Брегвадзе Нани Георгиевна
Брегвадзе Нани Георгиевна | |
груз. ნანი ბრეგვაძე | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. ნანი ბრეგვაძე |
Тыуған көнө | 21 июль 1936[1] (86 йәш) |
Тыуған урыны | Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР |
Балалары | Эка Мамаладзе[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, музыка педагогы, пианист |
Ойошма ағзаһы | Орэра[d] |
Уҡыу йорто | Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | меццо-сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано һәм вокал[d] |
Жанр | романс[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | bregvadze.ru |
![]() |
Брегвадзе Нани Георгиевна (груз. ნანი გიორგის ასული ბრეგვაძე; 21 июль 1936 йыл) — совет грузин йырсыһы, пианист, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1983).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нани Брегвадзе 1936 йылдың 21 июлендә[2] (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1938 йылда[3]) Тбилисиҙа тыуа.
Музыкаль ғаиләлә үҫә.
Музыка мәктәбе, музыка техникумы тамамлай.
1963 йылда Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһын профессор Гаянэ Мачутадзеның фортепиано класы буйынса тамамлай. Махсус вокаль белеме булмай. Студент сағында уҡ Грузия дәүләт филармонияһының К. Певзнер етәкселегендәге «Рэро» Тбилиси дәүләт оркестрында йырлай башлай (1959—1964).
1964 йылда Мәскәү мюзик-холы менән Парижда гастролдә була. Гастролдән һуң уны «Орэра» вокаль-инструменталь ансамбленә саҡыралар, унда 15 йыл эшләй, 80-дән ашыу илдә була.
1966 йылда ансамблгә Вахтанг Кикабидзе (һуҡма музыка ҡоралдары, вокал) килеп ҡушыла, ул йырсының яҡын дуҫына әйләнә.
1980 йылдан яңғыҙ йыр карьераһын башлай.
1960-сы йылдарҙа Нани Брегвадзе совет сәхнәһенә рус һәм сиған романстарын ҡайтарған тәүге йырсыларҙың береһе була һәм Изабелла Юрьева, Тамара Церетели, Кето Джапаридзе традицияларын яңырта[4].
1990-сы йылдар аҙағында рус романсын башҡарыусы йәштәрҙең «Романсиада» Мәскәү халыҡ-ара конкурсының жюри составына индерелә.
1997 йылда Грузияның яңы башлаған йырсыларына ярҙам итеү һәм сит илдәргә гастролдәрен ойоштороу өсөн «Нани» компанияһын ойоштора һәм уның етәксеһе була.
«Ҡатын-ҡыҙҙар тыныслыҡ өсөн» ассоциацияһы, «Метехи» ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзаһы, «Совет ҡатын-ҡыҙы» йәмғиәте ағзаһы була.
2000 йылда Грузияла Нани Брегвадзеның иҫтәлекле йондоҙон һалалар.
Педагогик эш менән шөғөлләнә: 2002 йылдан бер нисә йыл Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты эстрада-джаз йырҙарын башҡарыу кафедраһы мөдире була (профессор).
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атаһы — Брегвадзе Георгий Ефремович (1909 — ?), актёр
- Әсәһе — Микеладзе Ольга Александровна (1913 — ?), Микеладзеларҙың шөһрәтле кенәз ырыуынан булған
- Ире — Мамаладзе Мераб Григорьевич (1937)
- Ҡыҙы — Мамаладзе Эка (Екатерина) Мерабовна (1960), Грузияла популяр йырсы
- Ейәндәре — Леван, Георгий, Наталья
- Бүләләре — Дмитрий, Сандро, Николоз.
Маҡтаулы бүләктәре һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Грузин ССР-ының атҡаҙанған артисы (1968)
- Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1974)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1983)
- Грузияның Шота Руставели исемендәге дәүләт премияһы (1998)
- Намыҫ ордены (Грузия) (1997)
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (2008)[5]
- Балҡыш Президент ордены (Грузия, 2010)
- «Меценатлыҡ өсөн» алтын миҙалы (2003)
- «Сәнғәткә хеҙмәт итеү» алтын ордены
- «Грузияның быуат йырсыһы» исеме
- Рәсәй Художество академияһының почётлы сит ил ағзаһы[6]
- Тбилисиҙың почётлы гражданы (1995)[7]
- Бенальмадена ҡалаһының (Испания, 1996) почётлы гражданы.
Репертуарындағы йырҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
|
Фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1966 — Встреча в горах (йыр башҡара)
- 1969 — Москва в нотах (йыр башҡара)
- 1970 — Орэра, полный вперёд!
- 1971 — Ожерелье для моей любимой — Айша
- 1971 — Тепло твоих рук (вокал)
- 1973 — Мелодии Верийского квартала (вокал Вардо)
- 1974 — Ночной визит (вокал)
- 1977 — «Берега» (вокал)[8]
- 1981 — Спасибо за нелётную погоду (йыр башҡара)
- 1981 — Распахните окна (вокал)
- 1982 — Примите вызов, синьоры! (вокал)
- 1983 — Старинные русские романсы
- 1984 — Вместе с Дунаевским (йыр башҡара)
- 1985 — Голубые города (Андрей Петров музыкаһына фильм-концерт) (йыр башҡара)
- 1987 — Время нашего детства
- 1991 — Я крёстный Пеле! — Мака
- 2006— Улицы разбитых фонарей 8 (1-се серия «Алиби») — Вероника Георгиевна Жемчужникова
- 2006— Три вальса (документаль)
- 2008— Софико (документаль)
- 2012 — Любовь с акцентом (новелла «Сочи-Батуми») — юбилярша
- Наводнение
- Свет в окне
- Тексель
- Булочница
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://tass.ru/kultura/3473925
- ↑ Данные с официального сайта певицы.
- ↑ Моя ностальгия — Нани Брегвадзе
- ↑ Нани Брегвадзе
- ↑ Награждена указом президента № 1111 от 21.07.2008 2008 йылдың 31 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Брегвадзе Нани
- ↑ Брегвадзе, Нани Георгиевна // Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. / Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др. — М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2.
- ↑ Брегвадзе Нани Георгиевна // Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. / Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др. — М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брегвадзе Нани Георгиевна // Кто есть кто в современной культуре : В 2 вып. / Гл. ред. С. М. Семёнов, авт. и сост. Н. И. Шадрина, Р. В. Пигарев и др. — М.: МК-Периодика, 2006—2007. — ISBN 5-93696-007-3, 5-93696-010-2.
- 21 июлдә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Тбилисиҙа тыуғандар
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Меццо-сопрано
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса музыканттар
- XX быуат йырсылары
- СССР йырсылары
- Алфавит буйынса йырсылар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат пианистары
- СССР пианистары
- Алфавит буйынса пианистар