Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (Астана)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны
Нигеҙләү датаһы октябрь 2009
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Астана
Карта

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (ҡаҙ. Тәуелсіздік алаңы) — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астаналағы төп майҙан.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны Астананың Алматы районында урынлашҡан[1]. Тауелсиздик проспекты буйлап тура дүртмөйөш формаһында көньяҡ-көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-төньяҡ-көнсығыш буйлап һуҙылған. Арҡыры йүнәлештә майҙан Байтурсынов һәм Нажимеденов урамдары менән сикләнгән[2].

Архитектура ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙан уртаһында «Казах ели» монументы ҡуйылған — Ҡаҙағстандың азатлыҡ һәм сәскә атыуы символы[3].

Майҙан тирәләй киләһе объекттар урынлашҡан (сәғәт уғы буйынса)[2][3]:

Ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙан 2009 йылда үҙәҡ объекты булған «Казах ели» монументы менән бер ваҡытта барлыҡҡа килә. Монумент тирәләй бер нисә скульптур төркөм һәм фонтандар урынлашҡан[4].

2015 йылдың сентябрь айында Ҡаҙаҡ ханлығы ойошторолоуҙың 550 йылллығы уңайынан майҙанда тантаналы саралар үтә. Тантана барышында майҙан тарихи ауыл формаһына әүерелә[5].

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында Ватанды һаҡлаусылар һәм Конституция көнө уңайынан хәрби парадтар үтә[6][7]. 2015 йылдың 7 майында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парад ваҡытында Еңеү байрағының күсермәһен алып сығыу тантанаһы була[8].

Был майҙан Науруз байрам сараларын үткәреү урыны булып тора[9]. Яңы йылда майҙанда боҙ ҡаласыҡтары ойошторола[10].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Как Астана готовилась к Новому году 20 лет назад - видео (30 декабрь 2020). Дата обращения: 10 апрель 2021.
  2. 2,0 2,1 Площадь Независимости. Нур-Султан (Астана), Казахстан. Дата обращения: 10 апрель 2021.
  3. 3,0 3,1 Площадь Независимости и монумент «Қазақ елі». Дата обращения: 10 апрель 2021.
  4. Astana Travel Information (ингл.). Дата обращения: 10 апрель 2021.
  5. Zhazira Dyussembekova. Kazakh Eli Square Transformed into Historic Village for Anniversary of Kazakh Khanate (ингл.) (15 сентябрь 2015). Дата обращения: 10 апрель 2021.
  6. Historic Scenes, Retro Military Equipment to be Presented in Victory Parade. Дата обращения: 10 апрель 2021.
  7. Глава государства Нурсултан Назарбаев принял участие в параде войск, посвященном Дню Конституции. Дата обращения: 10 апрель 2021.
  8. Посещение военного парада, посвященного Дню защитника Отечества и 70-летию Победы в Великой Отечественной войне. Дата обращения: 10 апрель 2021.
  9. Nauryz celebrations held on Kazakh Eli square in Astana (ингл.) (22 март 2012). Дата обращения: 10 апрель 2021.
  10. Как Астана готовилась к Новому году 20 лет назад - видео (30 декабрь 2020). Дата обращения: 10 апрель 2021.