Борчин Валерий Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Борчин Валерий Викторович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 сентябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (32 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Мордовская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], Дубёнский район[d], Поводимово[d]
Һөнәр төрө спортивный ходок, еңел атлет
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Дуҫлыҡ ордены
Спорт командаһы ағзаһы ЦСКА[d]
Масса 63 Килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спортивная дисциплина спортивная ходьба[d]
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012 һәм Летние Олимпийские игры 2008[d]
Бейеклек 178 сантиметр
Commons-logo.svg Борчин Валерий Викторович Викимилектә

Валерий Викторович Борчин (11 сентябрь 1986, Поводимово, Дубно районы, Мордва АССР-Ы) — рәсәй еңел атлеты, спорт йөрөшөнөң мордва мәктәбе вәкиле. Милләте буйынса эрзя[1]. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2006, 2008, 2009). 2008 йылда 20 км ярышта Олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Спорт һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Ҡала Урын Һөҙөмтә Дистанция
2005 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Адлер, Рәсәй 2 39:56

Допинг-тест ярыштан һуң ыңғай һөҙөмтә бирә

10 км
2006 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Саранск, Рәсәй 1 1:21.48 20 км
2006 Еңел атлетика буйынса Европа чемпионаты Гётеборг, Швеция 2 1:20.00 20 км
2007 Европаның 6-сы йәштәр чемпионаты Дебрецен, Венгрия 1 1:20.43 20 км
2007 XI Донъя чемпионаты Осака, Япония финишҡа барып етмәй 20 км
2008 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Адлер, Рәсәй 1 1:17.55 20 км
2008 XXIX йәйге Олимпия уйындары Пекин, Ҡытай 1 1:19.01 20 км
2009 Спорт йөрөшө буйынса Рәсәй чемпионаты Адлер, Рәсәй 1 1:17.38 20 км
2009 XII Донъя чемпионаты Берлин, Германия 1(DQ) 1:18.41 20 км
2011 XIII Донъя чемпионаты Тэгу, Көньяҡ Корея 1(DQ) 1:19.56 20 км
2011 IAAF Race Walking Challenge Ла-Корунья, Испания 1(DQ) 38:42 10 км
2012 XXX йәйге Олимпия уйындары Лондон, Великобритания финишҡа килеп етмәй 20 км

Аңын юғалтыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2012 йылдың 4 авгусында Валерий Борчин, 20 километрлыҡ дистанцияла финишҡа яҡынса бер километр ҡалғас, өлөшләтә аңын юғалта һәм кәртәгә йығылып, ярышты тамамлай алмай.

Допинг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2005 йылдың мартында Борчин эфедрин ҡабул итеп тотола, һәм тиҙҙән бер йылға дисквалификациялана[2]. Пекин олимпиадаһы алдынан Борчиндың тренеры Виктор Чегин 2008 йылдың апрелендә ҡарауҙағы кешеһенең эритропоэтинға допинг-тикшереүе ыңғай һөҙөмтә бирҙе, тип белдерә[3]. Шуға ҡарамаҫтан тарихы дауам итә алмай.

2012 йылдың декабрендә Халыҡ-ара еңел атлетика федерациялары ассоциацияһы (ИААФ) Бөтә рәсәй еңел атлетика федерацияһына (ВФЛА) Рәсәйҙең биш төп йөрөксөһөнөң насар гематологик профиле тураһында хәбәр итә, улар иҫәбендә Валерий Борчин да була[4]. Ике йыл үткәс, 2015 йылдың 20 ғинуарында Рәсәй антидопинг агентлығы (РУСАД) Валерий Борчинды һигеҙ йылға дисквалификациялау тураһында иғлан итә, ул 2012 йылдың 15 октябренән башлана һәм уның өс осрҙағы һәҙәмтәләре юҡҡа сығарыла: 2009, 2011 һәм 2012 йылдар[5].

2016 йылдың 24 мартында Лозаннала үткән Спорт арбитраж суды Борчиндың 2009 йылдың 14 авгусынан алып 2012 йылдың 15 октябренә тиклем бөтә һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыу буйынса ҡарар сығара[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валерий Борчин Ҙур кремль һарайының Олимпия уйындары призерҙарына дәүләт наградалары тапшырыуында
  • Дуҫлыҡ ордены — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2008 йылда Пекиндағы XXIX Олимпия уйындарында юғары ҡаҙаныштары өсөн[7]
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
  • Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте Министрлығының Почёт грамотаһы, — РФ йыйылма командаһы составында XII еңел атлетика буйынса донъя чемпионатындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн[8]

Әүҙем спорт карьераһын тамамлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылдың 8 ноябрендә еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Валентин Маслаков, Валерий Борчин үҙенең спорт карьераһын тамалауы тураһында белдерҙе, тип хәбәр итә[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]