Эстәлеккә күсергә

Брезовица (тау саңғыһы курорты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брезовица
Рәсем
Дәүләт  Косово
Урын Шар-Планина[d]
Рәсми сайт skijalistasrbije.rs/sr/o…
Карта
 Брезовица Викимилектә

Брезовица тау саңғыһы курорты, йәки Брезовица саңғы үҙәге (сер. Ски центар Брезовица) — тау курорты һәм Косовоның иң ҙур ҡышҡы туризм үҙәге, Шар-Планин тауҙары битләүендә урынлашҡан.

Саңғыла һәм сноубордта шыуыу өсөн тәғәйенләнгән.

Йәйгеһен экотуризм мөмкинлектәренә йәйәү йөрөү, тау велосипедында шыуыу, гольф һәм башҡа асыҡ һауалағы күңел асыу саралары инә. Походтар өсөн һуҡмаҡтар яҡын-тирәләге Ливадици күленә тиклем һуҙылған.

Брезовица тау саңғыһы курортына 1954 йылда нигеҙ һалына. Курорт Шар-Планин милли паркының төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш битләүҙәрендә урынлашҡан.

Курорттың биш күтәргесенең беренсеһе 1979 йылда ҡуйыла. Курорттың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә 16 километр саңғы трассаһы бар. Бында 1980 һәм 1990 йылдарҙа бер нисә халыҡ-ара саңғы ярыштары үткәрелә, һәм шул ваҡыттан алып ул туристик үҙәккә әйләнә. Брезовица 1984 йылда Сараевола Ҡышҡы Олимпия уйындарының тау саңғыһы ярыштары өсөн альтернатив урын булһа ла һәм 1980 һәм 1990 йылдарҙа Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһының бер нисә сараһын ҡабул итһә лә, курорт инфраструктураһына ике тиҫтә йылдан ашыу ҙур инвестициялар һалынммай[1]. Брезовица тау саңғыһы курортының хоҡуҡи статусы буйынса бәхәс 1999 йылда Косово һуғышынан һуң башлана, сөнки Сербия хөкүмәте лә, Косово хөкүмәте лә уға үҙ хоҡуғын белдерә[2]. Шуға ла ике тиҫтә йылдан ашыу инвестициялар һалынмай.

2014 йылдың ноябрендә Косово хөкүмәте compagnie des Alpes етәкселегендәге француз консорциумы менән киләһе ике тиҫтә йыл дауамында брезовица тау саңғыһы курортын үҫтереү тураһында 410 миллион евроға контракт төҙөй[3]. Әммә 2016 йылдың июнендә контракт өҙөлә, сөнки француз консорциумы инвестициялар буйынса банк гарантиялары бирә алмай[4].

2018 йылға ҡарата туристарҙың күпселеге Косовонан һәм күрше Албаниянан килә[5]

Брезовица тау саңғыһы курортының пейзажы

Ике халыҡ-ара аэропортҡа тиклем 90 минутта барып етеп була (Приштина халыҡ-ара аэропорты һәм Скопье халыҡ-ара аэропорты).

Брезовица курорт зонаһы — Көньяҡ-Көнсығыш Европала етерлек кимәлдә үҫешмәгән һуңғы тау саңғыһы курорттарының береһе. Бында уртаса оҙонлоғо 4 километр (2 миль) һәм диңгеҙ кимәлендә уртаса 38 % ауышлыҡлыҡтағы 1718 метр оҙонлоғондағы тау саңғыһы трассалары урынлашҡан.

Үҙәк саңғыла шыуыу өсөн өҫтө ҡар менән ҡапланған йәйге миҙгелдә асыҡ.

2008 йылда өс яңы күтәргес асыла. Brezovica FIS трассаларында слалом, гигант слалом, тиҙлек менән төшөү һәм «Super G» өсөн бер үк ваҡытта 50 000 саңғысы шыуа ала.

Курортта бер нисә милли һәм халыҡ-ара ярыш үткәрелә[1].

Саңғы трассаларының уртаса оҙонлоғо 4 километр һәм йылына уртаса 128 көн шыуырға мөмкин.

Тау саңғыһы үҙәгендә 700-гә яҡын урынлыҡ дүрт ҡунаҡхана бар, шул уҡ ваҡытта өҫтәмә рәүештә айырым ҡунаҡханаларҙа һәм шәхси объекттарҙа урынлашырға мөмкин. Әммә был ҡунаҡханалар йә минималь режимда эшләй, йә Сербия хөкүмәте менән Косово хөкүмәте араһындағы юридик бәхәстәр арҡаһында ябыла[2] Клиенттарына бушлай транспорт һәм күтәргестәргә бушлай инеү мөмкинлеге бирелә. Тәбиғәт паркы булыуына ҡарамаҫтан, был районда шәхси йорттар төҙөлөшө тиҙ үҫешә[6]

Panoramic view of Velika livada
Panoramic view of Velika livada
  1. 1 2 Neville. Skiing Kosovo, Abandoned Lifts and All  (инг.) (24 February 2016). 23 декабрь 2018 тикшерелгән.
  2. 1 2 Čiji je ski centar Brezovica?  (серб.), Danas (8 май 2013). 23 декабрь 2018 тикшерелгән.
  3. Kosovo appoints French consortium to develop ski resort  (инг.) (17 November 2014). 23 декабрь 2018 тикшерелгән.
  4. Koha: Propao projekat "Brezovica"  (серб.) (17 июнь 2016). 23 декабрь 2018 тикшерелгән.
  5. Džodan. PUTEVIMA CRVENIH BOŽURA, SKIJANJE I VIA FERATA Kako izgleda turistička ponuda Kosova i ko tamo najčešće putuje  (серб.) (6 март 2018). 23 декабрь 2018 тикшерелгән.
  6. Brezovica Ski Resort (ингл.). viewkosova.com. Дата обращения: 2 март 2014. Архивировано из оригинала 6 март 2014 года.