Брук Соломон Ильич
Брук Соломон Ильич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 3 февраль 1920 |
Тыуған урыны | Рогачёв[d], Гомельская губерния[d], РСФСР |
Вафат булған көнө | 1995[1][2][3] |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | географ, этнограф, демограф, картограф, университет уҡытыусыһы, мөхәррир |
Эшмәкәрлек төрө | этнография[4], география[4] һәм демография[4] |
Эш урыны | РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның география факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Казьмина, Ольга Евгеньевна[d] |
Әүҙемлек урыны | СССР[4] |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Брук Соломон Ильич (3 февраль 1920 йыл — 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия капитаны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы[5]. Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы,2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[6] СССР һәм Рәсәй этнографы, география фәндәре докторы, профессор, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1987), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Тарихи-этнографик һәм донъя халыҡтары һәм диндәре тураһында эш циклы өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (2001) (үлгәндән һуң). СССР-ҙа этник һәм этнодемография картографияһына нигеҙ һалыусы[7].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Брук Соломон Ильич 1920 йылдың 3 февралендә Белоруссия ССР-ы Рогачёв ҡалаһында йәһүд ғаиләләһендә тыуған. 1937 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә, ләкин һуғыш башланыу сәбәпле уҡыуы өҙөлә. 1942 йылда Новосибирск өлкәһе Барабинск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡызыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының артиллерия штабы начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә Һуғыштан һуң, 1947 йылда, МДУ-ны тамамлай[5] 1953—1994 йылдарҙа РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтында эшләй. 1953—1958 йылдарҙа кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1958—1963 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, 1963—1968 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Миклухо-Маклай исемендәге этнография институтының директор урынбаҫары. 1980 йылдар аҙағында ошо институттың ғилми консультанты, шулай уҡ СССР Үҙәк статистика идаралығының халыҡ иҫәбен үткәреү ваҡытында милли состав мәсьәләләре буйынса баш ғилми консультант булып тора.
"Численность и расселение народов мира "(М.,1962) фундаменталь баҫма һәм «Атлас народов мира» (М.,1964) булдырыуҙа төп роль уйнай. «Донъя халыҡтары: тарихи-этнографик белешмә» (1988) һәм «Рәсәй халыҡтары: энциклопедия» (1994) этнографик энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (21 февраль 1945)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (21 апрель 1945)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (9 июнь 1945)[6]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980)
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Донъя халыҡтары һаны һәм урынлашыуы». Серия: Донъя халыҡтары. СССР фәндәр Академияһы, 1962 й.;
- «Ер шары халыҡтары». М., 1965;
- «The World Today Population». Moscow, 1977;
- «Этник геодезия географияһы һәм картографияһы проблемалары». М., 1978;
- «Украин этносының һаны һәм урынлашыуы XVII—XX быуат башында» // СЭ, 1981. № 5;
- «Донъя халҡы. Этнодемографический справочник». Мәскәү, 1981 й.;
- Брук С. И. Население мира: Этнодемографический справочник / Отв. ред. д-р ист. наук проф. П. И. Пучков; Рецензент: чл.-корр. АН СССР В. П. Алексеев; Институт этнографии имени Н. Н. Миклухо-Маклая АН СССР. — Изд. 2-е, перераб. и доп. — М.: Наука, 1986. — 832 с. — 78 000 экз. (в пер)
- В. А. Никонов, «География фамилий» // Отв. ред. д-р геогр. наук И. С. Брук; Рецензенты: д-р ист. Г. Л. Смолицкая, д-р ист. наук Р. Ш. Джарылгасинова ; Ордена Дружбы народов Институт этнографии имени Н. Н. Миклухо-Маклая Академии наук СССР. — М. : Наука, 1988. — ISBN 5-02-009945-7.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Solomon Ilʹič Bruk // NUKAT — 2002.
- ↑ Solomon Il'jič Bruk // Bibliografie dějin Českých zemí — 1905.
- ↑ Solomon Il'ič Bruk // https://dbn.bn.org.pl/descriptor-details/9810558295905606 (пол.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Bruk, Solomon Il‘jič // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=mub20201063700
- ↑ 5,0 5,1 Личный состав. Брук Соломон Ильич
- ↑ 6,0 6,1 Брук Соломон Ильич.Наградные документы
- ↑ Комарова Г. А. Рец. на: Тишков В. А. Наука и жизнь. «Разговоры с этнографами». — СПб.: Алетейя, 2008. — 175 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Брук Соломон Ильич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Мәҡәлә РФА-НЫҢ ИЭА сайты
- Кон И. С. Блиц-хәтирә
- 90 лет со дня рождения С.И. Брука
- Халыҡ батырлығы
- Память Народа.Брук Соломон Ильич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- 3 февралдә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 1995 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Рәсәй географтары
- Рәсәй этнографтары
- СССР этнографтары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- География фәндәре докторҙары
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр