Бочорма нығытмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бочорма нығытмаһы
груз. ბოჭორმის ციხე
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Бочорма нығытмаһы Викимилектә

Бочорма нығытмаһы - груз. ბოჭორმის ციხე - Грузияның Кахетия төбәгендәге тарихи ҡомартҡы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бочорма нығытмаһы Грузияның Тианети муниципалитетында, Сиониҙан 14 км көньяҡ-көнсығыштараҡ, Иори йылғаһының һул яғында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 1300 метр бейеклектә, Уджарма - Тианети трассаһы эргәһендә тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

X быуатта Бочорма нығытмаһы Кахетия батшалығы өсөн мөһим сәйәси үҙәк булған. Хәҙер иһә был боронғо ҡоролма харабалар хәлендә.

Элгәре ул ҡеүәтле көс булып торған. Грузин батшаһы Ираклий II заманында нығытма тергеҙелгән һәм XVIII быуаттың аҙағына тиклем төбәкте дошмандарҙан һаҡлап торған.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бочорма ике - эске һәм тышҡы өлөштән тора. Эске яғында Изге Георгий сиркәүе (X быуат) һаҡланған, уның ҡабырғаларында XII быуат биҙәктәренең фрагменттарын күрергә мөмкин, шулай уҡ унда XVIII быуат иконостасы һаҡланған.

Нығытмала йәнә хужалыҡ, оборона һәм башҡа тәғәйенләнешеле ҡоролмалар ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин.

Нығытманың тышҡы яғы диуарҙарының һәм башняларының емереклектәре рәүешендә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән, уларҙан һушты алырлыҡ матур тирә-яҡ күренештәре асыла [1]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა ტ. 2. თბ. 2004 წ. рус. Описание памятников истории и культуры Грузии Т. 2. Tб. 2004.
  • საქართველოს ისტორია, ტ. 1, თბ. 2008 წ. рус. История Грузии. Т. 1, 2008 г..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Крепость Бочорма в Кахети. Достопримечательности Грузии
  • [საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]