Бондаренко Игорь Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Игорь Бондаренко

И. М. Бондаренко, 1977 й.
Исеме:

Гарри Михайлович Бондаренко

Псевдонимдары:

Игорь Бондаренко

Тыуған көнө:

22 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Таганрог, РСФСР, СССР

Вафат булған көнө:

30 ғинуар 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (86 йәш)

Вафат булған урыны:

Таганрог, Рәсәй

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик, публицист

Жанр:

роман, повесть, хикәйә

Дебют:

әҙәбиәттә - 1947 йылдан

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Медаль «30 лет Советской Армии и Флота»
Ҡалып:Медаль Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
Ҡалып:Памятная медаль 150-летие А. П. Чехова
Тексты И. М. Бондаренко на сайте ПРОЗА.РУ

Бондаренко Игорь Михайлович (22 октябрь 1927 йыл30 ғинуар 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.

Бөйөк Ватан һуғышында, 19431944 йылдарҙа Германиялағы Фашистарға ҡаршы Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Яҙыусылар союзына (1991 йылғы ойоштороу съезы делегаты) нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1991 йылдан 1997 йылға саҡлы Ростов өлкә ойошмаһы етәксеһе. «Мапрекон» бойондороҡһоҙ нәшриәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Таганрог ҡалаһының почётлы гражданы. Йәмәғәт эшмәкәре — 2003 йылдан 2010 йылға саҡлы Таганрогтағы Чехов мәҙәни фонды идараһы рәйесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь (Гарри) Михайлович Бондаренко 1927 йылдың 22 октябрендә Таганрогта тыуа. Был ҡалала уның бала сағы үтә. Атаһы менән әсәһен ҡулға алғанға тиклем 10-сы мәктәптә уҡыған. Әсәһен ҡулға алғандан һуң, ул Касперовкалағы туғандары тәрбиәгә алған йортҡа яҡын урынлашҡан 6-сы мәктәпкә уҡырға күскән.

Яҙыусының атаһы Бондаренко Михаил Маркович, Таганрог ВКП(б) ҡала комитетының икенсе секретары, 1937 йылда «халыҡ дошманы» тигән ғәйеп менән ҡулға алына һәм 1938 йылдың 19 июнендә Ростовта атыла. Ҡәбере билдәле түгел. 1956 йылдың 28 декабрендә СССР Юғары суды Хәрби коллегияһы Михаил Маркович Бондаренконы үлгәндән һуң тулыһынса аҡлай, ә ҡала партия комитеты уны үлгәндән һуң ВКП(б) сафында тергеҙә.

Яҙыусының әсәһен Ксения Тихоновна Бондаренконы, хужабикәне, 1938 йылдың авгусында НКВД ҡулға ала. Гарриҙы, халыҡ дошманы улын, балалар йортона ебәрергә тейеш булғандар. Ике туған апаһы Аня, 18-йәшлек ҡыҙ, үҙенә ҡарауға алып, уны ҡотҡара.[1] Шул уҡ йылдың ноябрендә әсәһе азат ителә, әммә ҡарары СССР НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе ҡарары буйынса «социаль хәүефле элемент» тип уны ике йылға асыҡ, йәшерен булмаған күҙәтеү аҫтына алған. СССР Юғары советының 1989 йылдың 16 ғинуар Ҡарары менән 30-сы йылдарҙа ғәйепләү нигеҙһеҙ тип табыла һәм ул кешеләр сәйәси репрессия ҡорбандары тип иғлан ителә.

1945 йылдың апрелендә Одерҙа. Полк разведкаһы рядовойы Гарри Бондаренко

1942 йылда Гарри Бондаренко гитлерсылар тарафынан оккупацияланған Таганрогтан Германияға ҡыуып алып кителә һәм Росток ҡалаһындағы Эрнст Хейнкелдең «Мариене»[2] авиазаводы эргәһендәге «Rostock-Marienehe» концлагерында тотола. Лагерь номеры — 47704. Гитлер концлагерҙарының кесе йәштәге тотҡоно. Француз антифашистик Ҡаршылыҡ Хәрәкәтендә ҡатнашыусы (1943—1944 йылдар). 1945 йылда Бондаренко лагерҙан ҡасып китә һәм үҙе теләп Ҡыҙыл Армияға ҡушыла, Икенсе Белорус фронты ғәскәрҙәре составында яуҙарҙа ҡатнаша. Тәүҙә, немец телен белгәнлектән, полк разведкаһына эләгә. Һуғыш аҙағында миномёт батареяһы шофёры була. Еңеүҙән һуң Г. М. Бондаренко хеҙмәт иткән подразделениены гитлер командованиеһы Мекленбург һәм Померания территорияларында хәрәкәт иткән «Вервольф» диверсия төркөмдәрен юҡ итеү маҡсатында ҡалдыра.

