Брюсов Александр Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брюсов Александр Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 сентябрь 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1 декабрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Совет Рәсәйе[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Яков Кузьмич Брюсов[d]
Бер туғандары Валерий Яковлевич Брюсов[d] һәм Надежда Яковлевна Брюсова[d]
Хәләл ефете Серафима Брюсова[d]
Һөнәр төрө археолог, тарихсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө археология[2], Неолит[2] һәм Бронза быуат[2]
Эш урыны Институт археологии РАН[d]
Уҡыу йорто Этнологический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны СССР[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Брюсов Александр Яковлевич (17 сентябрь 1885 йыл, Мәскәү — 1 декабрь 1966 йыл, шунда уҡ) — ғалим-археолог. Карелия АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Яковлевич Брюсов 1885 йылдың 17 сентябрендә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Билдәле шағир Валерий Яковлевич Брюсовтың ағаһы.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 1915 йылдан 1919 йылға тиклем әсирлектә булған.

1925 йылда Мәскәү дәүләт университетының этнология факультетын «археология» һөнәре буйынса тамамлай һәм РАНИОН археология һәм сәнғәт белеме ғилми-тикшеренеү институтының аспиранты була. Яйлап неолит һәм бронза осороноң археология өлкәһендә, шулай ук сиктәш фәндәрҙә эшләүсе төп ғалимдарҙың береһе була. 1926 йылдан — РСФСР-ҙың Европа өлөшөнөң төньяҡ төбәктәрендә эшләгән бер нисә экспедиция етәксеһе була, шул иҫәптән М. Е. Фосс, Д. А. Крайнов һәм А. В. Збруева менән бергә Аҡ диңгеҙҙең Йәйге ярында эшләй, һуңынан Карелияла һәм Вологда өлкәһендә, Новгород өлкәһендә һ.б. 1929 йылда аспирантураны тамамлай һәм ошо йылдан алып — Мәскәү дәүләт университеты доценты. 1929 йылдан 1931 йылға тиклем — РАНИОН археология һәм сәнғәт ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1941 йылдан 1943 йылға тиклем А. Я. Брюсов музей фондтары менән эвакуацияла була. 1943 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1944 йылда ИИМК-ла өлкән ғилми хеҙмәткәр була, унда бөтә ғүмере тиерлек эшләй. 1966 йылдың 1 декабрендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә.

Ҡурған гипотезаһы яҡлы, был яҡтан Л. С. Клейн тәнҡитенә дусар була. Брюсовтың «Ҡурған гипотезаһы» хәҙерге ваҡытта иҫкергән дип һанала: Брюсов һинд-европа халыктарының ата-бабалары тип соҡор һәм катакомба культураһы вәкилдәрен һанай

А. Я. Брюсовтың ҡайһы бер асыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1927 йыл — Наволок ауылы (Дураково). Тораҡ. Наволок ауылы дюналарында йыйылған б.э. тиклем II—I меңйыллыҡтың материалы.[3]
1928 йыл — Параний шишмәһе. Палеолит. Билгеле түгел[4].
1928 йыл — Пушлахта ауылы. Палеолит. Б. Э. тиклем II мең йыллығы[5].
1952 йыл — Рязань мәҙәниәте.

Монографиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История древней Карелии // Труды ГИМ. Вып. IX. 1940.
  • Археологическое изучение Карело-Финской ССР за 30 лет // Наука в Карело-Финской ССР за 30 лет Советской власти. — Петрозаводск, 1948.
  • Свайное поселение на р. Модлоне и другие стоянке в Чарозерском районе Вологодской области // МИА. № 20. 1951.
  • Очерки по истории племён Европейской части СССР в неолитическую эпоху. М. 1952.
  • Археологические культуры и этнические общности // СА. № 26. 1956.
  • «Очерки по истории племён Европейской части СССР в неолитическую эпоху» (1952)
  • «Восточная Европа в III тысячелетии до н. э.» («Советская археология», 1965, № 2)

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Книга стихов «По бездорожью» (1907), навеянная путешествиями автора в Австралию, Америку и Ближний Восток. А. Блок характеризовал её как «ловкие и к чему не обязывающие декадентские стихи».
  • «Воспоминания о брате» // Брюсовские чтения 1962 года
  • Страницы из семейного архива Брюсовых // Ежегодник ГИМ. 1962. ― М., 1964
  • Литературные воспоминания // Север, 1965, № 4

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ленин ордены[6]
  • «Тарихҡа тиклемге йәмғиәттең» почётлы ағзаһы (Англия)
  • Париж университеты ҡарамағындағы ғилми йәмғиәт ағзаһы
  • ЮНЕСКО-ның иртә тарих һәм тарихҡа тиклемге йәмғиәт белеменең халыҡ-ара почётлы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Брюсов Александр Яковлевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Brjusov, Aleksandr Jakovlevič // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=mub20191042962
  3. http://projects.pomorsu.ru/Archeology/Primorsky.htm Архивная копия от 28 ғинуар 2013 на Wayback Machine Приморский район]
  4. http://projects.pomorsu.ru/Archeology/Primorsky.htm Архивная копия от 28 ғинуар 2013 на Wayback Machine Приморский район]
  5. http://projects.pomorsu.ru/Archeology/Primorsky.htm Архивная копия от 28 ғинуар 2013 на Wayback Machine Приморский район]
  6. БСЭ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Раушенбах В. М. К 80-летию А. Я. Брюсова // Советская археология. 1965. № 3.
  • Историки России XX века: Биобиблиографический словарь / Автор-составитель А. А. Чернобаев. Под ред. В. А. Динеса. — Саратов: Саратовский государственный социально-экономический университет, 2005. — Т. 1 (А—Л). — С. 130—131. — 576 с. — 2 000 экз. — ISBN 5-87309-438-1. (в пер.)
  • Белый А. Начало века. — М.-Л., 1933
  • Русские писатели. 1800—1917. Биографический словарь. т.1. — М.,Советская энциклопедия, 1989. С.332
  • Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 1: А — Й. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2007. С. 181—400 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0123-0 (т. 1)