Бруней

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску


Бруней-Даруссалам дәүләте (солтанат)
Negara Brunei Darussalam
Flag of Brunei.svg Эмблема Бруней
Флаг Эмблема
Девиз: «Brunei Darussalam
(малайский: Бруней — обитель мира); второй девиз: «Всегда служить под водительством Бога»»
Гимн: «Allah, Peliharakan Sultan»
Location Brunei ASEAN.svg
Дата независимости 1 ғинуар 1984 (от Бөйөк Британия)
Официальный язык малай
Столица Бандар-Сери-Бегаван
Крупнейшие города Бандар-Сери-Бегаван
Форма правления абсолют теократик монархия[1][2]
Солтан Хәссәнал Болкиах
Госрелигия ислам (сөнни мосолмандар )
Территория
• Всего
• % водной поверхн.
163-я в мире
5 765 км²
8,6 %
Халыҡ
• Оценка (2011)
Плотность

401 890[3] чел. (174-е)
67,3 чел./км²
ВВП
  • Итого (2012)
  • На душу населения

22 млрд[4] долл. (119-й)
71 759[4] долл.
ИЧР (2013) 0,855[5] (очень высокий) (31-е место)
Названия жителей брунейҙар, [6]
Валюта Бруней доллары (BND, код 96)
Интернет-домен .bn
Код ISO BN
Код МОК BRU
Телефонный код +673
Часовые пояса +8

Бруней, тулы рәсми исеме Бруней-Даруссалам дәүләте (мал. Brunei DarussalamBrunei darussalam, тәржемә Бруней — Тыныслыҡ урыны) — дәүләт (солтанлыҡ).

Көньяҡ-көнсығыш Азияның, Калимантан ярым утрауының төньяҡ-көнбайыш утрауҙарынан тора. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе менән йыуыла. Малайзия менән сиктәш.

Майҙаны — 5,8 мең км².

Халыҡ һаны — 401 890 кеше. Баш ҡалаһы — Бандар-Сери-Бегаван. Милләттәр дуҫлығы берләшмәһенә инә.

Атамаһының килеп сығыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бруней 1363 йылда ислам дине ҡабул иткән һәм Брунейҙың беренсе солтаны вазифаһын башҡарған Мөхәммәт Шаһ (Бруней) Аванг Алак Бетатар тарафынан нигеҙләнгән. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Аванг Бетатар сәйәхәте ваҡытында быға тиклем билдәһеҙ булған Бруней йылғаһы тамағын асҡан һәм «Baru nah!» тип ҡысҡырып ебәргән.(Башҡортсаға тәржемәһе «бында» тип аңлашыла) Йылға атамаһы шунан килеп сыҡҡан. Артабан солтанатҡа ла ошо атама йәбешкән[7]. Тора-бара атама яйлап «Barunai» тип үҙгәрә. Ә бәлки санкрит һүҙе «varuṇ» (वरुण) тәьҫире һөҙөмтәһендә үҙгәргәндер. Ул океан йәки мифологик океан хакимы мәғәнәһен аңлата. Илдең тулы исеме булып йөрөгән һүҙбәйләнеш — «Негара Бруней Даруссалам» — (ғәр. دار السلام‎) малай телендә "Бруней"донъя хакимы, «Негара» — ил тигән мәғәнәе белдерә.

Көнбайышта Бруней солтанаты XVI быуатта билдәле була.1550 йылдарҙа сәйәхәт итеүсе италия сәйәхәтсеһе Лодовико Вартема бына нимәләр яҙып ҡалдырған:

Беҙ Борней (Бруней йәкиБорнео) утрауына килеп еттек. Ул Малучтан ике йөҙ миль алыҫлыҡта ята. Беҙ уның Малучҡа ҡарағанда бер ни тиклем ҙурыраҡ һәм түбәндәрәк булыуын белдек. Бындағы халыҡ — мәжүсиҙәр. Уларҙың тән төҫө башҡа ырыу вәкилдәренә ҡарағанда ағыраҡ.Был утрауҙа ғәҙел хөкөм урынлаштырылған…

