Божья Матерь Дон иконаһы ғибәҙәтханаһы (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Божья Матерь Дон иконаһы ғибәҙәтханаһы
Нигеҙләү датаһы 2013
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Епархия Ростовская-на-Дону епархия[d]
Рәсми сайт rostov-30.cerkov.ru
Карта

Божья Матерь Дон иконаһы ғибәҙәтханаһыНовочеркасск ҡалаһында православие ҡорамы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1891 йылда Японияла бөтә казак ғәскәрҙәренең атаманы булып иҫәпләнгән рәсәй тәхете вариҫы — Николай Александровичтың ғүмеренә ҡул һуҙырға маташыуҙарҙан һуң Новочеркасск халҡы 1893 йылдың апрелендә (тәхет вариҫының ҡотолоуының ике йыллығына) Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Макарийға Пресвятая Богородицаға бағышланған ҡорам төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Макарий Божья Матерь Дон иконаһы хөрмәтенә ҡорам төҙөүгә фатихаһын бирә.

Дон Богородицаһы сиркәүе күренеше революцияға тиклемге асылмала

Император Александр III Новочеркасскта яңы сиркәү төҙөргә рөхсәт бирә. Дон Богородицаһы сиркәүе янында священник Петр Знаменский етәкселегендә сиркәү-мәхәллә попечителдәр советы һайлана. Совет составына генерал-лейтенант В.М. Лютенсков, ғәмәли статский советник М.Е. Ушаков, прокурор ярҙамсыһы П.А.. Шишов, казак С.С. Цыкунов, губерна секретары С.С. Рыковская һәм башҡалар инә. Сиркәү төҙөү тураһында документтар һаҡланмаған. Һаҡланып ҡалған фотоһүрәттәр буйынса сиркәү бер ҡатлы, биш көмбәҙле булған, архитекторы С.И. Болдырев[1]. Ҡорамдың иконостасын рәссам Е.Г. Черепахин биҙәгән, ул шулай уҡ Новочеркасскта Вознесенский кафедраль соборҙы ла биҙәүҙә ҡатнашҡан. 1903 йылда ғибәҙәтхана төҙөлөп бөтә һәм изгеләндерелә, Дон Богородицаһы сиркәүе тип аталған. Сиркәү 1930 йылдарҙа ла булған, уның емерелеүе ваҡыты тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ[2]

Хәҙерге ваҡытта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ҡорам 1992 йылда төҙөлгән, ләкин фундаменты һалынғандан һуң эштәр туғыҙ йылға туҡтап ҡала. 1995 йылда архитекторҙар Е.В. Пантелеймонов һәм А.А. Тумасов элекке йәйге кинотеатр урынына Божья Матерь Дон иконаһы ҡорамының проектын эшләйҙәр. Әммә сиркәү тик 2013 йылда ғына эшләй башлай һәм рус ҡорамы архитектураһы традицияһында була[3] Төп инеү урыны өҫтөндә ике ҡатлы манара урынлашҡан. Ҡорамдың һигеҙ ҡырлы үҙәк өлөшө сатырлы алтын ялатылған көмбәҙ менән ослана[4] Семәрле иконостасын урындағы оҫталар башҡарған.

Ҡорамдың адресы: 346414, Ростов өлкәһе, Новочеркасск, Гагарин урамы, 108Б[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]