Эстәлеккә күсергә

Брюнһильда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брюнһильда
Брюнһильда. Гастон Бюссьер һүрәте. 1897 йыл
Брюнһильда. Гастон Бюссьер һүрәте. 1897 йыл
Атаһы

Будли

Тормош иптәше

Зигфрид[d] һәм Гундахар[d]

 Брюнһильда Викимилектә
Франктар королеваһы Брунгильда менән бутамаҫҡа

Брюнһильда (Брунгильда[1], Брюнхильд[2], Бринхильд[3] ҡалҡан+һуғыш[3]) — герман-скандинав мифологияһы һәм эпосының һуғышсан героиняһы, боронғо герман Нибелунгтар тураһында поэмалар циклының төп эшмәкәрҙәренең береһе[3]; валькирия; Бургундия короле Гунтерҙың ҡатыны.

Брюнһильд персонажы тураһында төп сығанаҡтар — « Вёльсунгтар тураһында сага» («Сага о Вёльсунгах»), «Өлкән Эдда»нан героик поэмалар (атап әйткәндә, «Брюнһильданың Хелгә барыуы» («Поездка Брюнхильд в Хель»), Снорри Стурлусондың «Кесе Эдда» поэмалары. Ул шулай уҡ «Нибелунгтар тураһында йыр»ҙа, «Кудруна», «Нибелунгтар буйынса илау» («Плач по Нибелунгам»), «Дитрих Бернский тураһында сага» («Сага о Дитрихе Бернском») поэмаларында, скальдтар шиғриәтендә һәм саҡ ҡына "Беовульф"та телгә алына[3].

Чарльз Батлер. «Зигфрид һәм Брюнһильда» (1909)
Брюнһильда менән Гунтерҙың никах төнө. Иоганн Генрих Фюссли, 1807

Брюнһильда (Сигрдрива) конунг Будлиҙың ҡыҙы булған. Тыңламағаны өсөн Один уны «йоҡо энәһе» менән сәнсеп йоҡлата[3]. Һуғышты ике конунг алып барған: береһе Хьяльм-Гуннар булған, Один уға еңеү вәғәҙә иткән; икенсеһенең исеме Агнар булған, уны бер кем дә ҡурсаларға теләмәгән. Сигрдрива һуғышта Хьяльм-Гуннарҙы һәләк итә. Ә Один, шуның өсөн үс алып, уны йоҡо энәһе менән сәнскән, башҡаса яуҙа еңә алмаясағын һәм кейәүгә сығасағын әйткән (тимәк, валькирия булыуҙан туҡтай, сөнки валькириялар кейәүгә сыҡмаған).

Брюнһильда күктәргә тиклем сағыу яҡтылыҡ бөркөлгән Хиндарфьялль тауы башында һайман кейгән килеш йоҡлап ятҡан. Зигмундтың улы, йәш бәһлеүән (витязь) Зигфрид, аждаһа Фафнирҙы үлтергәндән һуң, үҙенең Грам ҡылысы менән ҡыҙҙың тимер яу күлдәген киҫкән һәм валькирияны тылсымлы йоҡонан азат иткән. Йәштәр бер — береһенә мәңгелек һөйөүҙә ант иткән. Брюнһильда Сигдрива ("Өлкән Эдда"нан «Сигдрива валькирияның телмәрҙәре») исеме аҫтында Сигмундты рун серҙәренә төшөндөрә башлаған. Ул Брюнһильда түгел, ә Сигдрива исемле икенсе бер ҡатынды аңлатҡан «Еңеү ҡыуып алып килеүсе» тигән исем аҫтында бер тапҡыр телгә алынған[3].

Һуңынан Зигфрид, хәрби батырлыҡтар хаҡына Брюнһильданы ҡалдырып, Гунтер идара иткән бургундтар короллегенә — Вормсҡа килә[4]. Сихырсы Зигфридҡа оноттороу төнәтмәһен эсергән һәм уны үҙенең ҡыҙы Гудрунға (Кримһильда) өйләндергән. Сихырланған Сигурд Гунтерға Брюнһильданы ҡатынлыҡҡа алырға ярҙам итә[3].