[8]

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бруней Көньяҡ-көнсығыш Азияла, Калиматан утрауҙарының төньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан. Ике айырым өлкәнән тора. Улар малайзия биләмәһендә үҙ-ара яҡынса 30 саҡрымлыҡ арауыҡ менән бүленеп урынлашҡан. Төньяҡтан Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе ярҙарын йыуа. Диңгеҙ яры төрлөсә: төньяҡ-көсығышта күп утрауҙары менән Бруней бухтаһы урынлашҡан, көнбайышта һөҙәк ҡомлоҡтар хакимлыҡ итә.г[9].

Рельефы һәм геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Брунейҙа уйһыу убалыҡтар, көньяҡта тау итәктәре. Көнсығыш өлөшөндә тәрән һаҙлыҡлы яр буйы тигеҙлеге. Иң бейек түбәһе — Букит-Пагон тауы, 1850 метр.

Һыу ресурстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт биләмәһендә ҙур күлдәр һәм йылғалар юҡ. Бруней , Тудог, Тембуронг, Белайт йылғалары илдең көньяғындағы убаларҙан көньяҡҡа ағып төшөп Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙенә ҡоялар.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты дымлы, экваториаль. Көньяҡ-Ҡытай акваторияһынан килгән көслө муссон елдәренең тәьҫиренә бирешеүсән. Ер тетерәүәр булып тора. Убаларҙан ағып төшкән ваҡ йылғалар төньяҡҡа, диңгеҙгә табан аға. Йыллыҡ уртаса һауа температураһы 26 °C тирәһендә тирбәлә. 75 процент биләмә дымлы тропик урмандар менән ҡапланған. Шулай уҡ Бруней йылғаһының диңгеҙгә ҡойған тамағында мангрҙар урынлашҡан.



.

Брунея климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 34,1 36,7 37,1 37,8 36,6 36,2 36,2 37,6 36,0 35,3 34,9 34,2 37,8
Уртаса максимум, °C 30,2 30,5 31,6 32,2 32,2 32,2 32,0 32,2 31,8 31,4 31,3 30,9 31,5
Уртаса температура, °C 26,8 26,9 27,5 27,9 27,9 27,6 27,4 27,5 27,3 27,0 27,0 26,9 27,3
Уртаса минимум, °C 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 24,0 23,7 23,8 23,7 23,6 23,7 23,7 23,9
Абсолют минимум, °C 19,0 20,0 21,0 21,0 21,0 20,0 19,9 19,8 20,8 21,0 20,8 20,0 19,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 333 180 133 237 251 195 251 243 286 314 337 367 3126
Сығанаҡ: «Погода и Климат»

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVI быуатта Бруней ҡеүәтле феодал дәүләте булған. Ул утрауҙың байтаҡ өлөшөнән һәм күрше утрауҙарҙан торған. Уларҙы 1522 йылда утрауға морон төрткән Фернандо Магеллан экспедецияһы моряктары шулай итеп күргән. 1989 йылда солтанлыҡта хеҙмәт иткән британия авантюрисы Джеймс Бруксолтанлыҡҡа ҡурҡыныс килтергән даяктар восстаниеһын баҫтырған, уға шуның өсөн "бүләк"кә илдең төньяғынан (Саравак) ер һәм «раджи» титулы бирелгән.

