Боғорослан өйәҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боғорослан өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Һамар губернаһы
Үҙәге Боғорослан (Ырымбур өлкәһе)
Барлыҡҡа килгән 1781
Майҙаны 19 425 км²
Халҡы 405 994 (1897)[1] кеш.

Боғорослан өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Административ уҙәге — Боғорослан ҡалаһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйәҙгә Ҡазан губернаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 1796 йылда бөтөрөлә. 1804 йылда Ырымбур губернаһы составында яңынан тергеҙелә (өйәҙгә бөтөрөлгән Сергиевск өйәҙе инә), 1851 йылдаң алып Һамар губернаһына ҡарай. Административ уҙәге — Боғорослан ҡалаһы. Боғоросланда, Кинәле‑Черкас биҫтәһендә, Богородский, Воскресенск, Исакли, Покровка, Сергиевка, Сосновка, Баклановка, Петровка аа. йәрминкәләр үткәрелә. XIX быуат 2‑се яртыһында өйәҙ аша ҺамарЗлатоуст тимер юлының бер өлөшө (Кинәле—Черкас биҫтәһенән алып Абдулла ауылы тиклем) үтә. Өйәҙ 1920 йылда бөтөрөлә, уның территорияһы Ырымбур губернаһы составына инә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында төньяҡта Бөгөлмә өйәҙе, көнсығышта Бәләбәй өйәҙе, көньяҡта Быҙаулыҡ өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Сергиевск өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны 19 425 км² (1897).

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат аҙағында — 78543 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 582), 1897 йылда — 405994 (башҡорттар — 9501, мордвалар — 80262, сыуаштар — 34832, татарҙар — 28627, типтәрҙәр — 4110, урыҫтар — 234562 һәм башҡа), 1920 — 669,4 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 376941 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 25146, дворяндар — 932, сауҙагәрҙәр — 265 һәм башҡа; мосолмандар — 44837, православие динендәгеләр — 358955 (шул иҫәптән 10556 старообрядсы) һәм башҡалар. 1803 йылда өйәҙ 12‑се башҡорт кантонына инә. 1811 йылда өйәҙҙә 250 торама пункт һәм 1 ҡәлғә була. XIX быуат уртаһында башҡорттарҙың төп өлөшө Баҡай, Ҡамышлы, Ҡарамалы‑Ҡотлой, Йүкәле тау, Түбәнге Ермаков, Түбәнге Усман һәм башҡа торама пункттарҙа йәшәй.

Милләт Халыҡ, кеш. %
Башҡорттар 9 501 2,3
Урыҫтар 234 562 57,8
Татарҙар 28 627 7,1
Типтәрҙәр 4 110 1,0
Мордвалар 80 262 19,8
сыуаштар 34 832 8,6
Бөтәһе 405 994 100,00

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡтың төп кәсебе игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ була. Баҡсасылыҡ, тәмәке үҫтереү киң тарала. XX быуатта башында ауыл хужалығы халыҡтың 78,7%‑ы мәшғүл була. Балауыҙ иретеү, һабын ҡайнатыу, сөгөлдөр эшкәртеү, 10 йылҡысылыҡ, 2 шарап, 2 шарап ҡыуыу заводы эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]