1951 йылда демобилизациялана, Таганрогҡа ҡайта һәм урта мәктәп өсөн (А. П. Чехов исемендәге 2-се мәктәп)[3] экстерн имтихан тапшыра һәм Ростов дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1956 йылда уны отличие менән тамамлай.

Университет тамамлағандан һуң Ҡырғыҙстандағы Балыҡсы ҡасабаһында (1956—1958) рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта, шулай уҡ автоводитель курстары ойоштора.

1958 йылда «Дон» журналы редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп ҡабул ителә, 1962 йылда был журналдың яуаплы секретары[4] итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 1991 йылға тиклем эшләй. 1963 йылдан СССР журналистар Союзы ағзаһы. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы.

Бондаренконың тәүге баҫмалары 1947 йылға ҡарай. Һуңғараҡ уның китаптары илдең: «Советский писатель», «Современник», «Воениздат», «Советская Россия» (Мәскәү), «Радянський письменник» (Киев) һәм башҡалар кеүек киң билдәле китап нәшриәттәрендә баҫыла. Китаптарының дөйөм тиражы (сит илдәрҙә баҫылып сыҡҡандарын иҫәпкә алмағанда) — 2 миллион дананан ашыу.

И. М. Бондаренко — 34 китап авторы. Яҙыусының әҫәрҙәре немец, венгр, болгар һәм СССР халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән.

Юрий Бондарев Бондаренко тураһында: «Ҡәҙерле Игорь Михайлович! Һеҙҙең биография — бер генә түгел, ә бер нисә романға торорлоҡ. Йәғни был — беҙҙең замандаштарҙың, хәрби быуындың кире ҡайтара алмаҫлыҡ тарихы».

1989 йылда «Апрель» нәшриәт кооперативын ойошторолған. Кооператив В.Александровтың «Тухачевский эше», «Контрразведка начальнигы С. М. Устинов яҙмалары (1915—1920 г.)» китаптарын, О. Михайлов, Ю. Бондарев романдарын, сатириктар М. Задорнов, Л. Измайлов, М. Мишин, А. Ивановтың, «Мин — Джуна» тигән һәм башҡа китаптарҙы баҫтырып сығарҙы.

И. М. Бондаренко. Авторы Н. Дурицкая, 2009

1991 йылда И. М. Бондаренко Рәсәйҙең тәүге бойондороҡһоҙ нәшриәттәренең береһе — «Мапрекон» нәшриәтен булдырҙы, ете йыл эсендә, 1991 йылдан 1998 йылға саҡлы, унда миллион дананан ашыу рус һәм сит ил классикаһы: И. Бунин, А. Куприн, М. Зощенко, О. Уайльд, Д. Дидро, П. Мериме, Э. Золя, Д. Лондон һ. б. китаптары баҫылып сыҡты. 1991 йылдан 1998 йылға тиклем «Контур» әҙәби-мәғлүмәт журналын сығарҙы.

Игорь Бондаренко 1991 йылда Рәсәй яҙыусылар союзының ойоштороу съезы делегаты була һәм Ростов өлкә яҙыусылар ойошмаһына (хәҙер был төбәк бүлексәһе) нигеҙ һала. Рәсәй яҙыусылар союзының Ростов ойошмаһына бюджеттан бер тин дә аҡса бүлеү ҡаралмағанлыҡтан йәғни «законһыҙ тыуған бала кеүек булғанлыҡтан», ул «Мапрекон» нәшриәте иҫәбенән финанслана.

1996 йылда Игорь Бондаренко Таганрогта йорт һатып ала һәм Дондағы Ростовтан үҙенең һөйөклө кесе тыуған иленә күсә[5]. 1998 йылғы дефолт "Мапрекон"ды бөлдөрә.

И. Бондаренко "Таганрог энциклопедияһы"ның 3-сө баҫмаһының яуаплы мөхәррире була (2008).

Таганрог ҡалаһының Почётлы гражданы (ҡала думаһының 2007 йылдың 4 сентябрендәге 523-сө ҡарары).

2012 йылда «Print-on-Demand»[6] технологияһы буйынса «Книга по Требованию» тип аталған мәскәү нәшриәте Игорь Бондаренконың «Ҡыҙыл пианистар» китабын баҫылып сығара.

