Эстәлеккә күсергә

Бранденбург ҡапҡаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Бранденбург ҡапҡаһы
нем. Brandenburger Tor
Көнсығыш яҡтан күренеше
Көнсығыш яҡтан күренеше
Ил Германия
Ҡала Берлин Берлин
Координаталар 52/30/58.68/N/13/22/39.72/E
Бина тибы Ворота
Архитектура стиле берлин классицизмы
Проект авторы Карл Готтгард Лангганс
Архитектор Лангганс Карл Готтгард
Төҙөлөшө 17891791 йылдар
Сайт Рәсми сайт

1791

Бранденбург ҡапҡаһы (нем. Brandenburger Tor) — Германияның баш ҡалаһы Берлин үҙәгендәге триумфаль ҡоролма. Ҡалалағы элекке ун һигеҙ ҡапҡанан һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҡапҡа, ҡаланың төп символы.

Париж майҙанындағы Митте үҙәк районында, Унтер-ден-Линден бульвары Тиргартен менән тоташҡан урында урынлашҡан. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡапҡа перспективаһында «Еңеү Колоннаһы» күренә[1]. Берлин таможня стенаһының (ингл. Berlin Customs Wall) ҡапҡаһы, прус ғәскәрҙәренең 1787 йылда Нидерландҡа баҫып инеп, Пруссия, Нидерланд һәм Бөйөк Британия араһында хәрби-сәйәси союз булдырылып, 1789—1791 йылдарҙа Пруссия ғәскәрҙәре Берләшкән Нидерланд Республикаһын буйһондороу юлы менән тормошҡа ашырылған тыныслыҡ килешеүенән һуң, төҙөлә. Тыныслыҡ ҡапҡаһы (Friedenstor) тигән икенсе исеме шуға бәйле. Нидерланд иле эшенә ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә Европала Пруссия хакимлыҡ итә башлай[2].

Бранденбург ҡапҡаһы — Берлиндың XIX һәм XX быуаттың мөһим тарихи ваҡиғалары менән бәйле иң билдәле иҫтәлекле урыны һәм Германияның милли символы. Наполеон һуғышының тамамланыуы һәм 1814 йылда Парижды алғандан һуң прус ғәскәрҙәренең Бранденбург аша Берлинға әйләнеп ҡайтыуы кеүек ваҡиғалар был ҡоролма менән бәйле. Бында йыл һайын 11 августа Конституция көнөн билдәләнгән. Бранденбург ҡапҡаһы, «тимер шаршау»ҙы асҡанға һәм 1989 йылдың 9-10 ноябрендә Берлин диуарының емерелеүенә тиклем, Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлин араһындағы сиктә торған. Шуға күрә әлеге ваҡытҡа тиклем Бранденбург ҡапҡаһы Германияның Европанан айырылыуын еңеү символы булып иҫәпләнә[3].

Архитектураһы һәм төҙөлөү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Афиналағы Пропилеи һәм Берлиндағы Бранденбург ҡапҡаһы. И. А. Рихтер гравюраһы. 1850 йыл тирәһе
1806 йылдың 27 октябрендә Наполеондың Берлинға тантаналы инеүе. Ш. Менье картинаһы. 1810
Бранденбург ҡапҡаһы һәм Берлин диуары төҙөлөшө. 1961 йыл

Бранденбург ҡапҡаһы 1789—1791 йылдарҙа Пруссия короле Фридрих Вильгельм II бойороғо буйынса архитектор Карл Готтгард Лангганс проекты буйынса төҙөлгән. «Тыныслыҡ ҡапҡаһы» Пруссия короленең «Нидерландты буйһондороуы» символы йәки эске һәм тышҡы сәйәсәте ваҡиғаларының архитектура формаларында сағылышы сифатында уйланыла. Афинала Акрополдең Пропилея менән ассоциацияға нигеҙләнгән был ҡоролма ярҙамында Фридрих Вильгельм II үҙен боронғо грек стратегы Перикл менән сағыштырған һәм үҙен Пруссияға «алтын быуат» алып килгән идарасы итеп танытҡан. Шуға күрә тәүҙә ҡапҡаның алғы яғына «Federigo» бронза яҙмаһын нығытырға тәҡдим ителә[4]. «Тыныслыҡ ҡапҡаһы» атамаһы, Афинала Перикл осорона ҡараған архитектура идеяһы, һәм ҡоролманың тәүге эскизын король яһаған[5]. Архитектор Лангханс Грецияла булғаны булмаған, шуға күрә ул Жюльен-Давид Ле Ройҙың, шулай уҡ Джеймс Стюарт менән Николас Реветттың һүрәттәре буйынса гравюралар ҡулланған[6].

«Тыныслыҡ ҡапҡаһы» (Friedenstor) империя идеологияһына нигеҙләнгән һәм, архитектор Карл Фридрих Шинкель проекттарынан һәм уның Берлиндағы фән һәм сәнғәт мәктәптәренән һуң, барлыҡҡа килгән классик стиль, прус яңы эллинизмы стиле, башланыуын аңлатҡан тәүге төҙөлөштәрҙең береһе булып тора.

