатерина Сергеевна Бодрова 1926 йылда Рыкова Слобода ауылында тыуған. 1956 йылдан алып КПСС ағзаһы.
1933 йылдан — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшендә. Ете йәшенән колхозда эшләй. Һуғыш башланыу менән йәшелсә үҫтереү буйынса баҫыусылыҡ звеноһын етәкләй. 1947—1993 йылдарҙа — Омск өлкәһенең «Павлодарский» һарыҡсылыҡ совхозында зоотехник, баш зоотехник, Рязань өлкәһенең Рязань районы «Красное знамя» колхозында ветеринар врач.
СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 8 ғинуар указы менән Екатерина Сергеевна Бодроваға, Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
РСФСР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары советына депутат итеп һайлана.
1993 йылдан хаҡлы ялда.
Заокское ауылында йәшәй. 2012 йылдың 4 октябрендә вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике бала үҫтерә: Бодров Александр Алексеевич — улы, Бодрова Лидия Алексеевна — ҡыҙы.
Ейәне: Галина, Полина, Ольга, Надежда.
Бүләләре: Алексей, Анастасия, Екатерина, Юлия, Василий.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (08.01.1960)
- Ленин ордены (08.01.1960)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.02.1957, 06.09.1973)
- «Почёт Билдәһе» ордены (22.03.1966)
- миҙалдар.