Һуңғы йылдарҙа Игорь Бондаренко «Упҡын» кинороманы өҫтөндә эшләй[7].

2014 йылдың 30 ғинуарында[8][9] Таганрогта вафат була.

Яҙыусының үҙенең васыяты буйынса, яндырылған кәүҙәһенең көлө Таганрог ҡултығында[10] таратылырға тейеш булһа ла, Игорь Бондаренко Таганрог ҡалаһындағы Николаев зыяратының Дан аллеяһында[11] ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985[12] № 1167735)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1982)
  • «Фронтовик 1941—1945» билдәһе
  • Шолохов миҙалы (24 мая 2005 йылдың 24 майы, № 22)
  • «А. П. Чеховҡа 150 йәш» иҫтәлекле миҙалы (№ 1282-вх)
  • Таганрог ҡалаһының почётлы гражданы (35-се танытма)

Игорь Бондаренконың китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. М. Бондаренко, Таганрог, 2006 й.
  1. Рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1964. — 88 с., ил.
  2. Кто придет на «Мариине»: Повесть. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1967. — 238 с.
  3. Алексей и Рита: Рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1968. — (ЦДБ им. М. Горького); 1969. — 180 с.
  4. Произведения И. М. Бондаренко. Отдельные статьи: Рассказы Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1969. — 88 с.
  5. Жёлтый круг: Повесть. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1973. — 192 с.
  6. Последний день: Рассказы, очерки. — Ростов н/Д: Кн.изд-во, 1974. — 192с.
  7. Березовый сок: Рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1976. — 286 с.
  8. Кто придет на «Мариине». Жёлтый круг: Повести. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1977. — 255 с.
  9. Жовте Коло: Повесть. — Киев: Радяньский письменник, 1977.
  10. Такая долгая жизнь: Роман. Кн. 1. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1978. — 240 с.
  11. Такая долгая жизнь: Роман. Кн. 2. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1980. — 272 с.
  12. Такая долгая жизнь: Роман. — М.: Сов. писатель. — 1980. — 624 с.
  13. Такая долгая жизнь: Роман-дилогия. — Ростов н/Д: Кн.изд-во, 1982. — 624 с.
  14. Такая долгая жизнь: Роман-дилогия. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1984.
  15. Кто придет на «Мариине»: Повести. — М.: Современник, 1984. — 223 с.
  16. Им снился зелёный луг: Повесть, рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1984. — 288 с.
  17. Красная тройка: Роман // Дон. — 1985. — № 5. — С. 50-113; № 6. — С. 41-107.
  18. Такая долгая жизнь: Роман. В 2-х кн. Кн. 1. — Ростов н/Д: Кн.изд-во, 1987. — 320 с.; Кн. 2 — 352 с.
  19. Астрид (Astrid): Повесть]]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1989. — 288 с.
  20. Astrid. Кто придет на «Мариине»: Повести. — Ростов н/Д: ПИКА, 1989. — ISBN 5-7509-0110-6.
  21. Такая долгая жизнь: Роман-дилогия. — М.: Сов. писатель, 1990. — 624 с. — ISBN 5-265-01055-6.
  22. Красные пианисты: Роман, повесть. — М.: Воениздат, 1990. — 366 c. — ISBN 5-203-01019-6.
  23. Красные пианисты: Роман-хроника. — М.: Воениздат, 1991.
  24. Приговор обжалованию не подлежит: Повесть. — М.: Сов. Россия, 1991. — ISBN 5-268-01058-1.
  25. Astrid: Повесть. — М.: Современник, 1991. — ISBN 5-270-01273-1.
  26. Красные пианисты; Кто придет на «Мариине»; Обжалованию не подлежит. — Ростов н/Д: Ред. журн. «Дон», 1991. — 464 с.
  27. Astrid: Повесть. — Ростов н/Д: Изд-во бюро пропаганды Союза писателей РСФСР, 1993. — Ҡалып:ISBN с опечаткой.
  28. Красные пианисты: Роман-хроника. — Ростов н/Д: Мапрекон, 1994. — ISBN 5-7509-0263-3.
  29. Астрид. Кто придет на «Мариине». Обжалованию не подлежит. Генерал в отставке: Повести, рассказы. Ростов н/Д: «Мапрекон», 1997. — 416 с. — ISBN 5-8319-0053-3.
  30. Избранное. В 3-х томах. — Таганрог: Таганий Рогъ, 2007. — 1020 с. — ISBN 978-5-903458-02-8, ISBN 978-5-903458-05-9.