Аҡ раджалар династияһы Икенсе Бөтә донъя һуғышына тиклем хакимлыҡ иткән. Һуғыш ваҡытында Япон империалистары тарафынан баҫып алынған. Һуғыш тамамланғандан һуң Саравак британия тажына буйһонорға мәжбүр булған. 1962 йылдан Малайзия составына ингән. 1888 йылдан бөтә Бруней британ протекторатына әүерелгән. 1959 йылда Бөйөк Британиялағы халыҡ күтәрелештәренән һуң Брунейға эске идаралыҡҡа автономия бирелгән. 1962 йылда Брунейҙы Малайзияға ҡушыу планы була, тик восстаниелар башланыу сәбәпле план тормошҡа аша алмай. Күтәрелеш британия ғәскәрҙәре тарафынан аяауһыҙ баҫтырылған. Солтан востаниеларға бәйле тип, тәхетенән китергә мәжбүр ителгән. Урынына улы ҡалған. 1984 йылдың 1 ғинуарынан тулы үҙаллылыҡ иғлан ителгән.

1992 йылда «Малай ислам монархияһы» концепцияһы ҡабул ителгән. Солтан Хәссәнал Болкиах йәмғиәтте һаҡсыл модернизациялац сәсйәсәте үткәргән[10]. Бруней Рәсәй Федерацияһы менән 1991 йылдың 1 октябренән дипломатик мөнәсәбәттәр алып бара.


Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бруней солтаны Хәссәнал Болкиах

Брунейҙа ил етәкселеге формаһы абсолют теократик монархия. Сәйәсәт режимында патриархаль-авторитар форма өҫтөнлөк итә.

Ил башлығы һәм етәксеһе - солтан. Ул шулай уҡ оборона министры, ил мосолмандары дини лидеры. Хөкүмәт башлыса солтандың туған-тыумасаларынан тора. 1962 йылда хәрби ҡораллы күтәрелешкә уҡталыуҙарынан һуң Брунейҙа ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Шулай уҡ закондар сығарыу советы төшөрөлә.Солтан ил менән үҙенең декреттарын файҙаланып бер үҙе етәкселек итә.Ғәҙәттән тыш хәл ике йыл һайын оҙайтылып тора. Кәңәштәр органдары сикле хоҡуҡҡа эйә. Солтан Йәшерен совет, Дини совет һәм Тәхет советы ағзаларын, һәм 1970 йылдан Закондар сығарыу советын шәхсән үҙе тәғәйенләй.

Сәйәси фирҡәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бруней милли берләшкән фирҡәһе - илдә берҙән-бер сәйәси ойошма. Монархияны яҡлай. 1986 йылда барлыҡҡа килгән.

Ҡораллы көстәр һәм полиция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бруней короллегенең ҡораллы көстәре составы:

Ҡоро ер көстәре - өс йәйәүлеләр батальоны һәм терәк батальоны.

Хәрби-һауа көстәре - өс вертолет эскадрилияһы, бер транспорт самолеты эскадрилияһы, һауа көстәренә ҡаршы (ПВО) подразделениеһы, техник һәм ярҙамсы подразделениелар.

Хәрби-диңгеҙ флоты - 3 ракета катеры, 3 патруль катеры, 2 амфибия, 2десант уатеры, 17 бәләкәй йылға катерҙары.

Унан тыш, "гуркх"тар резерв подразделениеһы - ул британия армияһының ветерандарынан тора. Ул солтандың шәхси һаҡсылары вазифаһын башҡара һәм шулай уҡ нефть обьекттарын һаҡлай. Брунейҙың эске эштәр министрлығына буйһона.

Тышҡы сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бруней Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһына (АСЕАН)1984 йылдың 7 ғинуарында, үҙаллылҡ алғандың алтынсы көнөнән һуң, ҡушылған.Һәм ошоғаса уның АСЕАН-дағы ағзалығы тышҡы сәйәсәт буйынса өҫтөөнлөклө (приоритет) булып тора. Шул уҡ йылдың сентябрь айында Берләшкән милләттәр ойошмаһына (БМО) инә.Ул шулай уҡ Ислам дәүләттәре хеҙмәттәшлеге (ОИК), Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге (АТЭС) һәм милләттәр хеҙмәттәшлегендә ағза булып тора. 200 йылдың ноябрь айында Брунейҙа Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге илдәренең иҡтисад лидерҙары осрашыуы булып уҙа. 2005 йылда илдең делегацияһы Көнсығыш Азия инаугурация саммитында ла ҡатнаша.

