Борзенко Валентин Иванович
Борзенко Валентин Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 август 1936 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Златоустовка, Бала-Сытырман ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | директор |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Борзенко Валентин Иванович (12 август 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, 1980 йылдан "Салауатнефтеоргсинтез" етештереү берекмәһе химия заводының директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986 йыл). Милләте - урыҫ [1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валентин Иванович Борзенко 1936 йылдың 12 авгусында БАССР-ҙың Федоровка районы Златоустовка ауылында тыуған.
1973 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[2]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1954 йылда һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң слесарь булып башлаған.
1956 - 1959 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Салауат нефтехимия комбинатының КИП участкаһында слесарь, мастер, участка етәксеһе булып эшләгән.
1964 - 1978 йылдарҙа Салауат химия заводының өлкән инженеры, цех етәксеһе итеп үрләтелә.
1978 йылдан - өлкән инженер урынбаҫары, 1980 йылдан - "Салауатнефтеоргсинтез" етештереү берекмәһе химия заводының директоры вазифаларын башҡара[3]. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 57-се Щербаков һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана [4][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
- ↑ Борзенко Валентин Иванович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ 80 лет со дня рождения Борзенко Валентина Ивановича 2017 йыл 22 ғинуар архивланған.
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104