Бриофиллюм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бриофиллум
Бриофиллюм
Бриофиллум Федченко.
Сәскә атҡан үҫемлектең дөйөм күренеше.
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Таштишәрҙәр
Ғаилә: Ҡантибәрсәләр
Ырыу: Бриофиллум
Латинса исеме
Bryophyllum Salisb. (1805)
ITIS 500355
NCBI 23012

Бриофи́ллюм (лат. Bryophýllum) — ҡантибәрсәләр ғаиләһендәге, ҡаланхое һымаҡтар аҫ ғаиләһенән үҫемлектәр ырыуы. Күп йыллыҡ суккулент (япраҡ һәм һабаҡтары дымға бай булған, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлектәр: алоэ, кактустар[1]) үлән. 200 ләп төрө билдәле. Сығышы — тропик Африка.

Япраҡтары һаплы, ҡаршылаш, итләс, эре, тоноҡ ҡуйы йәшел төҫтә, ситтәре тешле. Япраҡ тирәләй тешсектәре араһында бөрөләре бар, улар үҫеш дәүерендә ҡойола һәм тиҙ шытыусан яңы үҫемлек үҫеп китә. Сәскәләре ваҡ, аҡ төҫтә, суҡ сәскә төркөмөнә тупланған. Декоратив бүлмә гөле итеп үҫтерелә. Айырыуса киң таралған 2 төрө билдәле: Дегремон бриофиллюмы (B. daigremontianum) һәм көпшә сәскәле бриофиллюм (B. tubiflorum). Халыҡ медицинаһында дарыу үләне булараҡ ҡулланыла. Бриофиллюм һуты ялҡынһыныуга ҡаршы, туҡымаларҙы тиҙ төҙәтеү, яра һәм йәрәхәттәрҙе таҙартыуҙа, бешкән, оҙаҡ ятып тишелгән урындарҙы һәм туҡымаларҙың үлекләнеү процессын дауалауҙа файҙаланыла. Шулай уҡ уны томау төшкәндә, стоматит, тонзиллит, күҙ ялҡынһыныуы ваҡытында, гриппка ҡаршы профилактика сарасы булараҡ ҡулланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]