Боронғо Рим
Боронғо Рим (лат. Roma antiqua) — Боронғо донъяның һәм антиклыҡтың алдынғы цивилизацияларының береһе. Б.э.т. VIII быуатта Рим ҡалаһы тирәһендә барлыҡҡа килә. Исемен ҡаланы (Roma) нигеҙләүсе Ромул[1] хөрмәтенә алған. Рим үҙәге Капитолий, Палатин һәм Квиринал менән сиктәш һаҙлыҡлы тигеҙлектә урынлашҡан. Цивилизация төҙөлөүгә этрусктар һәм боронғо гректар мәҙәниәте ҙур йоғонто яһаған.
Боронғо Рим хакимлығы аҫтында төньяҡтан хәҙерге Шотландия, көньяҡтан Эфиопия, көнсығыштан Әрмәнстан, көнбайыштан Португалияға тиклем ерҙәр булғанда, беҙҙең эраға тиклем II быуатта Боронғо Римдың иң ҡеүәтле сағы була.
Бөгөнгө доньяға Боронғо Рим рим хоҡуғын, ҡайһы бер архитектура формаларын (мәҫәлән, арка, көмбәҙ), һәм башҡа техник яңылыҡ (мәҫәлән, тәгәрмәсле һыу тирмәне) бүләк итте. Христианлыҡ дин буларак Рим империяһында барлыҡҡа килә. Латин теле Боронғо Рим дәүләтенең рәсми теле була. Дин оҙаҡ ваҡыт политеистик була. Алтын бөркөт (aquila) рәсми булмаған герб була. Христианлыҡҡа күскәс лабарум (байраҡ), һәм хризма (муйынға аҫылмалы тәре) барлыҡҡа килә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Рим тарихын йәмғиәттең социаль-сәйәси торошон күрһәткән идара итеү формалары буйынса түбәндәге осорҙарға булеп була:
- Батшалар осоро (Б. э. т. 754/753 — 510/509 йылдар.).
- Республика (Б. э. т. 510/509 — 30/27 йылдар.).
- Иртә Рим Республикаһы (Б. э. т. 509—265 йылдар)
- Һуң Рим Республикаһы (Б. э. т. 264—27 йылдар)
- Империя (Б. э. т. 30/27 йылдар — Б. э. 476 йыл)
Батшалар осоронда Рим кескенә, Лаций (Латиндар кабиләһе йәшәгән провинция) биләмәһенең бер өлөшөн алған дәүләт булған. Иртә Республика осоронда күп һанлы һуғыштарҙан һуң Рим үҙ биләмәһен ҙурайта. Пирр һуғышынан һуң Аппенин ярымутрауы Рим контроле аҫтында ҡала. Италияны яулап алғандан һуң Рим Урта диңгеҙ буйында күренекле дәүләткә әүерелә. Был финикейҙар йәшәгән Карфаген дәүләте менән конфликтҡа килтерә. Өс Пучин һуғышынан һуң Карфаген тар-мар ителә, ҡала емерелә. Рим яңы ерҙәрҙе баҫып алырға ынтыла. Б. э. т. I быуатта Римды граждандар һуғышы тетрәндерә. Һуғышта еңеп сығыусы Октавиан Август принципат системаһын формалаштыра һәм Юлий-Клавдий династияһын башлап ебәрә, әммә был династия власта бер быуат та тора алмай.
Рим империяһының алға китеүе сағыштырмаса тыныс II быуатҡа тура килә. III быуатта власть өсөн көрәш сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, тышҡы сәйәси ҡатмарлылыҡҡа килтерә.
Диоклетиан доминаты осоронда хакимлыҡты император ҡулында һәм уның бюрократик аппараты ҡулында туплау сәйәси хәлде бер аҙ тотороҡландыра.
