Эстәлеккә күсергә

Бохинь күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бохинь күле
слов. Bohinjsko jezero
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Сава-Бохинька[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Сава-Бохинька[d]
Һыу йыйыу бассейны бассейн Дуная[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Словения
Дәүләт  Словения
Находится в охранной зоне Триглав[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сава-Бохинька[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 526 ± 1 метр[1]
Циклдың өлөшө булып тора list of lakes in Slovenia[d]
Оҙонлоҡ 4100 ± 1 метр[1]
Киңлек 1200 ± 1 метр[1]
Вертикаль тәрәнлеге 45 метр
Майҙан 3,18 ± 0,01 км²[1]
Күләме 92 500 000 ± 1 м³[1]
Карта
 Бохинь күле Викимилектә

Бохинь күле (слов. Bohinjsko jezero, нем. Wocheiner See) — Словенияла даими иң ҙур күл, 3,18 км² майҙанды биләй[2][3]. Бохинь общинаһы территорияһында диңгеҙ кимәленән 525 м бейеклектә урынлашҡан һәм «Триглав» милли паркының өлөшө булып тора. Һыу күләме — 0,1 км³. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 107 км². Уртаса тәрәнлеге — 29,5[4].

Бохинь күле һәм ауылы күренештәре Ribčev Laz

Күлдең оҙонлоғо яҡынса 4,2 км һуҙылған һәм киңлеге 1 км[5]. Был күл морена арҡаһында барлыҡҡа килгән боҙлоҡло күл.

Күлгә ҡойған иң ҙур ҡушылдыҡ Савица («Бәләкәй Сава»)[6], Триглав күл үҙәнендәге иң ҙур Ҡара күлдән (слов. Črno jezero), туҡалана. Күлдең көнсығыш өлөшөнән Озерница (слов. Jezernica) йылғаһы ағып сыға, ул Мостница менән ҡушылғандан һуң Сава-Бохинька йылғаһын барлыҡҡа килтерә, ул, үҙ сиратында, Сава-Долинка йылғаһы менән ҡушыла һәм Сава йылғаһын барлыҡҡа килтерә. XVIII быуатта Бальтазар Аке аңлатыуынса, Бохинь күленә һыу ағып инеүгә ҡарағанда унан һыу күберәк ағып сыҡға, был өҫтәмә ер аҫты һыу сығанаҡтары менән туҡланыуын аңлата.

Күлдең саф һыуҙарында бағыр, шамбы, ажау, ябай гольян, арктика еҙмыйығы, моллюскыларҙың һигеҙ төрө тереклек итә, шулай уҡ күп һанлы ылымыҡтар төрө бар. Ул туризмдың популяр урыны булып тора, күлгә һыу инергә һәм башҡа һыу спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә киләләр. Яры буйында легендар тау кәзәһенең һыны урынлашҡан, уның тарихын шағир Рудольф Баумбах мәңгеләштергән.

Бохинь күле районында бер нисә тау саңғыһы курорты урынлашҡан, иң ҙуры — Соришка Платина, Вогел, Кобла[7].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://www.bohinj.si/en/attractions/lake_bohinj
  2. Characteristics of Biological and Landscape Diversity in Slovenia // Biological and Landscape Diversity in Slovenia: An Overview (инг.) / Hlad, Branka. Skoberne, Peter. — Ljubljana: Environmental Agency of the Republic of Slovenia, Ministry of the Environment and Spatial Planning, 2001. — P. 13. — ISBN 961-6324-17-9.
  3. Непостоянное озеро Церкница в период наибольшего повышения уровня воды может иметь площадь до 30 км², но полностью исчезает в сухой сезон.
  4. Alpine likes (ингл.). www.irealp.it P. 43. Дата обращения: 24 май 2015. Архивировано 9 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 9 ноябрь архивланған.
  5. Royal Geographical Society (Great Britain). Wocheiner-See // A Gazetteer of the World: or, Dictionary of geographical knowledge, compiled from the most recent authorities, and forming a complete body of modern geography — physical, political, statistical, historical, and ethnographical (инг.). — Edinburgh: A. Fullarton, 1856. — P. 529.
  6. Karl Baedeker. Terglou: The Valley of the Wocheiner Save // The eastern Alps: including the Bavarian highlands, the Tyrol, Salzkammergut, Styria, and Carinthia: handbook for travellers (инг.). — Leipzig: Karl Baedeker, 1879. — P. 353.
  7. Что посетить в Словении. www.mirag.si. Дата обращения: 2 февраль 2020.