Босния һәм Герцеговина кинематографы
Босния һәм Герцеговина кинематографы | |
Дәүләт | Босния һәм Герцеговина |
---|---|
Урын | Босния һәм Герцеговина |
Был исемлектә | Фильм |
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Кинематограф Боснии и Герцеговины[d] |
Босния һәм Герцеговина кинематографы Викимилектә |
Босния һәм Герцеговина кинематографы — Босния һәм Герцеговина киносәнғәте һәм киноиндустрияһы.
Босния һәм Герцеговина 1992 йылға тиклем Югославияның бер өлөшө булғанға күрә, төбәктә төшөрөлгән бөтә фильмдар ҙа Югославияла етештерелгән тип ҡабул ителә. Босния һәм Герцеговинаның кинорежиссерҙары һәм кинематографистары: Златко Топчич, Хайрудин Крвавац, Ахмед Имамович, Ивица Матич, Кенович Адемир, Бенджамин Филипович, Жасмин Диздар, Дино Мустафич, Срджан Вулетич, Аида Бегич һәм башҡа күптәр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Югославия составындағы Босния һәм Герцеговина киноһының тарихы 1920-се йылдарҙа, тауышһыҙ кино дәүерендә, баш ала[1], Босния һәм Герцеговина — Балкандарҙа һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европала бик мөһим кинофестивалдәр үткәрелгән ил[2][3], мәҫәлән, 1995 йылда, Сараево ҡамауҙа ҡалған осорҙа, Сараево фестивале уҙғарыла. Фестивалдә Стив Бушеми, Катрин Картлидж, Боно, Нолти, Майкл Мур, Александр Пэйн һәм башҡалар кеүек йондоҙҙар ҡатнаша. Тағы ла бер билдәле фестиваль — Нью-Йорктағы Трайбекта 2003 йылда үткәрелгән Босния һәм Герцеговина кинофестивале.
Боснияның иң танылған режиссерҙары — Данис Танович, Ясмила Жбанич һәм Дино Мустафич, (Бер кемдең дә ере түгел, Грбавица һәм Ремейк фильмдарының режиссерҙары).
Фильмдар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бында Босния фильмдарының тулы булмаған исемлеге килтерелә.
1990-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]исеме | Режиссёр | Билдәле актерҙар | Жанр | йыл | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|---|
Сараевола байрам | Адемир Кенович | Комедия-драма | 1991 | ||
Босна! | Алэн Феррари, Бернард-Анри Леви | Документаль фильм | 1994 | ||
Мизальдо, театр бөттө! | Семездин Мехмединович, Бенджамин Филипович | Бернард-Анри Леви, Исмет Байрамович | Псевдодокументаль фильм | 1994 | |
Уңайһыҙ йәш | Ненад Диздаревич | Драшко Трнинич, Игорь Белан | Комедия-драма | 1994 | |
МГМ Сараево: Кеше, Аллаһ, Ғифрит | Исмет Арнауталич, Мирсад Идризович | Документаль фильм | 1994 | ||
Босниялағы мөғжизә | Дино Мустафич | Документаль фильм/Хәрби фильм | 1995 | Канны кинофестиваленә эләгә, Венеция кинофестивале һәм Берлин кинофестивале | |
Мейенең дүртенсе өлөшө | Ненад Диздаревич | Документаль фильм | 1995 | ||
Дейтондан һуң бер йыл үткәса | Николаус Гейрхальтер | Документаль фильм | 1997 | ||
Көтөлмәгән йөрөш | Франсуа Башич | Сенад Башич | Драма | 1997 | |
Идеаль түңәрәк | Адемир Кенович | Мустафа Надаревич | Драма | 1997 | |
Түңәрәктәге тормош | Горан Дуякович | Документаль фильм | 1997 |
2000-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исем | Режиссёр | Билдәле актерҙар | Жанр | Йыл | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|---|
Полигондан кешеләр | 2000 | ||||
Ҡош юлы | Фарук Соколович | 2000 | |||
Минең үле ҡалам | 2000 | ||||
Туннель | 2000 | ||||
Бер кемдең дә ере түгел | Данис Танович | 2001 | Канны кинофестивале, 2001 | ||
Тәгәрмәс Ғали Йәнәптәре | 2001 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сараево кинофестивале