IV быуатта Рим империяһы ике өлөшкә тарҡала. Христианлыҡ бөтә империяның рәсми дине булып таныла. V быуатта Көнбайыш Рим империяһына алман ҡәбиләләре күпләп күсеп килә, был дәүләт берҙәмлеген тулыһынса тарҡата. Алман юлбашсыһы Одоакром Көнсығыш Рим императоры Ромул-Августулды тәхеттән ҡолатып төшөрә. 476 йылдың 4 сентябре Рим империяһының бөтөү датаһы булып иҫәпләнә.
Дәүләт төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Римда Магистрат, Сенат һәм комиция араһында закон сығарыу хоҡуғы бирелгән.
Магистраттар канун проектын (rogatio) сенатка тәҡдим иткән, сенатта уны тикшергәндәр. Башта сенатта 100 ағза булған, Республика дәүерендә 300 ағза булған. Сулла сенаторҙар һанын ике тапҡырга күбәйтә, һуңына уларҙың һаны йыш үҙгәреп тора. Сенаттағы урынды ординар магистратураны үткәндән һуң алып була, ләкин цензорҙың айырым сенаты вазифаһынан бушатырға махсус хоҡуғы була. Сенат һәр айҙың календа, нонна һәм ида көндерендә йыйыла. Ә шулай ҙа сенаты «уңайһыҙ» көндә йыймаҫ өсөн сикләүҙәр ҙә булған.
Комицияларҙың тик Риза (Uti Rogas — UR) һәм Ҡаршы (Antiquo — A) тауыш бирергә хоҡуғы булған. Улар закон проектын тикшереүҙә ҡатнаша, үҙ тәҡдимдәрен керетә алмағандар. Диктатор Квинт Публилий Филон кереткән ҡанундар буйынса, (Б.э.т. 339 йыл) халыҡ йыйылышы (комиция) раҫлаған закондар бөтә халыҡ өсөн мәжбүри булған. Юғары башҡарыу власы юғары магистратҡа бүленгән.
Ҡайһы саҡта 6 айға һайланған диктаторҙарға сикһеҙ хоҡуҡ бирелгән. Диктаторҙан тыш бөтә вазифалар ҙа коллегиаль булған.
Ҡанундар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим хоҡуғы — йәмғиәт төҙөлөшө, тормошо һәм эшмәкәрлегенә ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан билдәләнә һәм һаҡлана торған ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре башҡа дәүләттәрҙең хоҡуҡи системаларының нигеҙе.
Иң мөхим документ — Уни ике таблицалар законы (лат. Leges duodecim tabularum; (б. э. т. 451 йыл — б. э. т. 450 йыл) — халыҡтан закон (lex publica). Уның ҡоролошо: Таблица I — «Суд эшкәртеү» , Таблица II — «Урлау, талауҙар» , Таблица III — «Займ һәм кредит» , Таблица IV — «Ғәйлә хоҡуғы» һәм башҡа.
Йәмғиәттең социаль структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәмғиәт ике өлөштән — патрицийҙарҙан һәм плебстарҙан торған. Патриций — Боронғо Римдың ерле халҡы, ә плебс — килмешәк, шулай ҙа граждан хоҡуҡтары булған халыҡ. Патрицийҙар 100 ырыуға берләшкән. Баштараҡ патрицийҙарға плебс менән никахҡа кереү тыйылған. Был патриций ҡатламының сикләнгәнлегенә килтергән. Был ике ҡатламдан башҡа ҡолдар булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://kitap.net.ru/furmanche1-6.php 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
Һылтамалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История древнего Рима (рус.)
- X Legio — Боевая техника древности (включая фрагменты русских переводов римских авторов и статьи по военному делу Древнего Рима) (рус.)
- Трёхмерные реконструкции древнеримской архитектуры (рус.)
- Римская Слава Античное военное дело (рус.)
- История, культура и искусство древнего Рима 2009 йыл 1 май архивланған. (рус.)
- The Roman Law Library by Yves Lassard and Alexandr Koptev. (инг.)
- Искусство древнего Рима 2009 йыл 21 август архивланған. — Фотогалерея Стевана Кордича (инг.)
Был Боронғо Рим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |