Бриллиантов Александр Иванович (эсер)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бриллиантов Александр Иванович (эсер)
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1869
Тыуған урыны Енисейская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1937
Вафат булған урыны ГУЛАГ[d], СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Томская духовная семинария[d]
Ойошма ағзаһы Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты
 Бриллиантов Александр Иванович (эсер) Викимилектә

Бриллиантов Александр Иванович (1869 йыл, Корниловская ауылы, Ачинск өйәҙе, Енисей губернаһы[1] — 1937?[2]) — Рус православие сиркәүенең Себер дин әһеле, Енисей губернаһынан Рәсәй империяһының Икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1907), Рәсәйҙең ойоштороу йыйылышы ағзаһы (1917 йыл — ғинуар, 1918 йыл), ВЦИК ағзаһы, урыҫ сәйәсмәне (һул социалист-революционер) Бөтә Рәсәй Крәҫтиәндәр союзы ағзаһы, Өфө ҡалаһы башлығы (19171918 йылдар).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бриллиантов Александр руханиҙар затынан, дьяк улы[3] Енисей губернаһының Ачинский өйәҙендә Корниловская священник ғаиләһендә тыуа. Томск дини училищеһын тамамлай 1890 йылда ирекле рәүештә ялланып Енисей губерна идаралығында хеҙмәт итеү, тиҙҙән Томск дини семинарияһын тамалай. Уҡыу осоронда революционерҙар менән таныша һәм үҙе лә революцион хәрәкәттә ҡатнаша[4]. 1892 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, никахҡа ингәнгә тиклем Енисей губернаһының Красноярск өйәҙендә Елово ауылындағы Томск епрахияһында ун ике йыл ярым рухани булып эшләй[5].

1904 йылда 35 йәшкә дин әһелен булараҡ Минусинск ҡалаһына ебәрелә һәм унда, революцион ваҡиғалар өйөрмәһенә эләгә. Сиркәү хеҙмәтенән тыш А. Бриллиантов ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша — ауыл хужалығы ойошмаһы ағзаһы булып тора, башланғыс белем йәмғиәте рәйесе урынбаҫары була, ә 1905 йылдың 17 октябрь Манифесы сыҡҡандан һуң урындағы митингыларҙы ойоштороу буйынса комитет ағзаһы итеп һайлана. Сәйәси һәм революцион әүҙемлеге өсөн ышанысһыҙҙар рәтенә инә һәм урындаҙы һаҡ уны эҙәрлекләй башлай.

Беренсе рус революцияһы бөтә ил буйынса халыҡтарҙы ҡуҙғыта. Дәүләт Думаһының II саҡырылышына һайлауҙар күпләп ҡулға алыуҙар һәм репрессиялар менән тап килә. Хатта шуға барып етә: 1917 йылдың 13 мартындағы Енисей губерна һайлауҙары йыйылышында дүрт ҡатнашыусы ҡулға алына. Шуға ҡарамаҫтан, һайлау үткән тип иҫәпләнә. Ике губерна урынына билдәле, популяр, халыҡ сәйәсмәндәре эләгә. Енисей губернаһынан депутат булып Минусинск руханийы, эсер ҡарашлы Бриллиантов Александр һәм меньшевик, магазин конторщигы, Красноярск ҡалаһында приказчиктар профсоюзын ойошторусы Иван Юдин һайлана.

Бриллиантов Александр (1-се рәт, уртала) икенсе саҡырылыы Дәүләт Думаһында парламенттағы эсерҙар төркөмөндә (1907)

Дәүләт Думаһы Александр Бриллиантов эсерҙар партияһы ағзаһы була, социал-революционерҙар фракцияһына инә, сиркәү ҡануниәте буйынса ваҡытлыса дума комиссияһында эшләй. Шулай уҡ Себер парламент төркөмө составына инә[6], Бөтә Рәсәй Крәҫтиәндәр союзы ағзаһы була. Был берләшмә 1905 йылғы революция осоронда ойошторола һәм уның ағзалары киләсәктә (Бриллиантов кеүек үк, большевиктарҙы күпләп репрессиялау ҡорбаны була[7].

