Боярчук Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боярчук Александр Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 июнь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Грозный, Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 10 август 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2] (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө физик, астроном
Эшмәкәрлек төрө астрофизика[d]
Эш урыны Институт астрономии РАН[d]
Биләгән вазифаһы компания президенты[d][3]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университетының математика-механика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Боярчук Александр Алексеевич Викимилектә

Боярчук Александр Алексеевич (21 июнь 1931 йыл, Грозный10 август 2015 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй физигы һәм астрономы. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1987). Рәсәй Фәндәр академияһы астрономия институтының ғилми етәксеһе.

Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — йондоҙҙар физикаһы. 1986 йылдан һуң 2000-дән ашыу ғилми эше баҫыла. Хирш индексы — 21[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Алексеевич Боярчук 1953 йылда Ленинград университетын тамамлай. Унан һуң СССР Фәндәр академияһының Ҡырым астрофизик обсерваторияһында эшләй башлай. 1969 йылдан алып обсерватория директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары була. 1976 йылда Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, СССР Фәндәр академияһының академигы — 1987. 1987- 2003 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Астрономия институтында директор була, (1990 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһының Астрономия советы рәйесе, был советтан институт ойошторола). 1991-1993 йылдарҙа Халыҡ-ара Астрономия Союзының президенты.

Боярчук Александр Алексеевич Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнгән.

Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. А. Боярчук фәнни эштәренең темаһы булып физика йондоҙҙар физикаһы тора. Уның тарафынан төрлө класлы йондоҙҙарҙың химик составы, атап әйткәндә, β Лирала гелийартыҡлығы асылған. А. А. Боярчук йондоҙҙар атмосфераларындағы хәрәкәттәрҙе, шулай уҡ йондоҙҙар әйләнеүен өйрәнә. Ҡайһы бер эштәрен стационар булмаған йондоҙҙарға бағышлаған.

Ул шулай уҡ ике системалы, һалҡын гигант йондоҙҙан һәм ҡайнар кәрләнән торған симбиотик йондоҙҙарҙың моделдәрен уйлап сығарыусы. Был моделдәр нигеҙендә объекттарҙың масса, күләм, температура һәм башҡа характеристикаларын иҫәпләүҙе уйлап тапҡан.

Э. Р. Мустель менән берлектә яңы йондоҙҙарҙың тышлыҡ моделдәрен тәҡдим итә.

А. А. Боярчук етәкселегендә йыһан ультрафиолет телескобы «Астрон» булдырыла.

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РФА-ның кәңәшсеһе
  • РФА Физик фәндәр бүлексәһе етәксеһе
  • РФА Астрономия институтының ғилми етәксеһе
  • РФА-ның йыһан буйынса Советы рәйесе урынбаҫары
  • Рәсәй Астрономдар милли комитеты рәйесе
  • Американың астрономия йәмғиәте ағзаһы
  • Американың физика йәмғиәте ағзаһы
  • Бөйөк Британияның Король астрономия йәмғиәте ағзаһы
  • Европаның астрономия йәмғиәте ағзаһы
  • Халыҡ-ара астрономия союзы ағзаһы
  • «Астрономик журнал»дың баш мөхәррире
  • РФА Ғилми-нәшриәт советының физика-математика фәндәре буйынса әҙәбиәт секцияһы рәйесе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1977 йылдың 22 мартында Ҡырым астрофизик обсерваторияһы астрономы Н. С. Черных асҡан бәләкәй планетаға (2563) А. А. Боярчук исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Губарев В.С. Секретные академики. Кто сделал СССР сверхдержавой. — М.: Вече, 2015. — 320 с. — ISBN 978-5-4444-2546-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]