Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Божор сәпсәү (рус. Фифи, лат. Tringa glareola) — һаралйын һымаҡтар ғаиләһенән ҡош. Ҡанаттары аҡлы-ҡаралы, арҡаһында һоро таптары бар. Оҙонлоғо 15-25 см тирәһе. Тундра һәм урман тундраһы зонаһында оя ҡора.
Божра сәпсәү, бозор сәпсәү. Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең артҡы өлөшөн өҙлөкһөҙ бәүелтә, һырты ваҡ аҡ төрткөләр менән сыбарланған һорғолт көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Муйынында, түшендә ҡара-көрән төртөктәр, бар. Ҡара сәпсәүҙән арҡаһы һорғолт булыуы менән, ә тебеттән ҡойроҡ өҫтө аҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы көйлө һәм тоноҡ ҡына: «фи-фи-фии». Яҙғыһын ата ҡоштар яңғырауыҡлы һыҙғыралар: «түли-түли-түлүлүлүү».
Батҡыллы күл һәм йылға буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Көрән таплы 4 бөртөк йәшкелт йомртҡаһы була. Ите өҫөн аулайҙар.