Борис Годунов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Борис Годунов
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Урыҫ дәүләте[d]
Титул Царь всея Руси[d]
Тыуған көнө яҡынса 1551
Тыуған урыны Бөйөк Мәскәү кенәзлеге[d], Вязьма[d]
Вафат булған көнө 23 апрель 1605({{padleft:1605|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2][3]
Вафат булған урыны Урыҫ дәүләте[d], Мәскәү ҡалаһы
Үлем сәбәбе Ауырыу
Ерләнгән урыны Троице-Сергиева лавра[d]
Бер туғандары Ирина Годунова[d]
Хәләл ефете Мария Григорьевна Скуратова-Бельская[d]
Балалары Фёдор II Годунов[d] һәм Годунова, Ксения Борисовна[d]
Нәҫеле Годунов[d] һәм Годуновы[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, опричник
Биләгән вазифаһы царь[d]
Ҡултамға
Commons-logo.svg Борис Годунов Викимилектә

Борис Федорович Годунов (1952 йыл — 13 (23) апрель 1605 йыл) — баяр, батша Федор I Иоанновичтың ҡайнағаһы, 1587—1598 йылдарҙа дәүләт хакимы, 1598 йылдың 17 (27) февраленән 1605 йылдың 13 (23) апреленә тиклем — Годуновтар династияһынан беренсе рус батшаһы.

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Годуновтар ырыуы Костроманан, бөйөк Мәскәү кенәзе Иван Данилович Калитаға (1288—1340) хеҙмәт иткән баяр Дмитрий Зернонан сыға. 1555 йылда төҙөлгән хакимдар шәжәрәһе буйынса, Дмитрий Зерноның «было три сына: Иван, да Констянтин Шея, бездетен, да Дмитрей. А у Ивана Дмитреевича дети: Фёдор Сабур, Данило Подольской, бездетен, да Иван Годун»[4]. Дмитрий Зернонан башлап, Годуновтарҙың ата-олаталары Мәскәү дворында баяр була. Борис Годуновтың атаһы, Федор Иванович (ҡушаматы — Кәкере) Вяьма өйәҙендә урта ҡул алпауыт була.

Годуновтар, уларға туған булған Сабуровтар һәм Вельяминов-Зерновтар кеүек үк, татар мырҙаһы Четтан килеп сыҡҡан, тигән версия бар. Чет Рускә 1330 йылда Иван Калита ваҡытында килә. Был версия хакимдар шәжәрәһенең һуңыраҡ редакцияһына (XVI быуат аҙағы) индерелгән һәм, тарихсылар фекере буйынса, хронологик, генеалогик һәм дөйөм тарихи проблемалар арҡаһында дөрөҫ түгел[5][6]. Мәҫәлән, Четтың килеүе уның ейәне тип күрһәтелгән Дмитрий Зерноның хеҙмәте йылдары менән тап килә. Четтың «улы», Кострома баяры, 1304 йылда үлтерелгән Александр Зерно тулыһынса тиерлек төшөп ҡалған. Әгәр ҙә Чет Рускә иртәрәк — XIII быуаттың икенсе яртыһында килгән тип фаразлағанда, был тиңһеҙ осраҡ ул саҡтағы йылъяҙмаларҙа сағылыш тапмай ҡалмаҫ ине.

Тыуыуы. Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борис Годунов 1552 йылда, Ҡаҙан буйһондоролоуҙан бер ни тиклем алда, Вязьманың урта ҡул алпауыты Федор Иванович Годунов ғаиләһендә тыуа. Федорҙың атаһы тураһында, уның «Кәкере» ҡушаматынан башҡа, бер нәмә лә билдәле түгел тиерлек. Бористың атаһы Федор һәм уның ағаһы Дмитрий батшаға хеҙмәт алып барған Вязьмалағы ғаилә биләмәләренән тыш, Костромала ҙур булмаған аҫаба ергә эйә була.

Атаһы Федор Кәкере вафат булғандан һуң (1569), Бористы ағаһы Дмитрий Годунов үҙ ғаиләһенә ала. Дмитрийҙың биләмәләре Вязьма опричнинаһы йылдарында опричнина биләмәһенә күсә. Түбән дәрәжәле Дмитрий Годунов оприча корпусына ҡабул ителә һәм тиҙҙән һарайҙа Постельный приказ башлығы юғары чинына эйә була.

Тәҡдим итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Борис Годуновты тәҡдим итеү 1570 йылдарҙа башлана. 1570 йылда ул опричник булып китә, ә 1571 йылда батша Иван Грозный менән Марфа Собакинаның туйында кейәү егете була. Шул уҡ йылда Борис Малюта Скуратовтың ҡыҙы Мария Григорьевна Скуратова-Бельскаяға өйләнә[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118637940 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. SNAC — 2010.
  3. Брокгауз энциклопедияһы
  4. Родословная книга князей и дворян российских и выезжих. М., 1787. Ч. 1. С. 240. В тексте самого «Государева родословца» XVI в. род Сабуровых и Годуновых был записан в 15-й по счету главе; в разных списках родословных книг эти роды включены в 14—16-ю главы. См.: Лихачев Н. П. Разрядные дьяки XVI века. СПб., 1888. С. 368—369, 375.
  5. Также считает: Кобрин В. Б. Опричнина. Генеалогия. Антропология. Избранные труды. — М., 2008. С. 36.
  6. Скрынников Р. Г. Борис Годунов. — М.,: Наука, 1978. С. 12-14.
  7. Борис Феодорович Годунов // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Боханов А. Н. Борис Годунов. — М.: «Вече», 2012. — 352 с., ил., — (Серия «Великие исторические персоны»). — 2500 экз. —— ISBN 978-5-9533-5679-4.
  • Козляков В. Н. Борис Годунов: Трагедия о добром царе — М.: «Молодая гвардия», 2011. — 320, [32] б. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографий. Вып. 1496(1296)). — 6 000 экз. — ISBN 978-5-235-03415-0. (в пер.)
  • Мерцалов А. Е. Борис Годунов. 1584—1605. (Опыт характеристики) // Исторический вестник, 1893. — Т. 54. — № 11. — С. 460—475.
  • Морозова Л. Е. Два царя: Фёдор и Борис. — М.: ООО «Русское слово», 2001.
  • Нечаенко Д. А. Архетипический подтекст сновидений Царя, Самозванца и слепца в драме А. С. Пушкина «Борис Годунов». // Нечаенко Д. А. История литературных сновидений XIX—XX веков: Фольклорные, мифологические и библейские архетипы в литературных сновидениях XIX-начала XX вв. М.: «Университетская книга», 2011. — С. 246—417. — ISBN 978-5-91304-151-7.
  • Павлов А. П. Государев двор и политическая борьба при Борисе Годунове. — СПб., 1992.
  • Платонов С. Ф. Борис Годунов. Мудрец и преступник. — М., 2006.
  • Скрынников Р. Г. Борис Годунов. — М., «Наука». 1978. — 192 с., ил. — 100 000 экз.
  • Скрынников Р. Г. Иван Грозный. Борис Годунов. Василий Шуйский. — М., 2005.
  • Емельянов-Лукьянчиков М. А. Мифы о Годуновых.
  • Пугачев А. Н. Вяземский край — родина Бориса Годунова. — Вязьма, 2009. — ISBN 978-5-902327-56-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]