Бровман Григорий Абрамович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бровман Григорий Абрамович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1 (14) август 1907
Тыуған урыны Молдова, Калараш[d]
Вафат булған көнө 13 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе
Эш биреүсе А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Бровман Григорий Абрамович (1 [14] август 1907, Калараш, Оргей өйәҙе, Бессарабия губернаһы — 13 август 1984, Мәскәү) — совет әҙәбиәт белгесе һәм әҙәби тәнҡитсе. Филология фәндәре кандидаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бровман Григорий Абрамович Бессарабия губернаһы Оргей өйәҙенең Калараш ауылында (хәҙер — Молдова Республикаһының район үҙәге) йәһүд ғаиләһендә тыуған

Мәктәптә уҡый, ете синыфты тамамлағандан һуң китапханала эшләй башлай. Беренсе донъя һуғышы башында уларҙың ғаиләһе Подольск губерналары буйлап гиҙә, күпмелер ваҡыт Одесса һәм Крыжополдә йәшәй. 1926 йылда Мәскәүгә күсеп килә, унда Мәскәү дәүләт университетының әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, юғары уҡыу йортон 1931 йылда тамамлай[1] . Студент сағында уҡ баҫыла башлай: «Революция и культура» (1929, № 21) журналында Бровмандың һәм Е.Поповкиндың мәҡәләһе баҫылып сыға, унда авторҙар раҫлауынса, университеттар үҙҙәренең йомолоуы арҡаһында феодаль йәмғиәттең корпоративлығына тап килә, улар хәҙер тормоштан айырылған, паразит синыф мәҙәниәте барлыҡҡа килгән, үҙ диураҙарынан бер ҡайҙа ла яраҡлы булмаған кешеләрҙе, паразиттарҙы (медик һәм юристарҙан тыш) сығара. Шуға күрә бөтөн университет юҡ ителергә, ҡайһы бер махсуслаштырылған уҡыу йорттарына әйләнергә тейеш[2].

«На путях к новой школе» журналы редакцияларында эшләй. Л.И. Альтман ярҙамы менән СССР Яҙыусылар союзын ойоштороу буйынса ойоштороу комитеты ағзаһы була. ИФЛИ аспирантураһын тамамлай, ә 1940 йылда А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында «Белинский и драма» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — хәрби Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хәрби корреспондент, «В бой за родину», «Бей врага» гәзиттәре редакцияһында эшләй[3].

Космополитизм менән көршә кампанияһы барышында А.М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының совет әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаһынан бушатыла һәм СССР Яҙыусылар союзы сафынан сығарыла (һуңынан тергеҙелә)[4].

«Новый мир» журналында тәнҡит бүлеге мөдире. СССР Яҙыусылар союзының өлкән референты була.

В.В.Вересаев ижады («В Вересаев: жизнь и творчество» китабы 1959 йылда сыға), хәҙерге совет прозаһы менән шөғөлләнә. 1961 йылдан башлап А.И.Солженицындың ижады буйынса бер нисә эше баҫылып сыға; А.Жуховицкий менән бәхәстә яҙыусыны яҡлап сыға.[5], Ю.В.Троифоновтың тәүге әҙәби тәжрибәһен юғары баһалай; В. Н. Войновичты СССР Яҙыусылар союзынан сығарыуҙы хуплай. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1977).

Һайланма хеҙмәттәре[6][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бровман Г. А., Герман А. Г., Муравьёва Н. И., Орлова А. В., Рождественский Б. В., Федосеев Г. С., Шапиро В. М. Учебник по литературе: Для 7 года ФЗС и 2 года ФЗУ и 3 года ШКМ / Под ред. Ф. М. Головченко — М.; Л.: Учпедгиз, 1932. — 208 б. — 125000 экз.
  • Бровман Г. А. В. В. Вересаев: жизнь и творчество — М.: Советский писатель, 1959. — 367 б. — 6000 экз.
  • Бровман Г. А., Скорино Л. Жизнь. Герой. Литература: Сборник литературно-критических статей — М.: Советский писатель, 1961. — 628 б. — 16000 экз.
  • Бровман Г. А., Литвинов В. Литературная Россия: Сборник литературно-критических статей — М.: Советская Россия, 1962. — 518 б. — 30000 экз.
  • Бровман Г. А. Герой и время: Обзор прозы за 1963 год — М.: Знание, 1964. — 32 б. — 52100 экз.
  • Бровман Г. А. Проблемы и герои современной прозы: Критическое обозрение — М.: Художественная литература, 1966. — 311 б. — 20000 экз.
  • Бровман Г. А. Талант и направление: О современной художественной прозе — М.: Советский писатель, 1971. — 383 б. — 10000 экз.
  • Бровман Г. А. Труд, герой, литература: Очерки и размышления о русской советской художественной прозе — М.: Художественная литература, 1974. — 335 б. — (1. Русская советская литература 2. Рабочий класс в художественной литературе). — 20000 экз. || — 2-е изд., перераб. и доп. — 1978. — 373 б. — 20000 экз.
  • Бровман Г. А. Человек для людей: Образ коммуниста в русской советской литературе: Очерки, размышления, воспоминания (Для старшего школьного возраста) — М.: Детская литература, 1978. — 206 б. — (1. Советская литература. 2. Коммунисты в художественной литературе). — 50000 экз. ||  — 1983. — 238 б. — 50000 экз.

Йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Литературная Россия: Сборник литературно-критических статей. Составители Г. Бровман и В. Литвинов. М.: Советская Россия, 1962.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В 1931 году кафедра факультета литературы и искусства МГУ была выведена из состава университета.
  2. Бровман Г., Поповкин Е. Университет ждёт своей революции //Революция и культура. 1929, № 21.
  3. Память народа
  4. Костырченко, Геннадий Васильевич. Идеологические чистки второй половины 40-х годов
  5. Бровман Г. «Верность жизни и позиция писателя: О рассказе А. Солженицына „Матренин двор“» // Бровман Г. Проблемы и герои современной жизни. — М., 1966. — С. 156; Бровман Г. «Обязательно ли быть соавтором?» // Литературная Россия. — 1964. — 1 янв.; Бровман Г. «Правда исторического оптимизма: По страницам художественной прозы 1963 г.; Бровман Г. Диалог о герое // Литературная Россия. 1964. 7 февр. С. 6—7.»
  6. Источник — электронные каталоги РНБ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]