Хакими бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брунейҙың хакимиәттәргә бүленеше

Бруней дайрә тип аталған дүрт округка бүленгән:

  1. Белайт,
  2. Бруней-Муара,
  3. Тембуронг,
  4. Тутонг


Тембуронг округы биләмәһе башҡа округтарҙан Малайзияның ерҙәре менән айырылып тора.

Бруней халыҡ-ара аэропортының пассажирҙар залы

Округтар шулай уҡ бәләкәйрәк райондарға бүленгә. Улар мөҡим тип аталалар.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе — 401 890[3].

Йыллыҡ үҫеш — 1,73 %.

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр 74 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар 78 лет йәш.

Этник составы: малайлылар (66 %), уларға туғандаш этник төркөмдөр  — келаяндар, ибандар, меланауҙар, дусундар, муруттар, даяктар һәм башҡалар. — 8 %, шулай уҡ ҡытайҙар (11 %), европалылар, һиндтар һәм башҡалар йәшәй.

Рәсми тел — малай, шулай уҡ инглиз һәм ҡытай теле таралған.

Уҡый-яҙа белеү — ирҙәр 95 %, ҡатын-ҡыҙҙар 90 % ( 2001 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәте буйынса).

Ҡала халҡы — 75 %. Халыҡ тығыҙлығы — 62 кеше/км². Брунейҙа халыҡ бер тигеҙ ултырмаған. Халыҡтың өстән бер өлөшө башҡалала йәшәһә, башҡа өлөшө нефть промыслалары булған ерҙәҙе төйәк иткән.

Диндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми дин  — ислам —халыҡтың 67 % -ты, 13 %- ты — буддистар, 10 %-ты — христиандар (башлыса протестанттар һәм католиктар), 10 %-ты — башҡа дин әһелдәре (башлыса аборигендар культтары).

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бруней донъялағы иң бай һәм етеш, мул ил. Халыҡының һәм солтандың байлығына ҡарап илде Ислам Диснейленды тип йөрөтәләр.


Тышҡы сауҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Экспорт — 5,3 млрд € ( 2015 йылда) — сей нефть, тәбиғи газ, кейем-һалым.

Төп һатып алыусылар: Япония — 40,4 %, Индонезия — 21,4 %, Көньяҡ Корея — 15,3 %, Австралия — 10 %.

Импорт — 5,5 млрд € ( 2015 йылда) — сәнәғәт продукцияһы, потребитель тауарҙары, аҙыҡ-түлек.

Төп һатыусылар: Сингапур — 36,3 %, Малайзия — 18,9 %, Япония — 7,6 %, Ҡытай — 5,4 %, Таиланд — 5 %, АҠШ — 4,7 %, Бөйөк Британия — 4,7 %.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г., гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Изд-во Оникс, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов — Москва: АСТ, 2017. — Б. 58. — 96 б. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  3. 3,0 3,1 (2009) «Brunei» (CIA World Factbook).
  4. 4,0 4,1 ЦРУ (2010)
  5. Human Development Report 2013. United Nations. 14 март 2013 тикшерелгән.
  6. Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: Русские словари: Астрель: АСТ, 2003. — С. 58.
  7. Treasuring Brunei's past. Southeast Asian Archaeology (8 March 2007). 19 сентябрь 2011 тикшерелгән.
  8. Bilcher Bala Thalassocracy: a history of the medieval Sultanate of Brunei Darussalam — School of Social Sciences, Universiti Malaysia Sabah, 2005. — ISBN 978-983-2643-74-6.
  9. В. А. Погадаев. Бруней. // Страны и народы. Универсальная энциклопедия для юношества в 10 томах. T. 1. / Составитель В. Б. Новичков. М.: «Педагогика-пресс», 2000, с. 254—255.
  10. . В. Погадаев. Бруней: маленький, да удаленький — Азия и Африка сегодня, 2001, № 9, c. 56-59