Бояркин Василий Илларионович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бояркин Василий Илларионович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 апрель 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны РСФСР, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы
Вафат булған көнө 12 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (29 йәш)
Ерләнгән урыны Брагин районы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хәрби звание Өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Василий Илларионович Бояркин (24 апрель 1914 йыл — 12 декабрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының пулемёт расчёты командиры. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Бояркин 1914 йылдың 24 апрелендә Ольшанка утарында (хәҙер — Ырымбур өлкәһеТөйлөгән районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем ала, Тажик ССР-ы Ҡурған-Түбә Ҡурған-Түбә өлкәһендә Шаартуз машина-трактор станцияһында таркторсы, улып эшләй. 1941 йылдың ноябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың октябренән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

1943 йылдың сентябренә ҡарата гвардия өлкән сержанты Василий Бояркин 4-се эскадрондың пулемет расчеты (Үҙәк фронты, 61-се армияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 60-сы гвардия кавалерия полкы) менән етәкселек итә һәм Днепр өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 27 сентябрендә Нивки ауылы янында (Белорус ССР-ы, Гомель өлкәһе, Брагин районы) үҙенең подразделениеһында беренселәрҙән булып Днепр аша сыға һәм пулемет уты менән полк подразделениеларының йылға аша сығыуын тәьмин итә. Тәүге контратака ваҡытында ғына Бояркиндың расчеты утыҙға яҡын һалдатты һәм офицерҙы юҡ итә һәм яралай һәм ҡалғандарын үҙ позицияларына сигенергә мәжбүр итә. Яраланыуына ҡарамаҫтан, Бояркин яу яланын ташламай һәм һуғышты дауам итеп, ҡуйылған хәрби бурысты үтәй, һөҙөмтәлә Вялье ауылы 28 сентябрҙә азат ителә.

Василий Бояркин 1943 йылдың 12 декабрендә алышта һәләк була. Комарин ҡасабаһында ерләнә[1].

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Василий Илларионович Бояркин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. И. Бояркиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған. Тажикстанда Шаартуз ҡасабаһында урындағы Мәҙәниәт йорто алдына Бояркинға бюст ҡуйылған. бояркин урындағы мәҙәниәт йорто янында һәйкәл ҡуйылған. Комарин ҡасабаһында уның исеме мемориаль таҡтаташҡа яҙылған[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Бояркин Василий Илларионович. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
  • Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. Душанбе, 1985.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.