«Ҡапҡа»ҙың атамаһы шартлы, сөнки архитектура композицияһы күҙлегенән ҡоролма — Пропилеинан (архитектуралы биҙәлгән инеү урыны) ғибәрәт, уның прототибы — боронғо грек ҡоролмалары: архитрава (горизонталь) япмалы колоннадалар, уларҙың классик өлгөһө Афина Акрополе Пропилеиһында бирелгән[7].

Колонналы портик һәм ҡабырға павильондары дорик ордер темаһынса биҙәлгән; колонналары каннелюрлы һәм триглифтары һәм метоптары булған дорик фризлы. Алты колонналар рәте һәм урталағыһы иң киңе булған диуарҙар төпкөлөндә тоташтырған биш үтеү урынынан тора.

Ҡоролма бейеклеге 20,3 метр тәшкил итә, аттикалағы квадриганың түбәһе 26 метр бейеклеккә етә. Ҡапҡаның киңлеге 62,5, тәрәнлеге 11 метр. Колонналарҙың бейеклеге 13,5 метр һәм нигеҙенең диаметры 1,73 метр. Үҙәк үтеү урынының киңлеге 5,65 м, ҡалғандарының — 3,80 м[8]. Башта ике яғына ла уң һәм һул яҡтан (Париж майҙаны яғынан) ҡапҡаға терәлгән Марс һәм Минерва скульптуралары өсөн уйымлы ҡыҫҡа диуарҙар булған. Һуңғараҡ ҡабырға ҡанаттарының архитектураһы үҙгәртелгән.

Ҡоролманың фасады башта аҡ төҫкә буялған, һуңынан уны «ҡом» төҫ алмаштырған. Скульптураны һәм аллегорик рельефтарын Иоганн Готфрид Шадов етәкселегендә күп скульпторҙар башҡарған. Бранденбург ҡапҡаларының төп биҙәге — Боронғо Рим алиһәһе Виктория идара иткән дүрт ат егелгән һуғыш арбаһын король һәм архитектор тәүге эскиздарҙа уҡ күҙ уңында тотҡан. Был идеяның өлгөһө булып Галикарнастағы Мавзолей — ете донъя мөғжизәһенең береһе торған тип күҙаллана[9]. Еңеү һуғыш арбаһы көнсығышҡа табан йүнәлгән һәм "донъяның Берлинға инеүе"н һүрәтләй. Тәүҙә алтын менән ҡапланған скульптура төркөмө күҙ уңында тотолған, ләкин 1793 йылда, Сәнғәт академияһы Сенаты король хуплауы менән, квадриганы алтынландырмаҫҡа тәҡдим итә[10].

Тәүҙә Викторияның еңеү билдәһе «һөңгөгә беркетелгән торҡанан, һуғыш кейемдәренән һәм ҡалҡандан торған». Әммә 1814 йылда Наполеонды еңгәндән һуң, архитектор Карл Фридрих Шинкель проектына ярашлы, ул үҙгәртелгән. Викторияның һөңгөһө осонда имән венок уратыуындағы тимер тәрегә, башына таж кейеп, ҡанаттарын йәйеп, ултырған прус бөркөтө һынландырылған[11].

1806 йылдың 27 октябрендә, Франция армияһы, Дүртенсе коалиция ғәскәрҙәрен еңеп, Берлинға тантаналы килеп ингәндән һуң, Наполеон Бонапарт һуғыш арбаһын һүтергә һәм уны Парижға күсерергә бойора. Наполеон I тулыһынса еңелгәндән һуң Виктория ҡабат Берлинға ҡайтарыла һәм Карл Фридрих Шинкель яһаған «Тимер тәре менән бүләкләнә».

1870—1871 йылдарҙағы Франк-прус һуғышының тамамланыуы һәм Герман империяһына нигеҙ һалыныуы 1871 йылдың 16 июнендә тантаналы еңеү парады менән билдәләнә: ғәскәрҙәр Бранденбург ҡапҡалары аша Люстгартенға тиклем үтә. Ноябрь революцияһынан һуң, 1918 йылдың 9 ноябрендә кайзер Вилгельм II тәхеттән ҡолатылғанына һәм артабан баш күтәреүселәр ҡыйратылғандан һуң, пропилеи аша прус гвардиясылары марш менән үтә. Набоковтың «Благость» (1924) тип аталған иртә хикәйәһендә һүрәтләнгән ғәмәлдәр Бранденбург ҡапҡаһы алдында бара.

1933 йылдың 30 ғинуарында национал-социалистар, Бранденбург ҡапҡаһы аша факелдар тотоп үтеп, «власҡа килеүҙәрен» байрам иткән. Адольф Гитлер Берлинды «донъяның баш ҡалаһы» тип үҙгәртеү пландарында көнсығыш-көнбайыш үҙәгендә урынлашҡан Бранденбург ҡапҡаһына айырым әһәмиәт биргән. 1939 йылда Бранденбург ҡапҡаһы менән Адольф-Гитлер-Платц (хәҙер: Теодор-Хойс-Платц) араһындағы ете километр оҙонлоғондағы участканы байтаҡҡа киңәйттергән[12].

