Борханкүл (ауыл)
Борханкүл | |
Нигеҙләү датаһы | 1898 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Белозерское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
308 кеше (2002)[2], 214 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 457118 |
Борханкүл (рус. Бурханкуль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Троицк районындағы ауыл. Белозерский ауыл биләмәһенә ҡарай.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Борханкүл буйында урынлашҡан. Рельефы — ярым уйһыулыҡ (Урал аръяғы пенеплены); янындағы ҡалҡыулыҡтар — 200 һәм 202 метр. Ландшафы — урман-дала. Эргә-тирәһендә күлдәр күп.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1898 йылда Долгодеревенск станицаһынан күсенгән кешеләр тарафынан Ключевский станицаһының өҫтәмә биләмәһе сиктәрендә нигеҙ һалына. 1930 йылдан алып уның биләмәһендә «Совместный труд» колхозының үҙәк усадьбаһы, 1947 — «Победа» колхозы, 1951 йылдан — «Песчаный» совхозының бүлексәһе, 1969 йылдан — «Белозерский» совхозы (хәҙер — «Борханкүл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) урынлашҡан.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[4] | 2010[5] |
308 | ↘214 |
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылдағы халыҡ һаны 214 кеше тәшкил иткән.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Торналар урамы
- Йәшел урам
- Йәштәр урамы
- Яр буйы урамы
- Үҙәк урам
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. П. Матюхин исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшләп килгән булған, мәгәр хәҙер ябылған[6]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт халҡының фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, бигерәк тә топонимдарын күп йылдар дауамында өйрәнгән һәм улар буйынса китап сығарған Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов ойконимдың килеп сығышын антропонимдан - Борхан тигән башҡорт йәки татар исеменән килеп сыҡҡан тип аңлата[7].[8][8][9].
Ауыл атамаһын үҙе урынлашҡан Борханкүл атамаһынан алған, ә күлгә, үҙ сиратында, Борхан антропонимынан исем бирелгән. Т. Кусимова, С. Бикҡолова төҙөгән «Башҡорт исемдәре» һүҙлегендә Борхан исеменең ике төрлө аңлатмаһы бар: монгол теленән ингән вариант бот, тораташ, илаһ тигәнде аңлатһа, ғәрәп теленән ингәне дәлил, хәҡиҡәт, дөрөҫлөктө иҫбатлаусы[10]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарёв. — Челябинск: Каменный пояс, 2008.
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 39-сы бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ В Троицке умер последний в Челябинской области полный кавалер ордена Славы . Агентство новостей «Доступ». Дата обращения: 21 ғинуар 2019.
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ 8,0 8,1 От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Бурханкуль, озеро, деревня, Троицкий район. От распространенного у башкир и татар арабского мужского имени Бурхан, в значении «истинный выразитель веры» - Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 39-сы бит