Эстәлеккә күсергә

Бродский Виктор Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бродский Виктор Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 7 сентябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Полтава, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты

Бродский Виктор Леонидович (1903—1958) — инженер-конструктор, караптар эшләүсе, төҙөлөп бөтөү этабында «Киров» крейсерының баш төҙөүсеһе

Виктор Леонидович Бродский 1903 йылдың 7 сентябрендә Полтавала тыуа.

1920 йылда коммерция училищеһын тамамлай һәм Одесса политехник институтына инә. Уҡыуҙы махсус тәғәйенләнештәге коммунистик бригадала инструктор, эшсе-крәҫтиән инспекцияһында таратыусы булып алып бара.

1923 йылда Ленинград политехник институтының караптар төҙөү факультетына күсенә, шул уҡ ваҡытта Балтика караптар төҙөү заводында эшләй.

1930 йылда институтты тамамлағандан һуң, Балтика заводының проект бюроһын етәкләй, корпус цехы начальнигы була.

1934—1935 йылдарҙа крейсерҙар проектлау тәжрибәһен алыу өсөн Италияға командировакаға ебәрелә.

1937 йылда карапты һыуға төшөргәндән һәм беренсе һынауҙар ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәрҙән һуң «Киров» крейсерының төҙөлөп бөтөү этабында баш төҙөүсе.

1937 йылдың 12 майында ҡулға алына. 1938 йылдың 3 мартында Енәйәт Кодексының 58-6-сы статьяһы буйынса 20 йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына хөкөм ителә. Төрмәлә ултырып, төрлө проект-конструкторлыҡ бюроларында эшләй. 1938—1939 йылдарҙа «Болшево» махсус техник бюроһының конструкторҙар төркөмө менән етәкселек итә, 1939—1941 йылдарҙа - «Кресты» айырым техник бюроһының конструкторҙар төркөмө етәксеһе, 1941—1942 йылдарҙа Зеленодольсктағы 340-сы заводтың проект бүлеге етәксеһе була. 1942—1945 йылдарҙа, тотҡон булараҡ, Молотовскиҙа 402-се заводта баш төҙөүсе һәм суднолар ремонтлау бүлеге начальнигы булып эшләй, унда Америка һәм инглиз судноларын ремонтлау менән етәкселек итә[1].

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң караптар төҙөү төркөмөнөң етәксеһе булып эшләй һәм ОКБ-172 («Крест») проектының етәксеһе була.

1949 йылдан алып — корпус бүлеге етәксеһе, Ленинградта Судно төҙөү сәнәғәте министрлығының 5-се заводында Махсус конструкторлыҡ бюроһында -5 баш конструктор вазифаһын башҡара. 1951 йылдан Красноярск крайында һөргөндә була. Йәнәсәй районында юл мастеры, Маклаковола урман заводы цехы начальнигы була.

1955 йылда аҡлана һәм иреккә сыға. Ленинградҡа ҡайта. 1-се Үҙәк конструкторлыҡ бюроһында (п/я 70) инженер булып эшләй, ә һуңынан Үҙәк конструкторҙар бюроһында промыслалар флоты өсөн судноларҙы проектлау буйынса әйҙәүсе конструктор.

1958 йылдың 6 февралендә вафат була. Санкт-Петербургта Красненькое зыяратында ерләнә.

  • Бродский В. Л. «Новый метод прогрессивных испытаний судовых механизмов» (1927),
  • Бродский В. Л. «Исследования по спуску судов» (1929),
  • Бродский В. Л. «Опыт строительства крейсеров в Италии» (1937).
  • Мелуа А. И. Инженеры Санкт-Петербурга : Энциклопедия. Издательство: Издательство Международного фонда истории науки, 1996 г. ISBN 5-86050-081-5.
  • Жук В. И. Разработки ОКБ-172 // Вестник «Мемориала». 2001. Вып. 6. С. 54-59;
  • Крук Н. С. Орудия победы // Вестник «Мемориала». 2001. Вып. 6. С. 46-54.