1907 йылдың 12 майында Изге Синод «О священниках, состоящих членами Государственной думы и принадлежащих к крайним революционным партиям» билдәләмәһен ҡабул итә. Унда әйтелеүенсә, дин әһеленән «юғары властарға буйһоноу» талап ителә һәм власты бәреп төшөрөү ынтылышы рухи пастырь дәрәжәһе менән тап килмәүе тураһында белдерелә. Был билдәләмә А. Гриневич, А. Бриллиантов, А. Архипов, К. Колокольников һәм Ф. Тихвинға ҡағыла. Бары тик А. Гриневичҡа ғына «аҡланыу» мөмкин була, башҡаларға хеҙмәт итеү тыйыла[8]. Столыпи Пётр Аркадьевич II Дәүләт Думаһын тарҡатҡас, А. Бриллиантов Томскиға Себер университетына уҡырға инергә килә. «Русское слово» гәзите 1917 йылдың 10 (23) ноябрендә «Петербургскій телефонъ — Отъ нашихъ корреспондентовъ» бүлегендә түбәндәгеләрҙе яҙа:

… Бывшие депутаты. «Русь» сообщает, что член 2-й Государственной Думы священник Бриллиантов, прибывший в Томск для поступления в Университет, арестован и посажен в томскую тюрьму…[9]

1907 йылдың,31 октябрендә «зарарлы йүнәлеше һәм агитация эшмәкәрлеге» өсөн ваҡытлыса Томск губернаторы ҡарарына ярашлы Бриллиантов Томскиҙан һөрөлә.

1907 йылдың көҙөндә төрмәлә ултыра һәм 1917 йылғы Февраль революцияһына тиклем Минусинскта һөргөндә була.. Һаҡ аҫтында булыуы һәм эшен Томск Ерапхтяһы сиркәүе етәкселегенең махсус тикшереүе һөҙөмтәһендә ул рухани санынан мәхрүм ителә.

1917 йылғы Февраль революцияһы башланғас эсер А. Бриллиантов өсөн дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәренең «донъяуи» тормошо башлана. Һөҙөмтәлә ул ябай совет хеҙмәткәре-бухгалтер сифатында ҡулға алына һәм репрессияланып ГУЛАГ-ҡа оҙатыла. Себерҙән А. Бриллиантов Уралға китә, әүҙем революционер тиҙҙән ҡаланың төрлө урындағы үҙидара органдарына һайлана, шул иҫәптән Өфө ҡалаһы башлығы булып китә, Өфөнән Рәсәйҙең иң төп органдары — Ойоштороу йыйылышына, һуңынан ВЦИК-ка һайлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ныне — Красноярский край
  2. Год смерти 1937 указан, например, в списке избранных членов Учредительного собрания 1917.
  3. Из доноса Уездного исправника, весна 1907 года, Архивы Енисейского губернского управления. См.
  4. См. биографию на «Хронос.ру»(недоступная ссылка)
  5. Томская православная епархия действовала не только на территории всей огромной тогда Томской губернии, но и на территории соседней — Енисейской губернии.
  6. См. подробнее на портале «Томское краеведение»
  7. В 1917 Всероссийский Крестьянский союз, как профессиональный союз крестьян, не стал входить в контролируемое большевиками объединение «Союз союзов», прообраз советского ВЦСПС.
  8. Платонов Г. М. Православная церковь и общественно-политическая жизнь провинциальной России. 1900—1914 гг. [Электронный ресурс]: На материалам Саратовской губернии Дис. … канд. ист. наук : 07.00.02 .-М.: РГБ, 2003 (Из фондов Российской Государственной Библиотеки)
  9. Хронограф. Календарь истории России и Ханты-Мансийского автономного округа — Югры. Дата обращения: 30 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 9 июнь 2013 года. 2013 йыл 9 июнь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Родионов И. В. Краткие биографии сибирских депутатов // Сибирские вопросы, журнал. — С.Пб., 1907. — 15 апр. (№ 6). — С. 28-29.
  • Родионов Ю. П. Сибирские депутаты во II Государственной думе // По страницам российской истории. — Омск, 1996. — С. 50-57.
  • Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М.: РОСПЭН, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]