Брюа фонтаны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
Фонтан Брюа
La Fontaine de l'Amiral Bruat
Admiral Bruat fontaine.jpg
Ил Франция
Урыны Кольмар, Parc du Champ de Mars
Скульптор Фредерик Огюст Бартольди
Төҙөлөшө ???—1864 йылдар

1864

Брюа фонтаны (фр. La Fontaine de l’Amiral Bruat) — Франциялағы Кольмар ҡалаһының иҫтәлекле урыны. Кольмарҙа тәүге фонтан, унда һыу биреү системаһы ҡуйылған[1]. Скульпторы Огюст Бартольди[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Скульптор Фредерик Огюст Бартольди Кольмар ҡалаһында 1796 йылда тыуған адмирал Арман Жозеф Брюа хөрмәтенә фонтан төҙөй. Фонтан 1864 йылда асыла. Был фонтан Кольмар ҡалаһында беренсе була, унда һыу биреү системаһы ҡуйыла. Фонтан дүрт ҡитғаны сағылдыра[1]. Башта, һындарҙың йөҙҙәре алһыу ҡомташтан эшләнә. Улар Африка, Азия, Океания һәм Американы символлаштыра[3]. Ә фонтанды һыу менән тултырыу адмиралдың диңгеҙ еңеүҙәрен аңлата. Адмирал уң ҡулында төрөлгән карта тотҡан, ҡарашы горизонт яғына йүнәлгән. Континенттарҙы сағылдырған һындар осраҡлы түгел — был дүрт континентта адмирал Брюа хеҙмәт итә. Америка һәм Африка ике ҡырағайҙан ғибәрәт, беренсеһенең маңлайында йондоҙ, ул ерҙе муллыҡ менән күмә һәм үткәндәрҙең боттарын аяҡ аҫтына һалып тапай. Икенсе һын меланхолик йөҙ һыҙатына эйә. Азия һәм Океания ике ҡатын-ҡыҙ фигураһынан тора. Был оҙон ҡашлы финикий ҡатын-ҡыҙҙары[4].

Статуя- фонтан йәмәғәт баҡсаһына инеү урынында урынлашҡан, уны ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар уратып алған[5].

1940 йылда фонтанды емерәләр. 1958 йылда бронза һынды тергеҙеп һәм яңы урынға ҡуйып, өлөшләтә реставрациялайҙар[1]. Статуя-ҡитғаларҙан тик баштар ғына ҡала, уларҙы ҡала халҡы табып ала һәм Бартольди музейына тапшыра[3]. Ошоноң менән бәйле яңы һындар төҙөлә, улар Африка, Азия, Океания һәм Американы сағылдыра. Фонтанға үҙенең ҡыҙыҡһыныуын Альберт Швейцер белдерә[6]. Ул был фонтан уны Африкала табип булырға илһамландырҙы тип үҙенең хеҙмәтендә телгә ала[7][3].

Яңы фонтандың скульпторы Жерар Чоин, архитекторы — Мишель Порту. Фонтандың ҡайһы бер өлөштәре Кольмарҙа Бартольди музейында һаҡлана[1][3]. Яңы фонтан үҙенсәлекле стилдә төҙөлә һәм баштағы версияны әҙ хәтерләтә[8].

Фонтан «Марс яланы» (франц. Du Parc Champ de Mars) паркында урынлашҡан[3].


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • William Robinson Garden: Volume 1 — London, 1872. — 728 б.
  • R. Aldrich Vestiges of Colonial Empire in France — Springer, 2004. — 383 б. — ISBN 9780230005525.
  • Francesca Lidia Viano Sentinel: The Unlikely Origins of the Statue of Liberty — Cambridge, Massachusetts - London, England: Harward University Press, 2018.