Брюнһильда күптән үҙен еңгән кешегә генә кейәүгә сығырға ант иткән, — шул саҡта валькирия үҙенең ғәҙәттән тыш көсөн юғалтасаҡ. Зигфрид, тылсымлы плпщ ярҙамында, Гунтерға әйләнеп, уны еңгән һәм раҫлау өсөн уның билбауын, балдағын алған[5]. Кримһильда Зигфридтың еңеүен раҫлаусы ошо предметтарҙы Брюнһильдаға күрһәткән. Бик ныҡ ярһыған Брюнһильда беренселек хоҡуғы өсөн ғауға ҡуптарған, һәм был Зигфридты үлтереү менән тамамланған. Артабанғы тормошон һөйгәненән башҡа дауам итергә теләмәгән Брюнһильда үҙен усаҡта ғазаплы үлемгә дусар иткән[3].

«Сага о Вёльсунгах» ("Вёльсунгтар тураһында сага"ла яҙылғанса, Брунһильданың Зигфридтан Аслауг исмемле ҡыҙы тыуған[3].

Брюнһильданың рәхимһеҙ валькирияһы образы, әйтерһең, валькирия ҡышын төнгө күктә Один һәм башҡа йән эйәләре менән Йоль (ҡышҡы иң оҙон төн) алдынан бергә йөҙөп йөрөй, һәм юлда уларға осрамауың иң хәйерлеһе тигән һуңғы скандинавтарҙың «Ҡырағай һунар» тураһындағы ҡараштары менән бәйле[3].

Фәндә һәм мәҙәниәттә образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1872 йылда асылған Брунһильда (123) астероиды Брюнһильда хөрмәтенә аталған[6].

«Нибелунг ҡулсаһы» тетралогияһында (беренсеһенән башҡа) Рихард Вагнерҙың өс операһының үҙәк персонаждарының береһе булып тора.

Брунһильда — Рой Томас һәм Джон Буссемдың Marvel Comics нәшриәте сығарған комикстары персонажы. Ул Нибелунг тураһындағы йыр персонажына нигеҙләнеп эшләнгән.

  1. В. Ф. Корш. Всеобщая история литературы: История средневѣковой литературы. — Изд. К. Риккера, 1885. — С. 175. — 942 с.
  2. С. Е. Шлапоберская. Беовульф. Старшая Эдда. Песнь о Нибелунгах. — М.: Художественная литература, 1975. — 785 с. — ISBN 9785458237031.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Леонид Кораблёв. Древнегерманский мифологический словарь. — М.: АСТ, 2019. — С. 46. — 496 с. — (Звезда лекций).
  4. В. М. Жирмунский, Б. С. Долгин, С. Ю. Неклюдов. Фольклор Запада и Востока: сравнительно-исторические очерки. — О.Г.И., 2004. — С. 386. — 472 с. — ISBN 9785942821791.
  5. Фёдор Иванович Буслаев. Народный эпос и мифология. — Высшая школа, 2003. — С. 40. — 408 с. — ISBN 9785060044799.
  6. Dictionary of Minor Planet Names — Lutz D. Schmadel — Google Книги. Дата обращения: 2 октябрь 2017. Архивировано 10 август 2014 года.
  • Старшая Эдда : Исландский эпос. — С. П.: Азбука, 2011. — с 239—247. — ISBN 978-5-389-02679-7/
  • Гуревич А. Я. Сигурд // Мифы народов мира : Энциклопедия. — М.: Российская энциклопедия, 1994. — Т. 2. — С. 432—433. — ISBN 5-85270-072-X.
  • Брунгильда (героиня др.-герман. эпоса) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Ҡалып:Песнь о Нибелунгах