  31. Красные пианисты. Жёлтый круг. / Серия «Особо опасен для рейха». — М.: Вече, 2008. — 412 с. — ISBN 978-5-9533-3559-1.
  32. Кто придет на «Мариине». Астрид. / Серия «Особо опасен для рейха». — М.: Вече, 2009. — 408 с. — ISBN 978-5-9533-3560-7.
  33. Кто придет на «Мариине» / Серия «Военные приключения». — М.: Вече, 2010. — 406 с. — ISBN 978-5-9533-4516-3.
  34. Красные пианисты. Жёлтый круг. — М.: ООО «Книга по Требованию», 2012. — 420 с. (издана по технологии «Печать по требованию (Print-on-Demand)»: макет издательства Вече, 2008. — 412 с. — ISBN 978-5-9533-3559-1.).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бондаренко Михаил Маркович (1905—1938) — атаһы, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, ВКП(б) Таганрог ҡала комитетының икенсе секретары.
  • Бондаренко Наталья Николаевна (ҡыҙ фам. — Сивоконь; 1933—1991) — ҡатыны, флот инженер-механигы.
  • Иванова Евгения Гарриевна (1961) — ҡыҙы, журналист.
  • Константинов Николай Пантелеевич (1920—1982)— ике туған ағаһы, совет хәрби начальнигы, артиллерия генерал-майоры[13].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2015 йылдың апрелендә А. П. Чехов исемендәге Таганрог ҡала китапханаһы коллективы инициативаһы менән китапхананың айырым бер филиалына (Лиза Чайкина урамы, 43-сө йортта урынлашҡан 7-се филиалы) Гарри Михайловича Бондаренко исемен биреүҙе халыҡ фекер алышыуына ҡуйыу мәсьәләһен тәҡдим итә[14]. Таганроглылар был инициативаны хуплай һәм 2015 йылдың 21 октябрендә китапхананың 7-се филиалына тантаналы рәүештә яҙыусы исеме бирелә[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Такая долгая жизнь (роман)
  • Красные пианисты (роман)
  • Кто придёт на «Мариине»
  • Астрид (повесть)
  • Жёлтый круг (повесть)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели Дона, 1976.
  • Писатели Дона, 1986
  • Швецова Г. Такая долгая жизнь // Таганрогская правда. — 2009. — 18 дек.
  • Дитрих Петцольд Бомбы, книги и агенты // Остзее Цайтунг. — 2009. — 5 дек.
  • Славская М. Судьба донского резидента // ПроРостов. — 2009. — № 3.
  • Славская М. Шпионские хроники // Аргументы недели. — 2009. — 22 янв.
  • Котовсков Вл. Наши земляки. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2008. — С. 225—241. — ISBN 978-5-7509-0987-2.
  • Зарубина Л. Заживо похороненный // Домашняя газета. — 2007. — 24 окт.
  • Котовсков Вл. Большой писатель большого времени // Наше время. — 2007. — 24 окт.
  • Иванова Е. Судьба в крутых виражах эпохи // Вечерний Ростов. — 2007. — 23 окт.
  • Малиновский А. Писательская стезя Игоря Боондаренко // Таганрогская правда. — 2007. — 19 окт.
  • Котовсков Вл. Писатель, публицист, общественный деятель // Звезда. — 2007. — 29 окт.
  • Таганрог в литературе / Сост. И. М. Бондаренко. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 369 с. — ISBN 978-5-902450-11-5.
  • Синькова А. Дней и вёрст особый счет // Таганрогская правда (газета). — 2007. — 14 сент.
  • Бондаренко И. О чеховской школе, о времени и о себе… // Таганрогская правда (газета). — 2006. — 1 сент.
  • Оленев А. Без права на вымысел // Вечерний Ростов. — 2006. — 14 июля.
  • Писатели России. Шолоховский край / Сост. и гл. ред. Г. Губанов. — Ростов-на-Дону: Книга, 2006. — С. 141—145. — ISBN 5-481-00623-5.
  • Писатели России. Игорь Михайлович Бондаренко. — Ростов-на-Дону: Новая книга, 2006. — 122 с.
  • Зарубина Л. Шпион всех времен и народов // Домашняя газета. — 2005. — 12 янв.
  • Петраченко В. Такая долгая жизнь // Звезда. — 2002. — 11 ноября.
  • Мальдейман О. Записки разведчика // Аргументы и факты. — 2002. — 22 окт.
  • На пороге XXI века. Российский автобиблиографический ежегодник. Том первый. — М.: Московский парнас, 1999.