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Бранденбург ҡапҡаһы, ныҡ зыян күһә лә, һаҡланып ҡалған. Виктория алиһә квадригаһыы башлыса емерелгән. 1945—1957 йылдарҙа квадрига өҫтөндә СССР флагы елберләгән, ул артабан ГДР флагына алмаштырыла. 1989 йылда Германия берләшкәндән һуң флаг ҡапҡанан алына.

1956 йылда ҡапҡа (квадригаһы — ике йылдан һуң) тергеҙелә, ә 1961 йылдың 13 авгусында ҡапҡа аша үтеү урынын Берлин диуары кәртәләй. Ҡапҡа Көнсығыш Берлин биләмәһендә урынлашҡан (был урында диуар Көнбайыш Берлин биләмәһенә «батып кергән»), һәм Көнбайыш Берлин граждандары ҡапҡаға үтә алмаған. Әммә Көнсығыш Берлиндың ябай кешеләре лә, Көнсығыш яҡтан «мини-диуар» менән ҡапланғанлыҡтан, ҡапҡаға барып етә алмаған.

1989 йылдың 22 декабрендә, Европала сәйәси үҙгәрештәр арҡаһында, Бранденбург ҡапҡаһы, төҙөлгәндән һуң егерме һигеҙ йыл үткәс, яңынан асыла. Йөҙ меңдән ашыу кеше диуарҙы емереүҙә ҡатнаша һәм Германияның берләшеүен сәләмләй. 1991 йылдың авгусында Виктория алиһәнең реставрацияланған скульптура төркөмө йәнә үҙ урынын алды. Бранденбург ҡапҡаһы, оҙайлы онотоу осоронан һуң, Берлиндағы һәйкәлде һаҡлау фонды тарафынан йүнәтелә һәм 2002 йылдың 3 октябрендә тантаналы рәүештә асыла[13].

  1. Rome. — Germany: Michelin et Cie, 1996. — Р. 73
  2. Pöthe Z. Perikles in Preußen. Die Politik Friedrich Wilhelms II. im Spiegel des Brandenburger Tores. Dissertation vom Oktober 2013 an der Technischen Universität Berlin. Fakultät I Geisteswissenschaften. Epubli. — Berlin, 2014. — ISBN 978-3-7375-0749-3. — S. 221
  3. Das Brandenburger Tor: Weg in die Geschichte; Tor in die Zukunft. Hrsg. von der Stiftung Denkmalschutz Berlin, mit Beiträgen von Klaus von Krosigk, Helmut Engel, Jörg Haspel, Josef Riederer. — Berlin: Verlag, 2003. — ISBN 978-3-936314-10-6
  4. Bauch К. Das Brandenburger Tor. — Berlin: Verlag Bruno Hessling, 1968. — S. 30
  5. Pöthe Z. Perikles in Preußen. — S. 221, 400
  6. Paschke R. Das Tor und seine architekturgeschichtliche Stellung. In: Das Brandenburger Tor 1791—1991. — Berlin: Verlag Willmuth Arenhövel, 1991. — ISBN 3-922912-26-5. — S. 19
  7. Bollé М. «Antiquites of Berlin?» Carl Gotthard Langhans und die Architektur in Berlin um 1800. In: Das Brandenburger Tor 1791—1991. — Berlin: Verlag Willmuth Arenhövel, 1991. — ISBN 3-922912-26-5. — S. 72
  8. Architekten-Verein zu Berlin (Hrsg.): Berlin und seine Bauten. — Berlin, 1877. — S. 97
  9. Ulferts G.-D. Friede nach siegreichem Krieg. Das Bildprogramm — Skulpturen und Malereien. In: Das Brandenburger Tor 1791—1991. — Berlin: Verlag Willmuth Arenhövel, 1991. — ISBN 3-922912-26-5. — S. 93
  10. Emil von Siefart. Aus der Geschichte des Brandenburger Thores und der Quadriga. (= Schriften des Vereins für die Geschichte Berlins, Heft XLV). — Berlin, 1912. — S. 38
  11. Ulferts G.-D. Friede nach siegreichem Krieg. — S. 103
  12. Zu Kriegsschaden und Wiederaufbau siehe Götz Eckardt (Hrsg.): Schicksale deutscher Baudenkmale im zweiten Weltkrieg. Eine Dokumentation der Schäden und Totalverluste auf dem Gebiet der Deutschen Demokratischen Republik. Band 1. — Berlin — Hauptstadt der DDR, Bezirke Rostock, Schwerin, Neubrandenburg, Potsdam, Frankfurt/Oder, Cottbus, Magdeburg. — Berlin: Henschel, 1980. — S. 50
  13. Generalprobe am Reißverschluss. (tagesspiegel.de [abgerufen am 7. Juli 2017]) [1] 2021 йыл 12 ноябрь архивланған.