Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бошман-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы битенән йүнәлтелде)
Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өйәҙе
Ете ырыу-Ҡыпсаҡ кантоны Бәләкәй Башҡортостан картаһында

Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ (Бошмаш-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ) улусы — Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең төньяғында урынлашҡан административ-территориаль берәмек.

Ырымбур өйәҙе составында 1865 йылдың 5 майынан 1917 йылдың 1 сентябренә тиклем була. Хәрби Министрҙың 1868 йылғы приказы менән улыҫта 8 ауыл йәмғиәте барлыҡҡа килтерелә[1].

Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ улусы 1917 йылдан 1920 йылға тиклем Башҡортостан мөхтәриәтенең (191 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны составында[2][3][4], шунан Ҡыпсаҡ кантоны Ете ырыу кантоны менән берләштерелә[5] һәм Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы составындағы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны тип атала башлай. Хәҙер — яҡынса Ырымбур өлкәһенең Ташлы районына ҡарай

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]