Борһанов Рәйес Әбрар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Борһанов Рәйес Әбрар улы
Тыуған көнө:

1 декабрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Ҡайбыҫ районы

Рәйес Әбрар улы БорһановРәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Ҡазан институты (филиалы) профессоры, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәйес Борһанов Ҡайбыҫ районы Иҫке Сәсҡаб ауылында 1960 йылдың 1 декабрендә туа. Бында үк татар мәктәбен тамамлаған. 1988 йылда социаль сәйәсәт дисциплиналары мөғәллимлеге буйынса Ҡазан дәүләт университетын тамамлай.

Ғалим дәрәжәһенә ирешкән Рәйес Борһанов иҡтисади фәндәр докторы, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы ағза-мөхбире, Рәсәйҙең ирекле иҡтисади йәмғиәте съезы делегаты, исеме 2008 йылда Татар энциклопедияһына индерелгән, 50-ҙән артыҡ халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конференцияларында, шул иҫәптән Беренсе Рәсәй иҡтисади конгрессында ҡатнашҡан, 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу-методик әсбаптар, шулай уҡ өс монография авторы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған юғары мәктәбе хеҙмәткәре исемен йөрөтөүсе.

2012 йылҙа Рәсәй гуманитар фәнни фонд тарафынан ғилми-тикшеренеү проекттарына иғлан ителгән Рәсәй күләмендәге асыҡ бәйгелә ҡатнашып грантҡа эйә була. Рәсәйҙең интеллектуаль көсөн һаҡлау һәм тулыландырыуҙағы, талантлы йәштәр тәрбиәләүҙәге ҙур өлөшө өсөн "Интеграция" Россия йәштәренең фәнни, ижади, һәм инновацион эшсәнлеген үҫтереүҙең милли системаһы" Гомуми йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]