Букша Миколас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Букша Миколас
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

композитор

Тыуған көнө:

16 апрель 1869({{padleft:1869|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Вильнюс[2]

Ил:

Flag of Lithuania (1918–1940).svg Литва

Вафат булған көнө:

7 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (83 йәш)

Миколас Букша (Букша Михаил Михайлович) — (1869 йылдың 16 апреле, Вильнюс — 1953 йылдың 7 марты, шунда уҡ) — Литва дирижеры, композитор.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1900 йылда Санкт-Петербургта композициялар классы буйынса уҡып, консерватория тамамлай (уҡытыусылары Н. Н.Римский-Корсаков, Александр Глазунов, Анатолий Лядов һ. б.).

18971927 йылдарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Грузияла музыкаль театрҙар дирижеры булып эшләй.

19201922 йылдарҙа Владикавказ сәнғәт институтының театр факультеты деканы һәм халыҡ консерваторияһы директоры.

1927 йылдан Литваға, дәүләт театрына ҡайта. Литва опера һәм балет театры дирижеры. Карнавичюстың " Гражина "(Булыуы 1933), Рачюнастың "Өс талисман "(1936) һ.б., 1940 йылда Литва сәхнәһендә беренсе тапҡыр"Тихий Дон" операһында дирижер була [3].

1944 йылдан Каунас консерваторияһында уҡыта, 1947 йылдан профессор. Ул Литвала 100-ҙән ашыу опера һәм балет әҙерләгән һәм сәхнәлә ҡуйған. Урыҫ һәм Көнбайыш Европа опералары һәм балет, шулай уҡ Литва операларының күп кенә спектаклдәре менән дирижерлыҡ итә.

Букша «Рай и Пери» (1900 йылда «Радж и Пери») кантаталары, инструменталь әҫәрҙәр, хор йырҙарын һәм романстар ижад итә. Уҡыусылары араһында — Римас Генюшас [4].

Вильнюс йәмәғәтселеге республиканың иң оло дирижеры - атаҡлы сәнғәт эшмәкәре, профессор Миколасты дирижер булып эшләүенә 50 йыл тулыу айҡанлы хөрмәтләп тантанаға йыйыла. Был көндө Литва ССР-ының Дәүләт опера һәм балет театрында А.Рубинштейндың "Демон" операһының премьераһы ҡуйыла [5]

Ҡуйылған спектакльдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Džiuzepė Verdis. Aida — Джузеппе Верди. Аида.

Amilkaras Pončielis. Džokonda — Амилкар Пончиэль. Джоконда

Jurgis Karnavičius. Gražina ir Radvila Perkūnas

Antanas Račiūnas. Trys talismanai

Stasys Šimkus. Kaimas prie dvaro

Aleksandras Glazunovas. Raimonda

Piotras Čaikovskis. Pikų dama, Gulbių ežeras, Spragtukas

Букша Михаил Михайлович Antonas Rubinšteinas. Demonas

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Букша Михаил Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд., т. 2— М.  : Советская энциклопедия, 1969-1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Vaclovas Juodpusis .Миколас Бука. Универсаль литва энциклопедияһы, III т. (Беркетер-Саксай). — Вильнюс: Фән һәм нәшриәт энциклопедияһы институты, 2003. 585 б.
  • Буша Михаил Михайлович
  • Буша Миколас

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Musicalics
  2. литовская Википедия — 2003.
  3. Букша Миколас
  4. Vaclovas Juodpusis. Mykolas Bukša. Visuotinė lietuvių enciklopedija, T. III (Beketeriai-Chakasai). – Vilnius: Mokslo ir enciklopedijų leidybos institutas, 2003. 585 psl.
  5. В несколько строк(недоступная ссылка)