Эстәлеккә күсергә

Брезовица (Косово)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брезовица
Рәсем
Тау һырты Шар-Планина[d]
Дәүләт  Косово
 Сербия
Административ-территориаль берәмек Штрпце[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1015 ± 1 метр
Майҙан 80 км²
Почта индексы 38157
Рәсми сайт strpce.com
Карта
 Брезовица Викимилектә

Брезовица (алб. Brezovicë, сер. Брезовица / Brezovica) — Косовоның Штрпце муниципалитеты территорияһындағы тораҡ, үҙенең шул уҡ исемле тау саңғыһы курорты менән билдәле. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Брезовица халҡының дөйөм һаны 68 кеше тәшкил итә.

Брезовица — Косовола ҡышҡы туристарҙың иң күп йөрөгән урындарҙың береһе. Тау саңғыһы курорты Шар милли паркының төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш битләүҙәрендә урынлашҡан. Һырт майҙаны — 39 000 гектар, ул үҙ эсенә бейек таулы ерҙәрҙе һәм бик күп төрлө һәм бай флора һәм фауналы урмандарҙы ала. Ике халыҡ-ара аэропорттан 90 минутлыҡ юлда урынлашҡан. Брезовица курорт районы Көньяҡ-Көнсығыш Европала етерлек кимәлдә үҫешмәгән һуңғы тау саңғыһы курорттарының береһе булып тора.

Брезовица Шар-Планина тау һыртының төньяҡ-көнсығышында һәм Лепенац йылғаһы бассейнында урынлашҡан. Брезовица тау саңғыһы курорты диңгеҙ кимәленән 900—2500 метр бейеклектә, ауылдан көньяҡҡа табан яҡынса 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тау түбәнендә климат йомшағыраҡ, ә өҫтә — Альп климаты.

Урта быуаттарҙа хәҙерге Штрпце муниципалитетын Градиште (Брезовицала) һәм Зидинац (Готовушала) ҡалалары менән бергә биләгән территорияла серб жупаһы (ауылдың боронғо атамаһы, көнбайыш һәм көньяҡ славяндарҙа административ берәмек) Сиринич урынлашҡан. Ул беренме тапҡыр XIII быуат хартияһында, икенсе тапҡыр 1331 йылда король Стефан Урош IV Душан хартияһында телгә алына. Ошо уҡ төбәк территорияһында бер нисә Византия ҡәлғәһе емереклектәре һаҡланған[1].

Чайлие убаһы түбәһендә, Лепенац йылғаһына ҡойған Пилевац шишмәһе тамағында, Градиште ҡәлғәһе емереклектәре урынлашҡан, уларҙың ике археологик ҡатламы бар, беренсеһе — VI быуатҡа[1], ә икенсеһе XIII быуатҡа ҡарай[2]. Ҡалаға төньяҡ яҡтан инеү урыны башня менән һаҡланған. Унан икенсе башняға тәәрән соҡор үтә, унан һаҡ диуары ҡалҡыулыҡ итәгенә, Лепенац яғына һуҙыла[2].

1944 йылдың 28 июнендә, икенсе донъя һуғышы осоронда, болгар һалдаттары Ракановацта, Брезовицала 46 кешене (уларҙың 12-һе балалар), һалдаттарының береһе үлтерелгәне өсөн үс итеп язалай.

Йылдар буйынса халыҡ һаны
Этник төркөм 1981 2011
Сербтар 323 (98,48 %) 44 (67,71 %)
Албандар 23 (33,82 %)
Башҡалар 5 (1,53 %) 1 (1,47 %)
Бөтәһе 328 68
  1. 1 2 Rastko website 2013 йыл 23 ғинуар архивланған., rastko.rs.
  2. 1 2 SANU, National Center for Digitization, Cultural Monuments in Serbia: Ostaci tvrđave Gradište-Čajlije 2021 йыл 19 октябрь архивланған.