  • Кремнев А. Я жил под дамокловым мечом… // Приазовский край. — 1997. — 23 окт.
  • Карл Хайнц Янке О Вашей судьбе ещё так мало известно // Остзее Цайтунг. — 1989. — 10 сент.
  • Дитрих Петцольд. Через страдания и борьбу // Остзее Цайтунг. — 1988. — 19 ноября.
  • Гура Виктор Васильевич Встреча с писателем: [И. М. Бондаренко в авиационном техникуме] // Таганрогская правда. — 1988. — 21 янв.
  • Гура В. Такая долгая встреча // Таганрогская правда. — 1987. — 4 нояб.
  • Скрёбов Николай Михайлович Сегодня исполняется 60 лет донскому писателю Игорю Бондаренко // Комсомолец. — 1987. — 22 окт.
  • Ткаченко П., Каушанский В. Чтобы не разойтись с правдой // Красная Звезда. — 1984. — 16 ноября.
  • Педенко С. Фронт без линии фронта // Литературная Россия. — 1984. — 13 июля.
  • Лебеденко Пётр Васильевич В русле шолоховских традиций // Литературная Россия. — 1984. — 17 февр.
  • Иванов А. Начинается с корней // Литературное Обозрение. — 1984. — № 2.
  • Николаев Б. Рабочей гвардии сыновья // Литературная Россия. — 1983. — 3 июля.
  • Франц Хильмар. Росток — встречи с одним городом // Остзее Цайтунг. — 1981. — 21 ноября.
  • Яковлев Б. «…не поле перейти» // Литературное Обозрение. — 1980. — № 7.
  • Буханцов Н. Характер современника // Литературная Россия. — 1978. — 22 дек.
  • Добровольсикй О. Чувство долга // Литературная Россия. — 1978. — 13 янв.
  • Изюмский Борис Васильевич На новую ступень // Молот. — 1977. — 25 ноября.
  • Костоглодова Мария Наумовна Всего половина века // Молот. — 1977. — 22 окт.
  • Агуренко Борис Петрович Дорогое и близкое: Интервью // Вечерний Ростов. — 1977. — 21 окт.
  • Геращенко Антон Иванович В единстве с миром // Молот. — 1974.
  • Фоменко Владимир Дмитриевич «Алексей и Рита»// Веч. Ростов. — 1969. — 16 авг.
  • Джичоева Елена Георгиевна Герои живут рядом // Молот. — 1969. — 19 авг.
  • Островский Я. Боец незримого фронта // Литературная Россия. — 1968. — 9 мая.
  • Кондаков Александр Андреевич Под чужим именем // Красное знамя. — 1967. — 5 авг.
  • Шишов В. Хорошее начало //Литературная Россия.— 1964.— 30 окт.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ярыгина Г. Это было в Таганроге в грозном зареве войны… // Молот. — 2010. — 26 марта.
  2. Ильич С. Игорь Бондаренко: «Авиаимперия Хейнкеля осталась только в моих книгах» // www.rostovnews.net. — 2013. — 9 мая.
  3. Два века Таганрогской гимназии. — Таганрог: БАННЭРплюс, 2007. — 288 с.
  4. Gulyas Imre.
  5. Бондаренко И. М. Любимому городу // Таганрогская правда. — 1998. — 5 авг.
  6. Бондаренко И. Красные пианисты. Жёлтый круг. — М.: ООО «Книга по Требованию», 2012. — 420 с.
  7. Прачева И. «Водоворот» Игоря Бондаренко // Таганрог. — 2012. — 2 ноября.
  8. Собств. корр. Ушел из жизни писатель Гарри Михайлович Бондаренко 2014 йыл 3 февраль архивланған. // Русская планета. — 2014. — 31 янв.
  9. Собств. корр. На 87-м году жизни скончался писатель Игорь Бондаренко // Дон-ТР. — 2014. — 31 янв.
  10. Строганов А. Год назад не стало таганрогского писателя Игоря (Гарри) Бондаренко // www.ruffnews.ru. — 2015. — 30 янв.
  11. Строганов А. «Такая долгая жизнь» закончилась 2014 йыл 22 февраль архивланған. // Русская планета. — 2014. — 5 февр.
  12. Запись о награждении. ОБД «Подвиг Народа». Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. 2014 йыл 4 февраль архивланған.
  13. Гораль А. Игорь Михайлович Бондаренко. — Ростов-на-Дону: Новая книга, 2006. — С. 60.
  14. Собств. инф. Памяти писателя // Таганрогская правда. — 2015. — 15 апр. — С. 2.
  15. Собств. корр. В Таганроге библиотеке присвоили имя писателя Бондаренко // www.ruffnews.ru. — 2015. — 21 окт.